Эстәлеккә күсергә

Алмашыу реакцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алмашыу реакцияһы
Рәсем

Алмашыу реакцияһы, метатезис реакцияһы (рус. Реакция обмена) — ике берләшмә, ике реагент, реакция төркөмдәре йәки иондар араһында бер-береһенең состав өлөштәрен алмашыу менән барған химик реакция[1].

Органик булмаған химияла алмашыу реакцияһы ваҡытында, мәҫәлән, ике тоҙ катиондары үҙ аниондарын алмаштыра:

Нитрат-иондарҙы һыу иретмәһендә хлор иондарына алмаштырғанда көмөш хлориды ултырмаһы төшә.

Органик химияла метатезис реакцияһында радикалдар ҡатнаша. Реакцияны беренсе тапҡыр 1950 йылда этиленды полимерлаштырғанда Карл Циглер күҙәтә. Француз нефть институтынан Ив Шовиндың эштәре был реакцияларҙың механизмын һәм уларҙы сәнәғәттә ҡулланыуҙы асыҡлай.

Реакция XX быуаттың 70-се йылдарынан уҡ сәнәғәт масштабында ҡулланыла (мәҫәлән, корпорация Royal Dutch Shell Shell Higher Olefin Process).

Ҡатмарлы органик синтез 1990-сы йылдарҙа Роберт Груббс һәм Ричард Шроктың тотороҡло катализаторҙары үҫеше менән эшләнә.

Нефть химияһында ғәҙәти реакциялар үткәреү менән бер рәттән, яңы катализаторҙар ярҙамында гормондар, антибиотиктар, феромондар, гербицидтар етештереү өсөн ҡатмарлы циклик берләшмәләр синтезында алмашыуҙың ҡатмарлы ҡулса реакцияларын үткәреү мөмкинлегенә эйә була.[2]

Роберт Груббс, Ричард Шрок һәм Ив Шовин металл карбен комплекстары химияһы өҫтөндә эшләгәндәре һәм метатездың каталитик олефин реакцияларында ҡулланғандары өсөн 2005 йылда Нобель премияһына лайыҡ булалар.

  1. Г. Е. Рудзитис, Ф. Г. Фельдман. «Химия /Органик булмаған химия» Урта мәктәптең 8-се класы өсөн. Башҡортса 2-се баҫмаһы. — Өфө: «Китап», 1994 й. — С. 69-сы.
  2. Alois Fürstner, Oliver R. Thiel, Lutz Ackermann, Hans-Jörg Schanz, and Steven P. Nolan: Ruthenium Carbene Complexes with N,N‘-Bis(mesityl)imidazol-2-ylidene Ligands: RCM Catalysts of Extended Scope, J. Org. Chem., 2000, 65, 2204—2207,DOI: 10.1021/jo9918504.