«Герой әсә» ордены
«Герой әсә» исеме һәм ордены | |
Ил | |
---|---|
Награда төрө |
Юғары исем |
Кемгә бирелә |
Әсәйҙәргә |
Награда тапшырыла |
10 һәм ундан күберәк бала тапбып тәрбиәләгән өсөн |
Статус |
тапшырылмай |
Статистика | |
Параметрҙара |
киңлеге — 28 мм, бейеклеге — 46 мм |
Раҫланған ваҡыты | |
Беренсе бүләкләү | |
Һуңғы бүләкләү | |
Бүләкләнгәндәр иҫәбе |
яҡынса 431 000 |
Сиратлылыҡ | |
Өлкәнерәк награда |
юҡ |
Кесерәк награда | |
[[commons:Category: Order of the Mother Heroine Викимилектә|«Герой әсә» исеме һәм ордены]] Викимилектә |
«Герой әсә» ордены (рус. «Мать-героиня») — Советтар Союзының юғары почётлы исеме һәм ордены. Күп балалы әсәләр бүләкләнгән. Советтар Союзының Юғары Советы Президиумы тарафынан 1944 йылдың 8 июлендә раҫланған. Һуңғы тапҡыр 1991 йылдың 14 ноябрендә СССР Президенты Указы менән тапшырылған. 47 йыл дауамында яҡынса 431 мең әсә маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Герой әсә» ордены биш ҡанатлы йондоҙ рәүешендә һибелгән көмөш нурҙар ерлегендәге биш ҡанатлы ҡабарынҡы алтын йондоҙҙан ғибәрәт, нурҙарҙан эшләнгән йондоҙҙоң ҡанат остары алтын йондоҙҙоң ҡанат остары араһына тап килә. Көмөш штрал йондоҙҙоң ҡапма-ҡаршы остары араһында ордендың үлсәме — 28 мм. Ҡалыбы менән бергә ордендың бейеклеге — 46 мм. 1975 йылдың 18 сентябренә орденда алтын күләме – 4,5±0,4402 г, көмөштөкө – 11,525±0,974 г. Алтындың пробаһы 950. Ордендың дөйөм ауырлығы — 17,5573±1,75 г. Ордендың билдәһе элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында ҡыҙыл эмаль менән ҡапланған фигуралы металл пластинаға беркетелгән. Пластинкала «Герой әсә» тигән ҡабарынҡы яҙыу. Пластинканың ситтәренә һәм яҙмаға алтын ялатылған. Пластинканың артҡы яғында орденды кейемгә беркетеү өсөн төйрәүес бар.
Тапшырыу ҡағиҙәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]10 һәм ундан күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән әсәләргә, һуңғы балаһына 1 йәш тулған һәм алдағылары иҫән булған осраҡта тапшырыла.
«Герой әсә» исемен биреү шартына ярашлы:
- рәсми раҫланған тәрбиәгә алынған;
- СССР-ҙы һаҡлап, йәки башҡа хәрби бурыстарын үтәп, йәки кеше ғүмерен, социолистик милек һәм социолистик тәртипте һаҡлау буйынса гражданлыҡ бурысын үтәп һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған, шулай уҡ үрҙә күрһәтелгән бурыстарҙы үтәгәндә алған яраланыу, контузия, йәрәхәттәр һәм ауырыуҙарҙан, йәки хеҙмәт йәрәхәтәренән һәм һөнәри ауырыуҙарҙан үлгән балалар иҫәпкә алына
«Герой әсә» исеме бирелгән әсәләргә «Герой әсә» ордены һәм СССР Юғары Советы Президиумы Грамотаһы тапшырыла.
«Герой әсә» ордены түштең һул яғында, башҡа орден һәм миҙалдар булған осраҡта, уларҙан өҫтә тағыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт АССР-ы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт АССР-ында «Герой әсә» исеме бирелгән әсәләр һаны:
- 1944 йылдан 1951 йылға тиклем — 706
- 1951 йылдан 1956 йылға тиклем — 329
- 1956 йылдан 1961 йылға тиклем — 429
- 1961 йылдан 1966 йылға тиклем — 488
- 1970 йылда — 152
- 1975 йылда — 110
- 1980 йылда — 79
- 1985 йылда — 28
- 1987 йылда — 12
- 1988 йылда — 16
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Әсәлек даны» ордены (СССР, 08.07.1944)
- Әсәлек миҙалы (СССР, 08.07.1944)
- «Әсәлек даны» миҙалы (Башҡортостан Республикаһы, 16.04.1998)
- «Ата-әсә даны» ордены (Рәсәй Федерацияһы, 13.05.2008)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Информация об ордене (рус.)
- Государственные награды за материнство в СССР. Справка (рус.)
- Указ Президиума ВС СССР от 8 июля 1944 года (с изм. и доп.)(недоступная ссылка) (рус.)
- Данные на сайте Президентской библиотеки