Ҡазан кремле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡазан кремле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡазан
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы һәм объект культурного наследия России федерального значения[d]
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (ii)[d][1], (iii)[d][1] һәм (iv)[d][1]
Карта
 Ҡазан кремле Викимилектә

Ҡазан кремле (татар. Казан кирмәне, Qazan kirmäne) — Ҡазандың боронғо өлөшө, ҡаланың күп быуатлыҡ тарихын асыусы архитектура, тарихи һәм археологик һәйкәлдәр комплексы: беренсе ҡаласыҡ (XII—XIII бб.), икенсе ҡаласыҡ (XIV—XV вв.) һәм өсөнсө ҡаласыҡ (XV—XVI бб.) археологик ҡалдыҡтары; аҡ таштан һалынған кремль, оло тарихи-архитектура һәм мәҙәни ҡиммәткә эйә ғибәҙәтханалар һәм биналар рәте.

Татарстан Республикаһы Президентының рәсми резиденцияһы; 2000 йылдан ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы объекты.

Кремль биләмәһе планда төньяҡ-көнбайыштан, Казанка йылғаһынан, көньяҡ-көнсығышҡа, 1 май Майҙанына, табан, үҙе торған ҡалҡыулыҡтың һыҙаттарын ҡабатлап һуҙылған дөрөҫ булмаған күпмөйөштө хәтерләтә. Волганың һул ярындағы террасаның бейек морононда һәм Казанканың һул ярында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң боронғо тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кремлдең барлыҡҡа килеүе тураһында беҙҙең көндәргә тиклем яҙма мәғлүмәт һаҡланмаған, әммә рәсми фараз буйынса, Ҡазан ҡалаһына X быуат башында нигеҙ һалына. Башта ул Кирмән (татар. Кирмән) тип аталған. Дәлил итеп атарлыҡ ниндәй ҙә булһа яҙма сығанаҡтар юҡ.

XII—XIV быуаттар. Болғар ҡәлғәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң иртә археологик ҡомартҡылар кремлдең төньяҡ өлөшөндә, Казанкаға яҡыныраҡ урында, боронғо болғар нығытылған ултырағы, һәм, һуңғараҡ быуат дауамында, Ҡазан ханлығы ҡәлғәһе торған ерҙә табылған. Тикшеренеүселәр иң боронғо осорҙоң ағас ҡәлғә ҡоролмаларының йәшен төрлөсә иҫәпләй: ҡайһы берҙәре фекеренсә, булғар сауҙа ултырағы X быуатта уҡ, икенселәре — XII быуатта ғына нығытылған ти. Ғалимдар шулай уҡ нығытмаларҙың характеры буйынса ла бер төрлө фекерләмәй, берәүҙәре таш стеналар өлөшләтә XII быуатта уҡ һалынған ти, башҡалары, бары XV йәки XVI быуаттарҙа, Иван Грозный указы буйынса псков архитекторҙары кремлде реконструкциялағандан һуң ғына, төҙөлгән ти.

XIII быуаттың 2-се яртыһынан XV быуаттың 1-се тиклем яртыһында кремль Алтын Урҙа составындағы Ҡазан кенәзлеге (виләйәте) үҙәгенә әйләнә: 1236 йылда Батый етәкселегендәге монгол ғәскәрҙәре Волга буйы Болғарының сиктәренә баҫып инәләр һәм баш ҡалаһы Болғарҙы бөлгөнлөккә төшөрәләр. Ә 1240 йылда Болғар, рус кенәзлектәре кеүек, тулыһынса Алтын Урҙа тарафынан буйһондорола. Болғарҙарҙың бер өлөшө Казанка райондарына ҡаса һәм Ҡазан ҡалаһынан 45 саҡрым алыҫлыҡта Иҫке Ҡазанға нигеҙ һала. 1370 йылда болғар кенәзе Хәсән хәҙерге Ҡазан кремле урынында, 1445 йылға тиклем болғар кенәздәренең резиденцияһы булып хеҙмәт иткән ҡәлғәгә нигеҙ һала.

XV—XVI быуаттың беренсе яртыһы. Хан ҡәлғәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Олеариус гравюраһында Кремль, 1630 йыллар

Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң — кремль 1445 йылдан 1552 йылға тиклем йәшәгән Ҡазан ханлығы үҙәге булған. 1445 йылдың көҙөндә урҙа ханы Оло Мөхәммәт 3 000 яугирҙан торған отряды менән[2] Ҡазанды баҫып ала, болғар кенәзе Әлимбәкте язалап үлтерә, шулай итеп, Иҙел Болғары ханлығы емереклектәре урынына Ҡазан ханлығына нигеҙ һала, һәм тиҙ арала Мәскәү кенәзлегенән яһаҡ йыйыуҙың урҙа системаһын яңырта.

Сөйөмбикә манараһы янында Хан мавзолейы нигеҙе эргәһендәге иҫтәлекле билдә

Хан цитаделе (Арк) ҡалынлығы 9 метрға тиклем имән (бәлки урыны менән таш) диуарҙар менән уратып алынған була, 4 инеү манараһы: Нур-Али (Муралеевы), Алабуға, Төмән һәм Ҙур ҡапҡа булған. Мәтеле Болаҡ (татар. «балаҡ» һүҙенән, Казанка йылғаһын һәм Ҡабан күлен тоташтырыусы ҡылымыҡ) ҡәлғәне көнбайыштан һаҡлаған; ә насар һаҡланған көньяҡ-көнсығыш яғынан ҡәлғә тәрән соҡор менән уратып алынған булған. Хан һарайы комплексына һарай үҙе (бәлки, Писцовый китапҡа ярашлы, Ҙур палата), мавзолейҙары менән хан мәсете (Мәхмүт хан, Мөхәммәтәмин хан һ. б.), административ һәм хужалыҡ ҡаралтылары ингән.

Андрей Курбский Ҡазанды тасуирлаған яҙма ҡалдырған: «а от Казань-реки гора так высока, иже оком воззрити прикро; на ней град стоит и палаты царские и мечети зело высокие, мурованные, идеже их умершие царие клались, числом памятимися, пять их…» («мурованные» — каменные).

Йәмиғ мәсете, риүәйәттәр буйынса, 8 манаралы булған, мәсет янында мәҙрәсәләр һәм төрбәҙар булған. Мәсеттәрҙең тышҡы төҙөлөшө шул дәүерҙәге Ҡасимов һәм Болғарҙың[3] таш ҡоролмалары кеүек, диуарҙарҙың шыма яҫылыҡтары декор элементтарының нәфис семәрле һәм керамик өҫтәлмәләре менән контраст булыуы яғынан, оҡшағандыр, тип уйларға бөтә нигеҙ бар. Шулай уҡ Кремль эсендә Нур-Али мәсете (хәҙерге Тайницкий манараһына яҡын) һәм, ихтимал, Отучевой мәсете торғаны билдәле.

