«Казактар» скульптура төркөмө (Волга-Дон каналы)
«Казактар» скульптура төркөмө — Волгодонсктың төньяҡ-көнбайышындағы монументаль композиция. Волго-Дон суднолар йөрөү каналының 15-се шлюзын биҙәй. 1953 йылда архитектор Леонид Михайлович Поляков һәм скульптор Георгий Иванович Мотовилов проекты буйынса төҙөлә. РСФСР Министрҙар советының 1960 йылдың 30 авгусындағы 1327-се ҡарары менән монумент дәүләт әһәмиәтендәге һәйкәлдәр рәтенә индерелә. «Казактар» скульптура төркөмө Волгодонскта һәм Волгодонск районында федераль әһәмиәттәге берҙән-бер мәҙәни мираҫ объекты[1]. Казактарҙың скульптураһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Кубань казак кавалерия корпусы гвардеецтарының ҡаһарманлығын һәм, ғөмүмән, Дон казактарының хәрби данын символлаштыра[2].
Һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скульптура композицияһы Волга-Дон суднолар йөрөгән каналдың һуңғы (15-се) шлюзының ике яғына урынлашҡан ике башня-колоннаға урынлаштырылған һыбайлылыар статуяһынан тора. Уларҙың пьедесталы иртә классицизм рухында башҡарылған. Нигеҙ киңлеге 4,5 м. Мемориаль таҡтаташҡа:
Бында 1942 йылдың авгусында Кубань казак корпусы гвардеецтары, донъяны үҙҙәренең ныҡлығы һәм рух бөйөклөгө менән таң ҡалдырып, Кавказ ҡапҡаларын һаҡлап, һуңғы һулышынаса тора. |
Мундир кейгән казактар үрәпсегән ататрҙа һынландырылған. Уларҙың береһе шашка һелтәй, икенсеһе уны баш осона күтәргән. «Казактар» федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып торғанлыҡтан, эргә-тирәләге территорияла хужалыҡ йәки башҡа эштәр алып барыу , бынан тыш, мәғлүмәти йәки реклама стендары ҡуйыу, үҫемлектәрҙе ҡырҡыу тыйылған[3].
-
"Казактар" шлюз № 15
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6110042000 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
- ↑ Памятник «Донские казаки» . Донской туризм. Ростовская область. Дата обращения: 16 ғинуар 2017. 2017 йыл 1 декабрь архивланған.
- ↑ «Казаки» на судоходном канале в Волгодонске попали в особо охраняемую зону . Блокнот. Дата обращения: 16 ғинуар 2017.(урыҫ.). Блокнот. 16 ғинуар 2017 тикшерелгән.