Эстәлеккә күсергә

Айүкә (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Айүкә»
Йыр
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡорт телендә

Авторы

халыҡ

Айүкә — башҡорт халыҡ йыры.

Ҡурайсылар араһында Айүкә йырының килеп сығышы буйынса бер нисә вариантта тигән төрлө фекер йөрөй.

1662-1664 йылдарҙа ҡалмыҡ ханы Айүкә Дайщин үҙенең ғәскәре менән башҡорттар яғында йөрөй. Бар башҡорттар мосолмандар. Улар Мәскәү ҡул аҫтында яфа сиккән. Өс халыҡ башҡорттар(иштәктәр),ҡарағалпаҡтар, ҡырғыҙ-ҡайсаҡтар Айүкә хан менән берлектә 15 йылға берләшеү төҙөп, бергәләп мәскәү дәүләтенә ябырылырға ҡарар сығаралар. Айүкә ярҙам итә. Иштәк халҡы был ғәскәрҙәрҙе ҡулына ҡорал алып ҡаршылай. Урыҫ армияһы, иштәктәргә ҡаршы тора алмай, Терек (Итил) йылғаһына ебәрә. Әммә аҙаҡтан рус хөкүмәте ҡалмыҡтарҙы башҡорт күтәрелештәрен баҫтырыу өсөн файҙалана. Айүкә ғәскәре арт яҡтан(тылдан) һөжүм итә. 1715 йылда ҡалмыҡ ханы Петр батшаға бына нимәләр яҙа."Башҡорттар, ҡырымлылар, кубанлылар, ҡарағалпаҡтар — барыһы ла минең дошмандарым. Әгәр рус ғәскәре ярҙам итмәһә, Волга менән Яйыҡ араһында беҙгә, ҡалмыҡтарға йәшәү мөмкинселеге булмаясаҡ". Быға яуап итеп, Петр Айүкәгә билдәле татар бейе йөҙбашы Бахметевҡа 1600 һалдат биреп, ярҙамға ебәрә.

Материал Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың "Башҡорт тарихы" китабынан алынды (Ахметзаки Валиди Тоган "История Башкир").

Урал тауҙары янында ятҡан ерҙәр тигеҙлек шулай атап йөрөтөлгән. Сөнки был тарафтарҙа айыуҙар бик күп булған. Ай үкә яйлап халыҡ телендә әйүкә тип тә әйтелә башлаған.Бар халыҡ был тирәләге матурлыҡҡа һоҡланып бөтә алмаған. Шундай матур урын булған был тип-тигеҙ ятҡан уйһыулыҡ. Башҡорттоң зирәк сәсәндәре һәм йыраусылары йырҙар сығарғандар һәм йырлағандар, ҡурай тартҡандар. Көйҙө яҙып алыусылар ошо турала яҙып ҡалдырған.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса көй тарихы ошо вариантта ҡурайсы Хәмит Әхмәтов тырышлығы менән килеп еткән. Яҙма Башҡортостан радио фондында һаҡлана. Юлай Ғәйнетдинов Кәрим Дияровҡа барған сағында уға был көйҙө өйрәткән. Аҙаҡтан Кәрим Дияров был көйҙә ҡурайҙа Айүкә — Ай Үкә буйҙары тип уйнай башлаған. Көйҙөң авторлығын Ишмөхәмәт Мырҙаҡаевҡа бәйләйҙәр. Ул ун туғыҙынсы быуатта йәшәгән һәм бының ҡалмыҡ ханы Айүкәгә бағышланыуы шикле. Сөнки ул ҡалмыҡ ханы ун етенсе быуатта йәшәгәне билдәле. Күптәр был йыр ерлеккә бәйле икәненә ризалығын белдергән.


Айүкәнең, ай, бүреһе,
Күк һырт ҡына икән шул уның да күбеһе.
Дуҫ-ишмен дә тип үк йөрөгәндәрҙең
Дошман булған икән дә уларҙың күбеһе.
  1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Айүкә йыр төшөрмәләре өсөн текст юҡ