Тезицкий (ғәр. тезик — «сауҙагәр») уры хан цитаделен ағастан төҙөлгән көньяҡ өлөшөнән айырған. Бында хандың яҡындары күсеп ултырған һәм зыярат булған. Ҡәлғә диуарҙары эсендә, Булаҡтың уң яҡ ярында, Даировы бани (татар.Тәһир мунчасы) урынлашҡан.

XVI быуаттың икенсе яртыһы. Таш кремль төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Грозный 1552 йылда ҡамауҙа тотҡандан һуң, Ҡазан ҡәлғәһе урынында емереклек кенә ҡалған. Йылъяҙма бәйән иткәнсә, аҡ таштан яңы кремль төҙөү өсөн батша псков төҙөүселәре Постник Яковлевты һәм Иван Ширяйҙы (Василий Блаженный Соборын төҙөүселәр) саҡырта: «Стены градные разбитые и горелые государь назидати повеле», для чего псковским старостам «да с ними церковному и городовому мастеру Постнику Яковлеву да каменщикам псковским Ивашку Ширяю со товарищи к весне в Казани новый город Казань делати, прибрати двести человек псковских каменщиков, стенщиков да ломцев, сколько будет человек пригоже». Ҡәлғә байтаҡҡа киңәйтелә, (13-тән) 6 башняны таштан эшләгәндәр (бишәүһе сығып-инеп йөрөр өсөн тәғәйенләнгән), әммә XVI быуатта ағас стеналарҙың өстән бер өлөшөн генә (дөйөм оҙонлоғо 1800 метр) таш менән алмаштырыу форсаты тейгән һәм кремль стеналарының һәм башняларының ҙур өлөшөн имәндән төҙөгәндәр. Фәҡәт XVII быуат башында ғына Ҡазан кремленең ағас оборона ҡоролмалары тулыһынса ташҡа алмаштырылған.

Изге Киприан һәм Иустиния сиркәүе, XVI быуат (1917 йылдан һуң емерелгән), артҡы планда Спас монастыры манараһы

Диуарҙарын күтәреү менән бергә псков оҫталары Ҡазан кремленең тәүге православие ҡорамдарын: Благовещен соборы, изге Киприан һәм Иустина сиркәүе, Дмитриев башняһы эргәһендәге Дмитрий Солунский сиркәүе, Спас башня эргәһендәге сиркәү, шулай уҡ ике монастырь — Троицк һәм Сергиев ағас сиркәүле Троице-Сергиевский һәм Никола Ратный таш сиркәүе булған Спас-Преображенский, шулай уҡ таш, юнылған эзбизташтан, аҫҡы өйлө ағас (XVI быуатта) Преображенский соборын төҙөгән.

Оҙаҡ ваҡыт (быуат ярымдан ашыу) Ҡазан кремлендә, ҡорал һәм боеприпастар һаҡлау өсөн келәт итеп файҙаланылған хан заманының биш таш бинаһы (хан мәсете, хан һарайы һәм мавзолейы) һаҡланған, әммә ваҡыт үтеү менән таушалғанлыҡтан, һүтеп алынған. Инглиз Д. Флетчер XVI быуаттағы рәсәй кремлдәре тураһында иғтибарға лайыҡ хәтирәләр ҡалдырған: «дүрт ҡәлғә — Смоленск, Псков, Ҡазан һәм Әстерхан — бик яҡшы төҙөлгән һәм теләһә ниндәй ҡамауға ла сыҙарлыҡ … уларға яҡын барғыһыҙ тип иҫәпләнә».

Быуаттар киҫелешендәге кремль һәм ҡала тураһында 1599 йылда батша Борис Годуновҡа ебәрелгән фарсы илселеге сәркәтибе Оружбәк (һуңынан Испанияла христианлыҡ ҡабул иткән һәм артабан Дон Хуан Фарсылы тип билдәлелек алған) ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ҡалдырған: «Беҙ урыҫ батшаһының бик ҙур ҡалаһына килдек. Ул Ҡазан тип атала, һәм унда илле меңдән ашыу христиан халҡы йәшәй. Ҡалала сиркәүҙәр бик күп һәм уларҙа ҙур ҡыңғырауҙар шул тиклем күп, хатта байрам алдынан йоҡлап булмай. … Был ҡаланың бөтә йорттары ла ағас, әммә таш диуарлы ҙур һәм көслө ҡәлғә бар; унда төнгө ҡарауылда тороусы бик күп һуғышсылары бар — нәҡ Испания, Италия һәм Фландриялағы кеүек».

XVII быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1672 йылғы янғындан һуң, кремлде кирбестән төҙөй башлағандар, шул иҫәптән Спас манараһының күп өлөшөн дә, мәскәү төҙөүселәре яңыртҡан (стилистик критерийҙан сығып фекер йөрөткәндә).

XVIII быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1730 йылғы Ҡазан кремле планы

Рәсәй дәүләтен киңәйтеү арҡаһында, Ҡазан кремле хәрби функцияһын юғалта, әммә Иҙел буйының административ һәм мәҙәни үҙәге булараҡ нығына. 1708 йылда Ҡазан губернаһы, ойошторола, һәм был кремлдең тышҡы архитектура күренешендә лә сағыла; артабанғы быуаттар дауамында ундағы Губернатор һарайы, идаралыҡ урындары биналары, юнкер училищеһы, яңы архиерей йорто, дини консистория бинаһы, Благовещен соборы ла яңыртып ҡоролған.

1773—1775 йылдарҙағы Пугачёв ихтилалы ҡазан кремлен яңынан емерек ҡәлғәгә әйләндерә, баш күтәреүселәр уны ике көн дауамында пушкаларҙан утҡа тота. 1774 йылдың 14 июлендә Емельян Пугачёв ғәскәрҙәре Ҡазандан сигенергә мәжбүр була. Шуға ҡарамаҫтан, Емельян Пугачёв ҡазан кремлендә була алған — язалау маҡсатында Мәскәүгә оҙатыр алдынан уны кремль казематтарының береһендә тоталар.

