Škoda Auto

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Төйөн табылған ҡалыптар: Ҡалып:Карточка компании

Автодрезина Škoda 1202 автомобиль базаһында

Škoda Auto (башҡортса әйтелеше: Шко́да А́вто) — Škoda маркаһында еңел автомобильдәр етештереүсе сауҙа чех автомобиль төҙөүсөләре компанияһы. Ойошма Рәсәйҙәге Берҙәм машиналар төҙөү заводтар (Уралмаш-Ижора) ААЙ ҡулында (Газпромбанк активы). Штаб-фатиры Млада-Болеслав ҡалаһында урынлашҡан (Чехия).

Компания логотибы итеп 1926 йылда ҡанатлы уҡ һайланған. Уның тәүге эскизы 1915 һәм 1920 йылдар арауығында Maglie әфәнде тарафынан эшләнгән.[1][2]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шкода маркалы автомомилдәр сығарыу тарихы 1895 йылда чех ҡалаһы Млада-Болеслав та башлана. Механик Вацлав Лаурин һәм китаптар менән һатыу итеүсе Вацлав Клемент, икеһе лә велосипед менән мауыға. Улар шәхси концтрукциялары менән велосипед етештерә башлай. Уны илһөйәрҙәр булараҡ — Славия тип атайҙар. Уларҙың хеҙмәте уңышлы барып сыға. 1899 йылда улар төҙөгәнLaurin & Klement Co фирмаһы мотоциклдар етештерә башлай. Улар сығарған мотоциклдар менән ярышыусылар донъя кимәлендәге ярыштарҙа урындар яулай.Быуат ағымында ул компания тағы ла бик мөһим аҙымға бара - машиналар сығарыу яйға һалына. Беренселәрҙән булып 1905 йылда сығарылған Лoiturette A автомобиле комерция уңыштары килтерә. Һәм чех машинаһының данын күтәрә. Донъя баҙарында бик тиҙ танылыу ала. Австро-Венгрия монархияһының Богемо короллеген сәнәғәт буйынса үҫешкән регион тип таныта. Предприятиенең үҫешеүе ғаилә предприятиеһы формаһында ғына булыуы тығыҙая. Яңы бейеклеккә күсергә кәрәк була. 1907 йылда L & K компаниеһы барлыҡҡа килә. Яңы Faeton моделе уйлап сығарыла. 1914 йылғы һуғыштан һуң компание хәрби машиналар етештереүҙә ҡатнаша. Үҙенең позицияһын һаҡлар ҡалыу һәм үҫешеү өсөн L & K көслө партнерҙар эҙләй. 1925-1929 йылдар араһында фирма маркаһы менән 2985 дана машина етештерә. Икенсе Бөтә донъя һуғышы ваҡытында етештереү туҡтап тора.

«Шкода-Пльзень»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1923 йылдың 15 декабрендә чех ҡалаһы Пльзендә автомобиль төҙөүсе фирма «Шкода»ның эмблемаһы теркәлә. Йәш инженер Эмиль Шкода 1869 йылда Пльзень ҡалаһында бәләкәй генә механика заводы ала. Тора- бара завод Австро-Венгрия империяһында иү эре машина етештереүсе предприятиеға әйләнә.

1992 1993 1994 1995 1996 1997 1998 1999 2000 2001 2002 2003 2004 2005 2006 2007 2008 2009 2010 2011[3]
Саф килем, млрд кроналар[4] 4,18 -4,26 -2,37 -1,62 0,16 1,17 2,24 2,64 3,34 2,13 1,83 1,48 3,37 7,89 11,06 15,98 10,82 3,46 8,84 16,1

Продукция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Автомобилдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Автобустар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]