Эстәлеккә күсергә

Рыленко Владимир Данилович: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Рыленко, Владимир Данилович" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

13:35, 10 сентябрь 2020 өлгөһө

Рыленко Владимир Данилович (19272015) — хоҡуҡ һаҡлау органдары совет эшмәкәре, генерал-лейтенант. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты. (1963-1990). Башҡорт АССР-ының эске эштәр министры (1962-1987).

Биографияһы

Владимир Данилович Рыленко 1927 йылдың 7 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Троицк ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған.

1944 йылдан алып, Стәрлетамаҡ педагогия техникумын тамамлағандан һуң, 17 йәшендә В. Д. Рыленко үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген уҡытыусы булып Башҡорт АССР-ының Федоровка районы мәктәптәрендә башлай. 1945 йылда хәрби пилоттар мәктәбен тамамлаған. 1945-1947 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһында хеҙмәттә була[1].

Совет Армияһынан демобилизацияланғандан һуң В. Д. Рыленко Федоровка район комсомол комитеты секпетары булып эшләй башлай. 1955 йылдан алып ВЛКСМ Үҙәк Комитеты эргәһендәге Үҙәк комсомол мәктәбен тамамлағандан һуң Бәләбәй ҡалаһында ВЛКСМ-дың беренсе секретары булып эшләй. Шкапов нефть ятҡылығын үҙләштереүендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн В. Д. Рыленко Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының почет грамотаһы менән бүләкләнәы.

1957 -1960 йылдарҙа В. Д. Рыленко Башҡорт өлкә комсомол комитетының секретары, артабан икенсе секретары булып эшләй. 1960 йылда КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Юғары партия мәкәтәбен тамамлағандан һуң В. Д. Рыленко Башҡорт АССР-ының милиция һәм кадрҙар буйынса эске эштәр министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[1].

1962 йылдан алып 1987 йылға тиклем, егерме биш йыл дауамында, В. Д. рыленко Башҡорт АССР-ының эске эштәр министры вазифаһын биләй. 1975 йылда СССР Министрҙар Советы Ҡарары менән уға генерал-лейтенант званиеһы бирелә(һылтанма). 1970 йылда Өфө ҡалаһында В. Д. рыленко ярҙамында СССР МВД-ының махсус урта мәктәбе асыла һәм Башҡортостан эске эштәр органдары тарихы музейы булдырыла[1]. 1967 йылда В. Д. Рыленко ситтән тороп - Свердловск юридик институтын, шулай уҡ ике тапҡыр 1976, 1983 йылдрҙа — СССР МВД Академияһы эрһәгендәге эске эштәр министрлығының етәксе хеҙмәткәрҙәрҙең юғары академия курстарын тамамлай (һылтанма) тамамлай.

Төп эшмәкәрлегенән тыш В. Д. Рыленко ижтимағи-сәйәси эш менән шөғөлләнә, 1963 йылдан алып 1990 йылға тиклем Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 6-11 саҡырылыш депутаты итеп һайлана[2].

1990 йылдан алып В. Д. Рыленко Башҡортостан эске эштәр органдары һәм эске эштәр органдарының ветеран ойошмаһы етәксеһе була.

2015 йылдың 1 июнендә Өфөлә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Өфө ҡалаһы Киров районында «Генерал Рыленко» исемле урам барлыҡҡа килде.

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 1,2 На 88 году жизни ушел из жизни бывший министр внутренних дел республики Владимир Рыленко. Дата обращения: 2 август 2020. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «эср» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы / Под ред. К. Б Толкачева. Сост.: В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Кн.2. — Уфа: ГРИ "Башкортостан", 2005 г. — 304 с. — ISBN 5-8258-0204-5

Әҙәбиәт