1774 йылдан архитектор В. И. Кафтырев ғали йәнәптәре раҫлаған Ҡазан ҡалаһы төҙөлөшөнөң даими планын тормошҡа ашыра башлай, кремлдә Присутственный урындары ансамбле төҙөү ҡаралған була. Кремль эргәһендәге майҙан һәм урамдарҙың комплекслы төҙөлөшө башлана. Кремль йүнәлтеүсе нөктә хеҙмәтен үтәй — унан радиус барплыҡҡа килтереп киң урамдар һуҙыла.

XIX быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эдвард Турнерелли гравюраһында Кремль, 1839 йыл

1800 йылда нәшриәтсе һәм мәғрифәтсе Максим Невзоров Ҡазан губернаһы төп ҡәлғәһенең киң һүрәтләмәһен ҡалдырған: «унда Благовещен йәмиғ сиркәүе, Спас-Преображенский 2-се класлы ирҙәр монастыры, Киприан һәм Иустиния сиркәүе, Сиркәүҙәр идараһы йәғни дини консистория менән архиерей йорто, ҡабулханалар һәм уларға тоташтырылған бөтә хеҙмәттәре менән генерал-губернатор йорто, артиллерия цейхгаузы, гауптвахта, иҫке оберкомендант йорто, ҡалып һалынған тоҡондар казематтары, ағас иҫке провиант һәм тоҙ магазиндары». Наполеон яуы осоронда Ҡазан кремле биләмәһендә пушка эшләү һәм ремонтлау заводы урынлашҡан. XIX быуат аҙағына кремлдең эске архитектура комплексы ла, уны уратып алған хәҙерге заман ҡала ансамбле лә барлыҡҡа килгән.

XX быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылғы революциянан һуң, 1920—1930 йылдарҙа, дингә ҡаршы көрәш осоронда, Ҡазан кремлендә Спас монастырының ҡыңғыраулығы һәм собор ғибәҙәтханаһы емертелгәндә, Благовещен соборы ҡыңғырауы, изге Киприан һәм Иустиния сиркәүе, Спас башняһы янындағы Спас сиркәүе, иконостас, хөрмәт ителгән иконалар һәм кремль сиркәүҙәренең ҡомартҡылары юғалмай. Совет осоронда кремлде археологик өйрәнеү дауам итә (1917 йылдан: Н. Бороздин, Н. Калинин, 1976 йылдан — А. X. Халиков), был тема ҡазан университеты профессоҙары Н. П. Загоскин, П. А. Пономарёв һәм башҡа ҡазан крайҙы өйрәнеүселәре тарафынан XIX быуатта уҡ өйрәнелә башланған була. 1960-сы йылдарҙа Татар реставрация оҫтаханаһы ойошторола. 1992 йылда Татарстан Республикаһы барлыҡҡа килеү менән ҡазан кремле Татарстан Республикаһы Президентының резиденцияһынә әйләнә.

1993—1994 йылдарҙа «Ҡазан Кремле комплексын реконструкциялау һәм үҫтереүҙең төп йүнәлештәре» тигән документ эшләнә. 1994 йылдың 22 ғинуарында Татарстан Республикаһы президенты указы менән, «Ҡазан Кремле» Дәүләт тарихи-архитектура һәм һынлы сәнғәт музей-ҡурсаулығы барлыҡҡа килгән, һәм Кремль комплексын планлы ғилми өйрәнеүҙең һәм реставрациялауҙың башланғысы була. Оборона диуарҙарының ҙур өлөшө, шулай уҡ өс башня — Преображенский, Тайницкий, Воскресенский яңыртып ҡорола. Быға тиклем емерелгән һәм һүтелгән башняларҙың нигеҙҙәре археологтар тарафынан өйрәнелә, һәм артабан уларҙы консервациялау һәм музейлаштырыу башҡарыла. Шулай уҡ Кремлдең XV—XVI быуатҡа ҡараған боронғо өлөшөндәге бер нисә объект консервациялана һәм музейлаштырыла: хан һарайы комплексының вәкиллектәр биналары, хан мәсете, ҡазан хандары төрбәләре ҡалдыҡтары. Ҡаҙыныуҙар барышында табылған хан мәйеттәре ҡалдыҡтарын ҡабаттан ерләү маҡсатында мавзолей төҙөү башланған. Шулай уҡ ҡаҙыныу эштәре барышында табылған Троицк монастыры, зыяраты, Спас-Преображенский монастырының некрополе һәм «мәмерйәсеге» табыла; унда асфальт һәм ваҡ таш ҡатламы аҫтында (Преображенский соборын 1930 й. шартлатҡандан һуң) урындағы халыҡ бик хөрмәт иткән ҡазан изгеләренең ҡәберлектәре һаҡланып ҡалғанлығы асыҡлана. Фундаменттарын нығытыу ярҙамында Сөйөмбикә манараһын (үҙәктән 2 метр оҙонлоҡҡа тиерлек тайпылыш менән) ҡолауҙан һаҡлап алып ҡалалар. Был осорҙа Губернатор һарайы (фасад анфилады планлаштырылыуы һәм төп фасад алдындағы түр майҙанды тергеҙеү менән) һәм Һарай сиркәүе тулыһынса яңынан тергеҙелә.

Шулай уҡ Пушка ихатаһы комплексына ингән дүрт бина яңынан тергеҙелә. Архиерей йорто комплексында кафедраль Благовещен соборы тергеҙелә. 1995 йылда легендар Ҡолшәриф мәсетен тергеҙеү эштәре һәм интерьерын реставрациялау: саңланған фрескаларҙы асыу, кафедраль Благовещен соборының иконостасын яңынан тергеҙеү башлана. Ҡазан архиерейҙары некрополе, собор аҫтындағы «Бөтә изгеләр өсөн» ер аҫты сиркәүе таҙартылған, соборға көньяҡтан килеп тоташҡан ҡазан Гурийын тәүләп изгеләштереүсенең хөжрәһе тергеҙелгән. Мәсеттә ғибәҙәт комплексы тәүҙә дини, мәҙәни-ағартыу һәм мемориал үҙәк булараҡ планлаштырылған, шуға күрә бинаның түбәнге ҡатында Ислам Музейы урынлашҡан.

2000 йылдың 30 ноябрендә Бөтә донъя мираҫы буйынса ЮНЕСКО Комитеты сессияһында ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Ҡазан кремле төҙөлөшө татар һәм урыҫ ҡала төҙөлөшө сәнғәте ҡаҙаныштарын үҙенә йыйған, һәм ошо иҫтәлек хөрмәтенә кремлдең Благовещен соборы скверында урыҫ һәм татар төҙөүселәренә һәйкәл ҡуйылған.

