Молодёжная газета
Уҡыу көйләүҙәре
(«Ленинец» гәзите битенән йүнәлтелде)
«Молодёжная газета» | |
Тип |
Башҡортостан йәштәре өсөн урыҫ телендә сыҡҡан гәзит |
---|---|
Форматы |
А3 |
Тиражы |
5000 |
Веб-сайты | |
Молодёжная газета (Ленинец, 1996 йылға тиклем) (башҡ. Йәштәр гәзите) — Башҡортостан Республикаһының йәштәр өсөн урыҫ телендә сыҡҡан аҙналыҡ ижтимағи-сәйәси гәзите. Кесаҙна көндө 24 бит булып донъя күргән был баҫмала йәштәрҙең төрлө яҡлы: ижтимағи-сәйәси, иҡтисады, мәҙәни һәм спорт тормошо яҡтыртыла.
«Молодёжная газета» 1996 йылға тиклем «Ленинец» исеме менән нәшер ителде.
Газетаның ҡыҫҡаса тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баҫманың юл башы 1923 йылдың 12 ғинуарында РКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты органы булараҡ сыға башлаған «Йәш юҡсыл» (рус. Юный пролетариат) гәзитенә барып тоташа. Ул 1000 дана менән аҙнаһына бер тапҡыр донъя күрә.
- 1925 йылдың 27 мартында ВЛКСМ Үҙәк Комитеты күрһәтмәһе менән республикала «Башҡортостан йәштәре» исемле дүрт битле гәзит сыға башлай. ВЛКСМ өлкә комитеты ҡарары нигеҙендә 1930 йылдың 6 апреленән «Башҡортостан йәштәре»нең исеме «Ленинсы»ға үҙгәртелә.
- Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән йәштәр баҫмалары сығыуҙан туҡтай.
- 1951 йылдың 4 ғинуарында ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы «Ленинсы» гәзитен тергеҙеү мәсьәләһен хәл итә, ә ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарары менән республикала бер баҫма ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты органы булған «Ленинец» — «Ленинсы» булдырыла: ул урыҫ телендә «Ленинец», ә башҡорт теленә (башлыса тулыһынса) тәржемә ителеп, — Ленинсе (һуңыраҡ Ленинсы) исеме менән сыға башлай.
- 1990 йылдың ғинуарынан «Ленинец» — «Ленинсы» газеты нигеҙендә ике баҫма булдырыла: урыҫ телендә — «Ленинец» һәм башҡорт йәштәре өсөн өр-яңы гәзит — «Йәшлек» донъя күрә башлай.
- 1996 йылдан "Ленинец"тың исеме «Молодёжная газета» итеп үҙгәртелә һәм бөгөнгө көндә лә ул шулай сығып килә.