Латыш уҡсылары һәйкәле
Латыш уҡсылары һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 1971 |
---|---|
Дәүләт | Латвия |
Административ-территориаль берәмек | Старый город Риги[d] |
Урын | площадь Латышских Стрелков[d] |
Булдырыусы | Valdis Albergas[d] |
Бейеклеге/буйы | 13 метр |
Латыш уҡсылары һәйкәле Викимилектә |
Латыш уҡсылары һәйкәле Латвияның баш ҡалаһы Ригала, Латыш Уҡсылары майҙанында урынлашҡан.
1971 йылда Ҡыҙыл латыш уҡсыларының Мемориаль музй-һәйкәле өлөшө булараҡ ҡуйыла, уның составына бер йыл элек асылған әлеге Латвия оккупацияһы музейы ла инә.
Ҡыҫҡаса тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙ дәүеренә ярашлы кейенгән һәм ҡоралланған латыш уҡсыларының өс монументаль фигураһынан торған 13 метр бейеклектәге скульптура композицияһынан ғибәрәт. Уның авторы — Латвия ССР-ының Сәнғәт академияһын тамамлаған Латвия ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре скульптор Валдис Карлович Албертс һәм архитектор Дзинтарс Дриба — был эштәре өсөн өсөн 1972 йылда СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була.
Уҡсыларҙың монументаль төркөмө украин гранитынан эшләнгән. Таш күпер янында яр буйына йәнәш майҙан уртаһында бейек постаментҡа ҡуйылған. 2000 йылда постаментҡа яҙыу яҙыла: «Latviešu strēlniekiem 1915—1920» («1915—1920 Латышский уҡсыларына»). 2001 йылда һуйырташ менән биҙәлгән һәйкәл янын төҙөкләндереү тамамлана.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Латышские стрелки
- Площадь Латышских Стрелков
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рига: Энциклопедия = Enciklopēdija «Rīga» / Гл. ред. П. П. Еран. — 1-е изд.. — Рига: Главная редакция энциклопедий, 1989. — С. 461. — 880 с. — 60 000 экз. — ISBN 5-89960-002-0.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Площадь Латышских Красных Стрелков 2013 йыл 24 ноябрь архивланған.