Ҡаҙан кремленең архитектура ансамбле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диуарҙары һәм манаралары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Псков төҙөүселәр стеналар һәм башняларҙы тамамланғандан һуң, кремлдә 13 башня, шуларҙан планда 5 — сығыу-инеү урынлы манара, 7 түңәрәк һәм 1 биш ҡырлы манара була. Бик ныҡ туҙғанлыҡтан, XIX быуатта Төньяҡ, Көнсығыш, Биш ҡырлы һәм бер исемһеҙ көнбайыш манара һүтеп алынған.

XVIII быуаттың 1-се яртыһында яңыртып төҙөлгәндә, Спас һәм Йәшерен (Тайницкий) манараларында өҫтәмә кирбес ҡаттар төҙөлгән, шулай уҡ Преображенский, Консистор һәм икенсе исемһеҙ Көнбайыш манара кирбес өҫтәмә менән тамамланған. XIX быуатта Дмитровский башняһы һүтелә һәм уның урынында сығып-инеп йөрөй торған арҡа барлыҡҡа килгән, ә Восресенский манараһы ҡапҡа башы сиркәүен юғалта.

Манаралар араһындағы ҡолғалар тәүҙә, юнылған ҡыйыҡ ябылып, тура тештәр менән тамамланған булған, ә XVII—XVIII быуаттарға арҡа менән биҙәлгән хәрби диуар эшләнгәс — фасады «ҡарлуғас ҡойроҡло» күренеш алған. Диуарҙар һәм манаралар эзбизташ иретмәһе ярҙамында ҡорола.

Кремль манаралары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артабан сәғәт уғы буйлап кремль манаралары һанап кителә.

Һүрәттәр Тасуирлама
Ҡазан кремленең Спас манараһы
Спас манараһы. XVI быуаттың 2-се яртыһында псков төҙөүселәре Иван Ширяй һәм Постник Яковлев төҙөй. Ҡәлғәнең эске яғынан, төньяғынан Спас манараһына ҡапҡа башында торған Спасская сиркәүе йәнәш торған, хәҙерге көндә ул манара менән бер бөтөнгә әүерелгән. Уның архитектура элементтары буйынса типик псков фасады кремлдең төп урамына ҡаратылған. XVII быуат аҙағында 3 ҡат урынына манара кирбес сатыр менән ябылған ике кирбес 8 ҡырлы ҡат өҫтәп төҙөлә, һәм хәҙерге ҡазанлылар уның шулай күрә. 1917 йылға тиклем манара үрендә Рәсәй дәүләтенең ике башлы ҡарағоштан ғибәрәт гербы, XVIII быуатта өҫкө ҡатта «сыңлы» сәғәт ҡуйылған була һәм алдараҡ кескәй ҡыңғыраулыҡтан күсерелгән (манараның һул яғында диуар ҡолғаһында торған, хәҙер юғалған) ҙур саң ҡағыу ҡыңғырауы торған. XIX быуат уртаһына тиклем манара алдында таш күперле соҡор булған.
Көньяҡ-көнбайыш түңәрәк манара
Көньяҡ-Көнбайыш манараһы Ҡазан кремленең Спас манараһы менән бер осорҙа псков оҫталары төҙөй һәм ул оборона ҡоролмалары псков стиленең классик өлгөһө булып тора.
Преображенский манараһы
Преображенский манараһы. Манара төньяҡ-көнбайыштан уратҡанлыҡтан, атамаһын Ҡазан кремле Спас-Преображенский монастырынан алған. Несмотря на то, что Преображенский манараһын псков оҫталары Постник һәм Барма төҙөгән булыуға ҡарамаҫтан, моғайын ул һуңыраҡ яңыртылып төҙөлгәндер, шуға күрә мәскәү оборона төҙөлөшөнөң эҙен һаҡлай. Преображенский манараһынан алып Спас сығыу-инеү юлына тиклемге территорияны иҫке хан ҡәлғәһенә псков оҫталары ҡушҡан.
Биш ҡырлы манараны ла шулай уҡ псков оҫталары төҙөгән булған. Хәҙер уның Һөлдәһе генә һаҡланған.
Исемһеҙ түңәрәк манара
Исемһеҙ түңәрәк манара — кирбестән һалынған, фаразланғанса, XVII быуатта мәскәү төҙөүселәре ҡорған.
Төньяҡ-Көнбайыш манара. Хәҙер уның Һөлдәһе генә һаҡланған.
Йәшерен (Тайницкий) манараһы
Йәшерен (Тайницкий) манараһы — хәҙерге күренешендә 1550-се йылдарҙа Постник Яковлев төҙөгән, ҡамау ваҡытында һыу алыу мөмкинлеге булған йәшерен сығанаҡ барлығына бәйләп, шундай исем бирелгән (шуға оҡшаш «йәшерен» шишмәләр Мәскәү Кремленең Водовзводный, угловой Арсенальный мөйөшө һәм Замоскворецкий (Беклемишев) башнялары эргәһендә лә булған). Манараға килеп инеү урыны «тубыҡ» формаһында эшләнгән, һәм был кремлдең оборона һәләтен нығытҡан. На месте Тайницкий манараһы урынында ханлыҡ осоронда Нур Әли манараһы, рус транскрипцияһында Муралеева манараһы булған. Тап шул Нур Әли манараһы аша 22 йәшлек Иван Яуыз батша буйһондоролған ҡалаға ингән.
Төньяҡ түңәрәк манара. Һөлдәһе генә һаҡланған. XVII быуатта мәскәү оҫталары төҙөгән. Ҡазанды Пугачёв ҡамауынан һуң һүтелгән.
Воскресенский манараһы кирбестән һалынған, фаразланғанса (стилистик критерийҙар буйынса), мәскәү оҫталары 1670-се йылдарҙа төҙөгән. Сығыу-инеү юлы бар, куб формаһында.
Төньяҡ-көнсығыш түңәрәк манара
Төньяҡ-көнсығыш түңәрәк манара Пугачёв һөжүменән һуң һүтелгән.
Дмитриев сығып-инеп йөрөү манараһы Пугачёв һөжүменән һуң һүтелгән. Атамаһын эргәһендә торған изге яфа сигеүсе Димитрий Солунский сиркәүенән алған.
Консистор манараһы
Консистор манараһы XVII быуатта мәскәү оҫталары кирбестән төҙөгән, атамаһын VIII быуатта эргәһендә урынлашҡан кремль Дини консисторияһынан алған. Манараға күтәрелергә ярай, диаур ҡолғаһы буйлап — Көньяҡ-Көнсығыш манара яғына үтергә мөмкин. Археологик ҡаҙыныуҙар манара янында Консисторский башняһынан Преображенскийға килтереүсе тезицкий (тезик ғәрәпсә — сауҙагәр) соҡорон асыҡлаған, билдәле археолог Н. Калинин һәм башҡа ғалимдар тезик соҡорон хан ҡәлғәһенең көньяҡ сиге тип күрһәтә.
Көньяҡ-Көнсығыш түңәрәк манара
Көньяҡ-Көнсығыш түңәрәк манара — XVI быуат псков архитектураһының сағыу өлгөһө.

