Адрияна Ходжич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Адрияна Ходжич
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Kosovo.svg Косово
Тыуған көнө 1975
Тыуған урыны СФРЮ[d], СР Сербия[d], Социалистический автономный край Косово[d], Косовска-Митровица[d]
Һөнәр төрө дәүләт хеҙмәткәре, сәйәсмән
Сәйәси фирҡә ағзаһы беспартийный[d]

Ходжич Адрияна (босн. Adrijana Hodžić, алб. Adrijana Hoxhiq, сер. Адријана Хоџић; 1975, Косовска-Митровица) — Босния сығышлы Косово сәйәсмәне, 2020 йылда 10 декабренән Төньяҡ Митровица мэры урынбаҫары вазифаһында эшләй[1]. Ул 2019 йылдың 3 мартынан 2020 йылдың 12 апреленә тиклем Косово Республикаһының урындағы үҙидара һәм хакимиәте министры вазифаһын биләй[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Адрияна Ходжич 1975 йылда Титова-Митровица ҡалаһында тыуған, ҡала шул ваҡытта Косово автономиялы крайы составында булған.

Адрияна Ходжич йәмәғәт эшмәкәрлеге тәжрибәһен Косово һуғышы тамамланғандан һуң туплай, шул ваҡытта Косовоның төньяғында һәм көньяҡта серб анклавтарында хөкүмәт ҡарамағында булмаған секторҙа проекттар менән етәкселек итә. Башта Ходжич үҙ эшмәкәрлеген гуманитар акция аша (мохтаж ғаиләләргә торлаҡ биреү, аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм утын бүлеп бирә), ә артабан был общинарҙа иҡтисади үҫеш проекттары аша тормошҡа ашыра.

2012 йылдың 20 июлендә Ходжич Төньяҡ Митровицаның яңы барлыҡҡа килгән административ идара башлығы итеп тәғәйенләнә, ә һуңынан 2019 йылдың 12 апреленән 2020 йылдың 3 мартына тиклем осорҙа Косово хакимиәте һәм Рамуш Харадинаяның икенсе кабинеты ағзаһы булараҡ урындағы үҙидара министры вазифаһын биләй[3].

2020 йылда 10 декабрендә Ходжич Милан Радоевич янында Төньяҡ Митровица мэры урынбаҫары вазифаһына инә[4].

Ходжич Косовола ике босния муниципалитетын ойоштороу яҡлы сығыш яһай, һәм 2021 йылда парламент һайлауҙарында «Берләшкән йәмғиәт» исеме аҫтында үҙенең исемлеген етәкләй, һайлаусыларҙың 6 379 тауышын йәки 0,81 % тауыш йыя, өҫтәүенә уның өсөн тауыштың күпселеген этник сербтар бирә[5][6][7]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Radojević položio zakletvu, zamenica gradonačelnika Adrijana Hodžić(серб.).www.radiokontaktplus.org.Дата обращения: 10 марта 2021.
  2. » Former ministers. 10 март 2021 тикшерелгән.
  3. » Former ministers. 10 март 2021 тикшерелгән.
  4. Radojević položio zakletvu, zamenica gradonačelnika Adrijana Hodžić  (серб.). 10 март 2021 тикшерелгән.
  5. Hodžić: Želim da ispravim nepravdu prema Bošnjacima na Kosovu - Kosovo Online (серб.). www.kosovo-online.com. Дата обращения: 10 марта 2021.
  6. Adrijana Hoxhiq e dyta më e votuara në mesin e boshnjakëve (алб.). Radio Evropa e Lirë. Дата обращения: 10 марта 2021.
  7. Adrijana Hodžić van Kosova “svjesna zavjere i prevare koju je napravila” (босн.). Info-ks.net. Дата обращения: 10 марта 2021