Эстәлеккә күсергә

Албан милли кейеме

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Албан милли кейеме
Дәүләт  Албания
 Албан милли кейеме Викимилектә

Албан милли кейеменең 200-ҙән ашыу варианты бар. Традиция буйынса бөтә Албанияла, албан телендә һөйләшкән территорияларҙа һәм албан субэтник төркөмдәрендә (мәҫәлән, Италияла арберештар, Грецияла арваниттар, Хорватияла абанасиҙар) шундай милли кейем кейәләр. Традицион костюм кеше йәшәгән төбәккә, социаль сығышына, йәшенә һәм диненә ҡарап айырыла.

1950-се йылдарға тиклем Албанияла көндәлек тормошта милли кейем киң таралған була. Һуңыраҡ, бигерәк тә йәштәр араһында, уны көнбайыш өлгөһөндәге кейем алмаштыра. Ҡайһы бер оло йәштәге кешеләр бөгөн дә көндәлек тормошта традицион милли кейемгә өҫтөнлөк бирә. Төрлө фольклор коллективтары милли кейемдә сығыш яһай, албандар байрам көндәрендә традицион милли кейем кейергә ярата[1].

Ваҡыт үтеү менән ғәҙәти албан кейеменә лә үҙгәрештәр инә. Һәр төбәктең үҙенә генә хас кейеме бар. Кейемдең үҙгәреүенә тышҡы мәҙәни факторҙар ҙур йоғонто яһай, мәҫәлән, ислам диненең инеүе һәм ғосман осоро йоғонтоһо күҙәтелә. Албания буйодороҡһоҙлоҡ алғандан һуң традицион кейем көнбайыш модаһына эйәреп үҙгәрә.

Албанияның таулы төбәгендә ҡатын-ҡыҙ ҡайма менән биҙәкләп тегелгән оҙон етен күлдәктә йөрөгән. Был күлдәк өҫтөнән ике алъяпҡыс кейер булғандар, йәки күлдәк бәләкәй генә нағыштар менән биҙәлгән. Тауҙарҙа йәшәгән албан ҡатын-ҡыҙының ҡыҫҡа курткаһы алтын төҫөндәге бау менән бәйләнгән, биҙәү өсөн аппликация һәм сәсәктәр ҡулланылған. Юбкалары ҡыңғырау сәскәһе формаһында булған. Албанияның төньяғына ҡарай, Мирдит районында йәш ҡыҙҙар ҡыҙыл сәсәкле билбау, оло йәштәге ҡатындар ҡара сәсәкле билбау таҡҡан. Зерчани төбәгендә ҡатын-ҡыҙ еңһеҙ күлдәк кейгән. Ҡалаларҙа йәшәгәндәре кизе-мамыҡ йәки ебәк туҡыманан тегелгән шароварҙар кейгән. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр тыштан оҙон йылы кафтан —джуббала йөрөгән. Баш кейеме — йә яулыҡ, йә япма[2].

Ир-егеттәр кейеме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Традицион ирҙәр кейеме — фустанелла, ул Албанияның көньяғында киң таралған. Төньяҡта оҙон аҡ ыштан тирчетта йөрөгәндәр. Өскө яҡҡа күлдәк, жилет кейгәндәр. Тоҡҡа оҡшатып тегелгән ыштан потурэ киң таралған була, уны ғәҙәттә куртка менән бергә кейгәндәр. Баш кейеме — феска, шулай уҡ буйлы тюрбан[2]. Албандарҙың милли баш кейеме кече тип атала.