Ҡолшәриф мәсете[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡолшәриф мәсете

Ҡолшәриф мәсете —Татарстан Республикаһының һәм Ҡазандың төп йома мәсете (2005 йылдан); Ҡазан кремле биләмәһендә урынлашҡан.

Мәсет бинаһын төҙөү 1996 йылда, XVI быуатта Ҡазан ханлығы баш ҡалаһының легендар күп манаралы мәсетен, Урта Иҙелдең дини мәғрифәтселек һәм фәндәр үҫеше үҙәген тергеҙеү эше булараҡ, башлана. Мәсет 1552 йылдың октябрендә, Яуыз Иван ғәскәре Ҡазанды штурмлағанда, емерелә. Ҡазанды обороналау етәкселәренең береһе, мәсеттең һуңғы имам сәйете Ҡолшәриф, хөрмәтенә аталған.

36 метр бейеклектәге көмбәҙе батшаның "Ҡазан кәпәс"е образына оҡшатып, декоратив деталдәр, формалар менән биҙәлгән. Дүрт төп манараһының һәр береһенең бейеклеге 58 метр. Мәсеттең тышҡы күренешенең архитектур-нәфис эшләнеше мәсет архитектураһын урындағы традициялар менән яҡынайтыусы мәғәнә элементтарын асыу ярҙамында өлгәшелгән. Аҡ мәрмәрҙән һәм граниттан төҙөлгән, көмбәҙе һәм манаралары (йәшел-зәңгәр) фирүзә төҫөндә.

Благовещен соборы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуат башында Благовещен соборы һәм сиркәү манараһы (ҡыңғыраулыҡ)

XVI быуатта псков төҙөүселәре Иван Ширяй һәм Постник Яковлев төҙөгән. Планда аҡ таштан һалынған һәм сатраш көмбәҙле собор тәүҙә хәҙерге ваҡытта, бер нисә яңынан тергеҙеү һөҙөмтәһендә киңәйтелгән ҡорамдан ике тапҡырға тиерлек бәләкәй булған. Көмбәҙе Мәскәү кремленең Успенский соборы кеүек 6 түңәрәк терәккә таянған. Соборҙың көмбәҙе XVI быуатта тоҡа шлем формаһында булған. XVI быуат аҙағында бинаға: болдор (күтәрмә, паперть) менән тоташтырылған Изге Пётр һәм Феврония Муромлылар хаҡына төньяҡ һәм Изге кенәздәр Борис һәм Глеб хаҡына көньяҡ эргә төкәтмәләре соборҙың куб күренешендәге үҙәк күләмен уратып төҙөлгән.

XVIII һәм XIX быуат быуаттарҙағы үҙгәртеп төҙөүҙәр собор күренешен, бигерәк тә көнбайыш яғын ҡырҡа үҙгәртте. Луковичный шлемовидный 1736 йылда торҡа формаһындағы көмбәҙҙәре һуған рәүешле көмбәҙ менән алмаштырылды, ә үҙәк көмбәҙе украин барокко стилендәге «мунса» рәүешендә тамамланды. Собор йәнәшендә 1694 йылда ҡазан митрополиты Маркелл дәүерендә төҙөлгән Христос Раштыуаһы сиркәүе торған. 1821 йылға Христос Раштыуаһы сиркәүе ныҡ иҫкергәнлектән, техник комиссия уның урынына яңы йылы бина төҙөргә тәҡдим итә. 1836 йылда Ҡазан ҡалаһына килгән император Николай I Раштыуа сиркәүе урынына, Благовещен соборын көнбайышҡа табан киңәйтеп, унда яңы дөйөм аш-һыу бүлмәһен трапезная төҙөргә тәҡдим итә. Ҡазан губерна архитекторы (1834—1844) Фома Петонди (1794—1874) проекты буйынса собор көнбайышҡа, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа киңәйтелгән, шул сәбәпле, бер ҡатлы дөйөм аш-һыу бүлмәһе һәм XVIII быуатта төҙөлгән иҫке күтәрмә һүтеп алынған. Был реконструкция соборҙа ғибәҙәттәр атҡарыуҙы күпкә уңайлы итә, ләкин уның баштағы гармониялы күренешен ныҡ үҙгәртә. Шул ваҡыттан бирле, әгәр революциянан һуң Петонди проекты буйынса төҙөлгән күтәрмәне емергәндәрен һәм 1928 йылда революцияға тиклемге Ҡазандың иң ҙур ҡыңғырауы һаҡланған күркәм 5 яруслы XVII быуат ҡыңғыраулығын юҡ иткәндәрен иҫәпкә алмағанда, собор экстерьеры үҙгәрмәгән. Ул ҡыңғырауҙың ауырлығы 1 500 бот (яҡынса 570 24 кг) тәшкил иткән.

Сөйөмбикә манараһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сөйөмбикә манараһы

Башняның төҙөлөү ваҡытын ғалимдар төрлөсә билдәләйҙәр. «Ҡазан тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларында. С. С. Айҙаров, А. Х. Халиҡов, М. Х. Хәсәнов, И. Н. Әлиев мөхәррирләүендә»[4] тигән абруйлы хеҙмәттә манара 1645—1650 йылдарҙа төҙөлгән тиелә. Манара 1552 йылдан һуң күҙәтеүсе башня сифатында барлыҡҡа килгән фаразы яҡлылар Сөйөмбикә манараһын Мәскәү кремленең Боровицкий башняһына оҡшата. XIX быуатта билдәле ҡазан крайҙы өйрәнеүсеһе, Ҡазан Император университетының профессоры Н. П. Загоскин төҙөлөү ваҡыты асыҡ, хан дәүеренә ҡайтып ҡала, тип иҫәпләгән. Башня мәскәү кенәздәре менән яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаштыра алған Шәғәле хан осоронда төҙөлөүе мөмкин. Мәскәү кенәзе, манара төҙөтөү маҡсатында, Ҡазанға Мәскәү кремлен төҙөгән оҫталарҙы ебәргәндер, тип фаразлайҙар, шуның һөҙөмтәһендә Сөйөмбикә манараһының Боровицкий башняһына оҡшаш булыуы бик мөмкин, тиҙәр.

