Аластан сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Аластан сиркәүе - Грузияла, Ахалкалаки муниципалитетының Аластани ауылындағы төкәтмәләр беркетеп эшләнгән грузин православ сиркәүе. Ул диңҙег кимәленән 1600 метр бейеклектә урынлашҡан. Аластан сиркәүенең барлыҡҡа килеүе X-XI быуаттарға ҡарай. Әлеге ваҡытта сиркәүҙең түшәмдәре, диуарының өлөшө һәм ҡыйығы бар. Сиркәүҙең көнбайышта һәм көнсығыш яҡта ике инеү урыны бар. Көнбайыш һәм көнсығыш фасадта бер аркалы тәҙрә урынлашҡан. Фасадтары ҡыҙғылт һәм һарғылт төҫтәге дүрт мөйөшлө андезиттар менән биҙәлгән. Көнсығыш фасадтың тәҙрә өҫтөндә семәрле биҙәктәр бар. Улар өҫтөндә тәре уйылған. Шул уҡ фасадта бер нисә тәре һүрәтләнгән. Биш төрлө ташта аңлайышлы яҙыуҙар бар. Яҙыуҙар асомтаврули һәм нусхури ҡатышыуындағы алфавит менән яҙылған. Уларҙың бер өлөшө үткән быуатта уҡ зыян күргән. Һул яҡтағы яҙыу былай тип уҡыла:

"Был мин Ношельман ташты һалдым“

Ә уң яҡтағы яҙыуҙа

- Был мин, Дачим Саолисдземан“

Был яҙыуҙар төҙөлөш ваҡытында эшләгән таш юныусыларҙың исемен аңлата. Аластан сиркәүенә 2006 йылдың 30 мартында мәҙәни ҡомартҡы статусы бирелә. Шул уҡ йылдың 7 ноябрендә Грузия президенты указына ярашлы ул дәүләт әһәмиәтендәге күсемһеҙ мәҙәни ҡомартҡы категорияһына индерелә[1]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ალასტანი
  • ალასტანის ეკლესია

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