Эстәлеккә күсергә

Ростов шампан шараптары комбинаты: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Ростовский комбинат шампанских вин" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

14:37, 2 апрель 2017 өлгөһө

Ростовский комбинат шампанских вин
Нигеҙләнгән

1937

Уранлашыуы

Ростов-на-Дону

Тармаҡ

Пищевая промышленность

Продукция

игристое вино

Сайт

Ростовский комбинат шампанских вин

ЯСЙ Ростов шампан шараптары комбинаты  — шампан  һәм бызырлаҡ шараптар етештереүсе комбинат[1] Дондағы Ростов ҡалаһы предприятиһы.

Тарих

Дондағы Ростовта  шампан шараптары заводы төҙөү  ВКП (б) Үҙәк Комитетының  һәм СССР Халыҡ комиссарҙары советының  1936 йылдың 28  июлендә  Совет шампаны ,десерт һәм аш шараптары етештереү тураһындағы Ҡарарына ярашлы башлана"[2].

1937 йылда хеҙмәткә заводтың 1-се сираты эшләй башлай, ул нигеҙҙә француз импорт ҡорамалдары менән йыһазландырылған була. Уның ҡеүәте йылына 500 мең шампан шешәһе тәшкил иткән.

1938 йылда 2-се  сираты, 1939 йылда — 3-сө сираты сафҡа индерелә һәм заводтың ҡеүәте проектанған дәүмәлгә еткерелә — йылына 3 млн. шешә шампан сығарыла.

Шул уҡ ваҡытта шампан шараптары заводы  алты төр шарап : ҡоро, ярым ҡоро , татлы, ярым татлы, мөшкәтле һәм  цимлян бызырлаҡ шарабы- эшләп сығарған. 1940 йылда шарап эшләү техникаһы һәм сеймал базаһы үҫешеү менән бәйле рәүештә  хеҙмәт етештереүсәнлеге күтәрелә, завод 3 миллион урынына  4 миллион 200 мең шешә шампан  етештергән.

 Бөйөк ватан һуғышы осоронда Дондағы Ростов немец оккупацияһы аҫтында ваҡытлыса торғанда завод 85 миллион һумлыҡ зыян күрә. 1943 йылдың февраль айында, ҡаланан 60 км алыҫтараҡ, завод тергеҙелә башлай. 1944 йылдың аҙағында завод йылына  1 миллион шешә  совет шампаны  сығара башлай.

1948 йылдың утыҙынсы сентябрендә  завод тулы ҡеүәтенә етә һәм  3 миллион шешә шампан сығара башлай..

1961-1964 йылдарҙа заводтың төп продукцияһы булып Совет шампаны һәм Цимлян  бызырлаҡ шарабы тора. 1960 йылдарҙаРостов шампанын ГФР-ға, Венгрия, Польша, Чехословакия, Югославия һәм башҡа илдәргә экспортлай башлайҙар.

1970 йылдың утыҙ беренсе мартында  Ростов шампан шараптары заводы   Ростов тәжрибә-эксперименталь  шарап заводы менән берләштерелә. Ошо мәлдән алып  ул Ростов  шампан шараптары комбинаты тип аталып  йөрөтөлә башлай.

1986 -1992 йылдар осоронда комбинаты Совет шампаны, алһыу бызырлаҡ , Ростов бызырлаҡ, "Бызырлаҡ Дон", "Херес" шараптары сығарған.

Етештереү

Комбинаттың ҡеүәте йылына 13 миллион шешә тәшкил итә[3].

Комбинатта 3  төп етештереү цехы эшләп килә.

Шарап материалдары  цехы йөҙөм етештереүсе хужалыҡтарҙан килгән виноматериалды һаҡлауға тәғәйенләнгән.  Комбинат   ғәҙәттәге йөҙөм сорттары Алиготе, Рислинг, Шардонены  Дон, Ставрополь һәм Краснодар крайҙарынан һатып ала , шулай уҡ БДБ  һәм Европа илдәренән дә комбинатҡа килтерә..

Шампанизация цехы  икенсел әсетеү өсөн акратофорҙар һәм өҙлөкһөҙ  шампанизация линиялары менән йыһазландырылған. Илдә беренсе булып шампанды һәм бызырлаҡ шараптарҙы металл резервуарҙарҙа — акратофор Фролов-Багреев акратофорҙарҙа етештерә башлайҙар . 1964 йылда өҙлөкһөҙ шампанизация ысулы индерелә, һәм ул хәҙерге көнгә тиклем комбинатта  ҡулланыла. Бызырлаҡ шарап, шампан өҙлөкһөҙ ағым менән  ҙур һауыттарҙа (акратофорҙа )  даими баҫым (5-6 кгс/см2) аҫтында етештерелә. Бызырлаҡ шараптар һәм  шампан әсеү һөҙөмтәһендә тәбиғи рәүештә күмер кислотаһы менән туҡландырыла.

Ҡойоу  һәм биҙәү цехы  өс диния менән йыһазландырылған. Шампан һәм бызырлаҡ шараптар ҡойоу линияларының етештереүсәнлеге  сәғәтенә  10 мең шешә тәшкил итә.

Иҫкәрмә

Һылтанмалар