Манара 7 ҡаттан тора: планда өс ҡаты квадрат һәм асыҡ, йөрөй торған, галереяларға эйә, ҡалған дүртеһе — һигеҙ мөйөшлө. Манара алты ҡырлы кирбес сатыр менән тамамлана (бейеклеге 58 метр йәки 34 сажин 6 фут 6 метр), һәм 1917 йылға тиклем алтынлатылған «алма»ға урынлаштырылған ике башлы ҡарағош менән осланған була (ҡазан татарҙары риүәйәттәренә ҡарағанда, шар эсендә татар тарихы һәм мәҙәниәте менән бәйле мөһим документтар ятҡан булған тиелә). Һәр ҡаттың ситтәре ҡалаҡсыҡтар йәки нескә ҡырлы кирбес һырҙар менән биҙәлгән. Манараның түбәнге ҡатында — үтәнән-түтә сығыу-инеү юлы. Көнбайыш һәм көнсығыш фасадтарҙа аҫҡы ҡаттың бағаналары коринф ордерына хас икешәр терәтелгән колонналы, бейеклеге уртаһында үтә «типик рус горизонталь валиктары менән» арҡырыға киҫелгән[5]. Диуарҙары кирбес, иретмәһе эзбизташ, нигеҙ свайы имәндән. 1917 йылдан 1930-сы йылдарға тиклем — рәсәй гербы ярым айға алмаштырыла, ә 1930-сы йылдарҙа ярым ай алына, 1990-сы йылдарҙа манараға яңынан ярым ай ҡаҙала. Манара донъяның ҡолап барған ҡырҡ башняһы исемлегенә индерелгән. Тайпылыш вертикаль буйынса 2 метр тәшкил итә. Тайпылыш бинаның бер өлөшөндә нигеҙҙең ултырыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән. Бөгөнгө көндә манараның ҡолауы туҡтатылған.

Һарай (Введенский) сиркәүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дворцовый (Введенский, 1859 йылда Изге Рух төшөү хөрмәтенә изгеләштерелә) сиркәүе

«Ҡазан тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларында. С. С. Айҙаров, А. Х. Халиҡов, М. Х. Хәсәнов, И. Н. Әлиев мөхәррирләүендә»[4] тигән абруйлы хеҙмәтендә авторҙар, Һарай сиркәүе «Ҡазан ханлығы осоронда Нур-Әли мәсете торған урынға һалыған» тип әйтергә тырышалар, әммә был фараз һуңғы сығанаҡтарға таяна (ҡаланың 1768 йылғы планы экспликацияһында ғибәҙәтхана «элекке мәсет сиркәүгә әйләндерелгән» тип күрһәтелгән) һәм Введенский сиркәүенең тарихы фараздарының береһе булып тора (XIX быуатта Изге Рух төшөүе Сошествия хөрмәтенә изгеләндерелгән).

Введенский сиркәүе 1815 йылғы янғындан ныҡ зыян күрә һәм бик оҙаҡ ваҡыт емерек хәлдә була. 1836 йылда Ҡазанға килгән Николай I бойороғо буйынса, "батша хәҙрәттәре"нең 1852 йылда раҫланған проекты буйынса сиркәү Губернатор һарайы янындағы һарай сиркәүе булараҡ тергеҙелә. 1859 йылда сиркәү Күктәрҙән төшөүсе Изге Рух хөрмәтенә изгеләндерелә. Яңы ҡорамда элекке Введенский ҡорамының конструктив схемаһы һәм стилистик үҙенсәлектәре тергеҙелә, уның Ҡазандағы архитектур аналогы тип, шулай уҡ ябылған арҡа галереялы һәм күләме һикәлтәле схемалы итеп эшләнгән емерелгән Кизический монастырының Введенский соборын — Новоиерусалимский монастырын («Архиерей дачаһы») әйтергә була. Изге ғазап сигеүсе батшабикә Александра приделы менән Күктәрҙән төшөүсе Изге Рух һарайы сиркәүе үҙе икенсе ҡатта урынлашҡан, ә беренсе ҡатта Николай Чудотворец хөрмәтенә бағышланған придел, XIX быуат уртаһында Анна Давыдовна Боратынская бүләк иткән ҡорам иконаһы була.

4 һәм 8 ҡырлы күләмдәрҙең сиратлашыуы, әлбиттә, күҙәтеүсе манараны биҙәү муллығы буйынса күпкә уҙып китеп, сиркәүҙең һикәлтәле структураһы Сөйөмбикә манараһының һикәлтәле архитектураһына ауаздаш.

Хәҙер бында Татар халҡының дәүләтселеге тарихы һәм Татарстан Республикаһы музейы урынлашҡан.

Президент һарайы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Президент һарайы (элек Губернатор һарайы булған)

Ҡазан губернаторы һарайы боронғо ҡазан хан һарайы, XVIII быуатта — обер-комендант йорто булған кремлдең төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Бина XIX быуаттың 40-сы йылдарында псевдовизантий стилендә төҙөлгән[6]. «Император фатирҙары өсөн бүлмәләре булған хәрби губернатор йорто» проектын Мәскәү ҡалаһындағы Ҙур Кремль һарайы һәм Ҡотҡарыусы Христос ҡорамы проект авторы, билдәле мәскәү архитекторы К. А. Тон төҙөгән Һарай төп корпустан һәм ихата яғынан килеп тоташҡан хеҙмәттәр циркумференцияһынан тора. Һарай төҙөү менән 1842 йылғы ҡала янғынынан һуң Ҡазанды яңыртып төҙөгән Петербургтан ебәрелгән архитектор А. И. Песке етәкселек иткән. Интерьерҙарын биҙәү архитектор М. П Коринфский, «Ҡазан император университеты» комплексы архитекторҙарының береһе етәкселеге аҫтында үтәлә. Төп фасад үҙәге — өс дүрт ҡырлы арҡалы фронтон менән тамамланыусы ризалит, хан һарайы архитектураһы менән оҡшаштыр, моғайын. Бина арҡа ишек уйымдарына эйә һәм ике ордерлы колонналы ике күтәрмәнән тора. Беренсе һәм икенсе ҡаттар ордерлы пилястралар һәм арҡалы тәҙрә уйымдары менән бүленә. Планда фасад ярымтүңәрәктән һәм һарайҙың эске ихатаһына үтеп инеү урынынан ғибәрәт. Бинаның эклектик декорында урыҫ классицизмы элементтары (коринф ордеры менән бүлеү, 1-се ҡатта рустовка йәки таштан һалынғанды хәтерләүеүсе алым, дөйөм симметрия) менән бергә барокко (төп ризалит колонналары шәлкемдәре өҫтөндә антаблемент раскреповка, ҡыйыҡ портиктары характеры) һәм боронғо рус архитектураһы (2 ҡатта тәҙрә ҡуш арҡалаҙың аҫылмалы кескәй герҙәре, үҙәк ризалиттың дүрт ҡырлы тыш көмбәҙҙәре, Һарай сиркәүенә арҡалы, аҫылма һымаҡ үткәүелдең фигуралы таяныстары) элементтары аралашҡан.

