Эстәлеккә күсергә

Адуй ташы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Адуйский Камень битенән йүнәлтелде)

Ҡалып:Underlinked

Адуйский Камень
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге25 м
Урынлашыуы
57°19′17″ с. ш. 60°59′38″ в. д.HGЯO
Страна
Тораҡ пунктРеж 
Тау системаһыУрта Урал 
Рәсәй
Красная точка
Адуйский Камень
Свердловск өлкәһе
Красная точка
Адуйский Камень

Адуй ТашыРәсәйҙең Свердловск өлкәһе Реж ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан ҡаялы тау .Халыҡ араһында бик популяр туристик объект булып тора.

Адуй Ташы тауы «Режевский ҡала округы» муниципаль берәмегенең биләмәһендә, Адуй йылғаның уң яҡ ярында (Реж йылғаһының уң ҡушылдығы), йылғанан 50-70 метр алыҫлыҡта, йылға тамағынан 2 километр өҫтә урынлашҡан. 25 метр бейеклектәге, 150 метр самаһы оҙонлоҡтағы был ҡая өлөшләтә урманлыҡ менән ҡапланған[1]. Тау түбәһендә һәм итәгендә ҡарағайҙар үҫә. Бик күп ерҙәре, таштар сикһеҙ матур лишайниктар япмаһы менән ҡапланған. Бында ҡара кҡртмәле ныҡ уңа.

1870-се йылдарҙа крәҫтиәндәр А. И. Злобин ҡая ярығында хазина тапҡан. Ундағы табылған әйберҙәр араһында бик ҡиммәтле археологик табыш — йәше буйынса беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡҡа тура килгән, башы өҫтөндә нур һүрәттәре булған ҡош формаһындағы баҡыр һынташ һәм өс өлөшкә түңәрәк таштан торған биҙәк төшөрөлгән була.

Был баҡыр һынташ бында ниндәйҙер бер затлы кешене йәки шаманды ерләгәндә файҙаланғандыр тип фараз итәләр.

Адуй ташында табылынған табыштар 1887 йылда Екатеринбургта Себер-Урал фәнни-сәнәғәт күргәҙмәһендә тәҡдим ителә.

Хәҙер Адуй һынташын Свердловск өлкә крайҙы өйрәнеү музейында күрергә мөмкин.

Һуңыраҡ (1930-сы йылдарҙа) археолог А. А. Берс тарафынан Иҫәт станцияһы районында ла шундай уҡ һынташ табыла.

Археолог Е. М. Берс тарафынан 1930 йылда табыш шулай тасуирлана:

«1. Бейеклеге 35 см булған баҡыр антропоморф бот. Үҙендә кеше һәм ағас элементтарын тоташтырған. ике ҡыҫҡа ҡулы менән өс бармаҡ менән тамамлана.

Асыҡ ҡына итеп бите һүрәтләнгән. Сәстәре ағас сатыры һымаҡ эшләнгән. Кәүҙәһе биш параллель валиктан торған арҡыры балдаҡтан яһалған.

Һындың аяғы юҡ, түбәнге өлөшө ҡалынайған; кәүҙәһенең һул яғында (олон) өҫкә үрмәләүсе йәнлек һүрәте бар; фигураның артҡы яғы тура һәм шыма.

2.Баҡырҙан эшләнгән ҡошҡа оҡшаған һынташ 7, 4 см оҙонлоғонда. Ҡанаттары ишкәккә оҡшаған, ҡойроғо ике йәпле (бер йәбе һынған). 3. 8 см диаметрлы тишеге булған шымартылған йәшел йомро таштың өс һынығы. Был әйберҙәрҙе тау инженеры Калугин УОЛЕ» музейына тапшырған[2].

1958 йылда бында В. Н. Чернецов археологик эштәр башҡарған. 5 урында ҡая ярыҡтарында мәҙәни ҡатлам табылған[2] Составында беҙҙең эраға тиклем VI—IX быуаттарға ҡараған һауыттарҙың фрагменттары булған.

Адуй ташына Крутиха станцияһы барғанда (элек бында 700-гә тиклем кеше йәшәгән немец хәрби әсирҙәре лагеры була), аҫыл таштар, йәүһәрҙәр табылған карьерҙарға барып сығаһың. Был ундай карьерҙарҙың иң төпкөл юл участкаһы.

Адуй карьерҙарын асыу тураһында тарихи мәғлүмәттәр бик аҙ һаҡланып ҡалған. Академик А.Е. Ферсман былай тип яҙған:

«Несмотря на архивные поиски, мне не удалось выяснить год открытия и характер первых разработок в этой местности, но несомненно, что они были известны еще в конце XVIII столетия».

Адуй карьерҙары аметист һәм берилл менән нығыраҡ дан тота. Карьер емеректәре араһында матур таштар табырға мөмкин.Әммә бында таш сығарыу закон менән тыйыла - был "Режевской" тәбиғи-минералогик заказнигы биләмәһе.Был турала бик күп һанлы табличкалар иҫкә төшөрөп, иҫкәртеп тора.

Адуйҙа иң билдәлеһе - Семенинск карьеры. Был уны башлап асыусы Павел Семениндың исеме менән аталған.

Семенинск карьерынан башҡа бында Топазница, Арғы Адуй, кенәз Мещерский карьерҙары ла бар. Уларҙың янында табличкалар-күрһәткестәр ҡуйылған бар. Адуй карьерҙарына Павел Бажовтың хикәйәләренең береһе - "Орлиное перо" арналған.

Аҡрынлап емерелә торған гранит блоктарҙан һалынған текә диуарҙан тора. Тау аҫты ишелеп (емерелеп) төшкән таш өйөмдәре һәм һибелмәһе менән тулған.

Ә ҡая массивының түбәһе урман менән ҡапланған. Гранит диуарҙарҙа бик мүк һәм лишайниктар урын алған..Түбәләрҙә, ҡая итәгендә, йылға янында ял өсөн уңайлы урындар күп [2].

  1. Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — 456 с. — ISBN 978-5-85383-392-0.
  2. 2,0 2,1 2,2 Павел Распопов Адуйский камень, река Адуй и самоцветные копи // UraloVed.ru. — 15.10.2014.