«Мысыр пирамидаһы» скульптура композицияһы
| |
Лындин Дмитрий Васильевич | |
Мысыр пирамидаһы, 2008 | |
Бронза, формаға ҡойоу. | |
Таганрог, Петров урамы, Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы (Таганрог). |
«Мысыр пирамидаһы» скульптура композицияһы — А. П. Чеховтың «Каштанка» хикәйәһе буйынса Таганрогта скульптор Дмитрий Лындин эшләгән скульптура композицияһы[1].
Скульптура композицияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скульптура композицияһы бронзаны формаға ҡойоу техникаһында башҡарылған. Ул хикәйәләге сусҡа Хавронья Ивановна, ҡаҙ Иван Иванович, бесәй Федор Тимофеевич, Каштанка ҡатнашлығында эшләнгән «Мысыр пирамидаһы» цирк номерын кәүҙәләндерә[2]. Тәпәш гранит постаментҡа ҡуйылған композицияның тирә-яғына төҫлө плиткалар һалынған һәм ул цирк аренаһын хәтерләтә. Скульптура композицияһы балалар уйнағанда ҡурҡыныс тыуҙырмаһын өсөн хәүефһеҙлек сараларын иҫәпкә алып эшләнгән. Горький исемендәге паркка ингәндәге майҙанға урынлаштырылған. Композицияны эшләү өсөн 150 кг балауыҙ (балауыҙ моделе), 1000 кг формалау ҡатнашмаһы, 1000 кг «Бр ОЦС 555» сәнғәт бронзаһы файҙаланыла. Ҡойолған бронза фигуралары сүкелә, шымартыла, ялтыратыла һәм яһалма патинлаштырыла. Композицияны эшләү, урынлаштырыу һәм тирә-яғын төҙөкләндереү өсөн барлығы 1 061,0 мең һум китә[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәйкәл 2008 йылдың 1 сентябрендә, Белем көнөндә асыла.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таганрог халҡында Дмитрий Лындиндың эше ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, хатта ҡала мэры Николай Федянин шәхсән уның оҫтаханаһына килеп, конкурста еңгән проекттың эше нисек барғаны менән ҡыҙыҡһына[4].
- «Мысыр пирамидаһын» урынлаштырыылған көндө ҡала халҡы араһында яңы традиция тыуа: улар теләк үтәлһен өсөн сусҡаның моронон ышҡып, уның асыҡ ауыҙына тәңкә һала. Һуңғараҡ йәш вандалдар, йыйылған аҡсаны тимерсыбыҡтан эшләнгән ҡулайлама ярҙамында алыу маҡсатында, сусҡаның моронон соҡоп тәрәнәйтә.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Пилипенко Г. О финансовых вливаниях // www.rostovnews.net. — 2009. — 16 июля.
- ↑ Ренжигло А. Жемчужины Таганрога // Таганрогская правда. — 2012. — 10 апр.
- ↑ Собств. корр. Скульптурная композиция «Египетская пирамида» 2016 йыл 5 март архивланған. // www.mintrud.donland.ru. — 2010. — 18 сент.
- ↑ Каминская М. И сейчас, и потом Коробейник с Котом 2013 йыл 10 март архивланған. // Наше время. — 2011. — 11 февр.