Совет осоронда бинала Татар АССР-ының Юғары Советы Президиумы һәм Министрҙар Советы эшләгән. Хәҙерге заманда Татарстан Республикиаһы Президенты резиденцияһы.

Спас-Преображенский монастыры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуат башында Преображенский соборы һәм Спас монастыры манараһы

XVI быуатта изге Варсонофий нигеҙләгән. Ҡазан ханлығы осоронда ҡәлғә диуарҙары артында урынлашҡан, хәҙер музейлаштырылған Спас монастыры комплексы емереклектәре ятҡан территорияла зыярат булған. Был территория артабанғы быуаттарҙа ла некрополь хеҙмәте үтәүен дауам иткән: «боронғо монастырь некрополендә XV—XX быуаттар дауамында меңдән күберәк кеше (шул иҫәптән Ҡазан ханлығы осорондағы ҡәберлектәр) донъя мәшәҡәттәренән тыныслыҡ тапҡан. Шулай итеп, ул күп ҡатлы (6-8 кимәлгә тиклем) һәм күп милләтле[7]».

Монастырҙың төньяҡ өлөшөндә туғандаш корпус; монастырҙың көнсығыш яғынан XIX быуат формаларында реконструкцияланған Никола Ратный сиркәүенең кирбес ҡоймаһы (совет осорондағы хәрби частың сәйханаһы булып хеҙмәт иткән); 1930 йылдарҙа шартлатылған Преображенский соборының иҙән аҫты йорто подклеть; 1917 йылдан һуң, түбәнге ҡатындағы изге Варвара сиркәүе менән, емерелгән монастырь манараһы нигеҙе һәм изге Киприан һәм Иустиния хаҡына.сиркәүенең нигеҙе һаҡланған.

(Губерна канцелярияһының) идаралыҡ органдары бинаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Губернатор идаралыҡ органдарының 2 ҡатлы йорто — төп кремль урамының һәм Спас башняһының уң яғында урынлашҡан. Проектты Ҡазанды һәләкәткә килтергән 1765 йылғы ҙур янғындан һуң, Санкт-Петербург һәм Мәскәү комиссияһы эшләгән ҡала генераль планын деталләштереү өсөн 1767 йылда ебәрелгән В. И. Кафтырев төҙөгән. Юғары вазифалы чиновниктар һәм мөһим килеүселәр түр баҫҡыстан күтәрелгән икенсе ҡат, унда «суд палатаһы» алдында "аудиэнция"лар залы — 4 тәҙрәле үҙәк зал урынлашҡанлыҡтан, төп тип һаналған. Уға йәнәш «йәшерен сер» һәм «сәркәтиб» бүлмәләре урынлашҡан, башҡа бүлмәләрҙә «приказ хеҙмәткәрҙәре» ултырған. Бинала шулай уҡ көмбәҙле бүлмәле иҙән аҫты ҡаты бар. Присутственный урындар бинаһы менән кремль диуарының көнсығыш ҡолғаһы араһынан оҙон ихатаға үтеп инеү өсөн, бинаны өс секцияға бүлеүсе, үтәнән-түтә үтеп йөрөрөлөк, ике үткәүел бар. Төньяҡтан был бина менән йәнәш элекке Дини Консистория бинаһы урынлашҡан.

Пушка һарайы комплексы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пушка ихатаһы һарайы

Пушка ихатаһы ансамбле дүрт корпустан тора. Бында Рәсәйҙең артиллерия ҡоралдары етештереүсе һәм ремонтлаусы иң ҙур артиллерия ихаталарының береһе урынлашҡан. Ҡазан Арсеналы рус ҡоралының 1812 йылғы һуғышында еңеүенә үҙ өлөшөн индерҙе. 1815 йылғы янғындан һуң артиллерия етештереү кәмей барған, ә 1850 йылда Ҡазан Арсеналы юҡҡа сыға[8]. 1998 йылда бында XVII быуат аҙағына ҡараған ҡойоу соҡоро табыла, һәм ул реставрация эштәренән һуң килеүселәр өсөн 2017 йылда асыла. Хәҙер ул 2013 йылда асылған Пушка ихатаһы Музейы территорияһында урынлашҡан. «Яугир Рухы» Ҡорал Музейы ла Пушка ихатаһы комплексы составында тора.

Консистория һарайы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Консистория һарайы

XIX быуаттың дини ведомствоһы бинаһы. Совет осоронда бинала ТАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы урынлашҡан.

Архиерей йорто[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1555 йылда Ҡазан епархияһы раҫланғандан алып 1917 йылғы революцияға тиклем, Ҡазан епархияһында идара итеүсе православие епископтары резиденцияһы (Ҡазан губернаһы һәм элгәрге «Ҡазан батшалығы» биләмәһе менән тап килеүсе) Ҡазан кремлендә урынлашҡан. Архиерей йорто XIX быуатҡа хас типовой административ бинанан ғибәрәт. Үҙәк һәм ҡабырға ризалиттары көнсығыш диуарға ҡарай. Кремлде Пугачёв ҡамағандан һәм янғындарҙан һуң, архиерей йорто оҙаҡ йылдар дауамында йәшәргә яраҡһыҙ, һәм уға етди реставрация кәрәк була. 1836 йылда Ҡазан ҡалаһына килгән император Николай I указы буйынса, Архиерей йортон тергеҙеү өсөн аҡса бүленгән, һәм 1841 йылда инде Ҡазан һәм Свияжск архиепискобы Владимир (Ужинский) ҡазан архиерейҙарының ҡала сите резиденцияһынан — Воскресенский Новоиерусалимский монастырынан — Кремлгә күсеп килгән.

Юнкер училищеһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуатта юнкер училищеһы

Төп Кремль урамының һул яғында XIX быуат уртаһында юнкер училищеһы өсөн, XVIII быуатта юҡҡа сығарылғанға саҡлы Троицк монастыры (16 быуатта нигеҙләнгән), һуңыраҡ XVIII—XIX быуаттарҙа —1812-1815 йылдарҙа яңы пушкалар һәм уларҙың частарын әҙерләүсе, һәм армияла зыян күргәндәрен йүнәтеүсе Рәсәйҙең иң эре пушка арсенал һәм артиллерия ихатаһы торған. Бинаны архитектор П. Г. Пятницкий (Ҡазан университеты биналары архитекторы) «һуңғы рус классицизмы стилендә»[5], аныҡ симметрик планлаштырыу, үҙәк коридорҙың ике яғында бейек яҡты уҡыу бүлмәләре, бинаның ҡәтғи экстерьеры һәм фасадты биҙәү элементтары: профилләнгән тәҙрә йөҙлөктәре һәм беренсе ҡатында рустовка шуға күрһәтә. Төп инеү урыны аҫылмалы металл фронтон менән айырылып тора.

Хәҙер бинала Татарстан Республикаһының Тәбиғи тарих музейы, Милли картиналар галереяһы «Хазина», Эрмитаж Дәүләт Музейы (Санкт-Петербург ҡалаһы) филиалы һәм 1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышы Музей-Мемориалы урынлашҡан.

Манеж[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡазан хәрби училищеһы курсанттары менән уҡыу күнекмәләре үткәреү өсөн 1881 йылда Петербургта башҡарылған проект буйынса 1880-се йылдарҙа төҙөлгән Строевой манеж. Бинаның ҡыйығын инженер яҡтан сисеү ҙур майҙанды (18 х 56 метр) бер тороҡло асамай йәки атлама конструкциялар менән ябыу мөмкинлеген биргән. 2003—2006 йылдарҙа яңыртылғандан һуң, бинала һаҡлағыс һәм Боронғо китаптар һәм ҡулъяҙмалар музейының уҡыу залын ойоштороу планлаштырылған[9].

Гауптвахта бинаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Спас баняһына төп инеү урынынан уң яҡта, көньяҡ-көнсығыш мөйөштә, урынлашҡан. Бина XIX быуатта, XVIII быуатта таш цейхгауз — йәнәштә урынлашҡан губерна канцелярияһының хәрби мөлкәт келәте урынына, төҙөлгән. Бина архитектураһы һуңғы дәрәжәлә аскетик күренешендә.

Ҡазан кремленең юғалған биналары һәм ҡоролмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Благовещен соборындағы XVII быуатта төҙөлгән ҡыңғыраулығы (1928 йылда юҡ ителгән, 5 ҡатлы, революцияға тиклемге Ҡазандың иң ҙур ҡыңғырауын һаҡлау урыны булған),
  • Преображенск соборы (1930-сы йылдарҙа шартлатылған);
  • Түбәнге ҡатында изге Варвара сиркәүе булған Ҡыңғыраулыҡ манараһы (1917 йылдан һуң юҡ ителгән),
  • Изге Киприан һәм Иустиния сиркәүе.

Ҡазан кремлендә археологик тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Археологик тикшеренеүҙәргә башланғысты XIX быуатта төҙөлөп ятҡан юнкер училищеһы урыныда нигеҙ соҡорон тикшереүсе ҡазан крайҙы өйрәнеүселәре Ҡазан университеты профессоры Николай Загоскин һәм Павел Пономарев һалған. 1920-се йылдарҙа Н. Ф. Калинин һәм Н. А. Башкиров байтаҡ археологик ҡаҙыуҙар үткәргән. 1971 йылдан алып Л. С. Шавохин һәм Альфред Халиҡов етәкселегендә алып барылған системалы тикшеренеүҙәр мәҙәни ҡатламдың стратиграфияһын билдәләргә мөмкинлек бирҙе. 1990-сы йылдарҙа бер нисә археологик тикшеренеү үткәрелде, атап әйткәндә, Благовещен соборы элекке төп хан мәсете урынында төҙөлгән тигән фараз раҫланманы: собор аҫтында элекке Ҡазан ханлығы осорона ҡараған ниндәй ҙә булһа төҙөлөш фундаменттары булыуы асыҡланманы.

Ҡазан кремлендә эшләгән ойошмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Татарстан Республикаһы Президенты Аппараты
  • Ислам мәҙәниәте музейы
  • ТР-ның тәбиғи тарихы музейы
  • Татарстан Республикаһы һәм татар халҡының дәүләтселеге тарихы музейы
  • «Эрмитаж-Ҡазан» үҙәге — Эрмитаж Дәүләт Музейы (Санкт-Петербург ҡалаһы) филиалы
  • «Хазина» Милли картиналар галереяһы
  • Бөйөк Ватан һуғышы Музей-мемориалы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 http://whc.unesco.org/en/list/980
  2. История Татарской АССР. Под ред. З. Гильманов, М. Мухарямов, Ю. Смыков, А. Халиков, Х. Хасанов. — Казань: Институт языка, литературы и истории им. Г. Ибрагимова АН СССР, 1968
  3. М. Фехнер Великие Булгары. Казань. Свияжск. — М., 1978. — стр. 54
  4. 4,0 4,1 Казань в памятниках истории и культуры. Под ред. С. С. Айдарова, А. Х. Халикова, М. Х. Хасанова, И. Н. Алеева. — Казань, 1982
  5. 5,0 5,1 Казань в памятниках истории и культуры. Под ред. С. С. Айдарова, А. Х. Халикова, М. Х. Хасанова, И. Н. Алеева. — Казань, 1982. — стр. 162
  6. Казань в памятниках истории и культуры. Под ред. С. С. Айдарова, А. Х. Халикова, М. Х. Хасанова, И. Н. Алеева. — Казань, 1982. — стр. 163
  7. Елдашев А. М. Туалет на могиле Катанова
  8. Казанский Кремль - Комплекс Пушечного двора. Дата обращения: 30 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года. 2013 йыл 8 май архивланған.
  9. http://www.kazan-kremlin.ru/kremlin/architecture/6/%7Ctitle=Казанский(недоступная ссылка) Кремль — Манеж

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Соколов С.В. Казань. Портрет в стиле импрессионизма. — Казань: Отечество, 2011. — С. 46—52. — ISBN 978-5-9222-0408-8.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Кремли Ҡалып:Всемирное наследие в России