Альбом (хикәйә)
Альбом (хикәйә)
Альбом | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
русса |
Ижат ителгән ваҡыты | |
Тәүге тапғып нәшер ителгән | |
Альбом — хикәйә. Авторы - Антон Павлович Чехов. 1884 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр «Осколки» журналының 18-се һанында 1885 йылдың 5 майында А. Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыға.
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. П. Чеховтың "Альбом" хикәйәһе 1884 йылда яҙыла, тәүге тапҡыр «Осколки» журналының 18-се һанында 1885 йылдың 5 майында А. Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыға. Был хикәйә шулай уҡ А. Ф. Маркс нәшер иткән яҙыусының әҫәрҙәр йыйылмаһында ла баҫыла.
Чехов тере саҡта хикәйә болгар, немец, поляк, серб-хорват, чех, швед һәм япон телдәренә тәржемә ителеп сыға.
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәнҡитсе А. Басаргин «Альбом» хикәйәһен чиновниктарҙың «боронғо һәм иҫкергән... гонаһтары» тураһындағы әҫәрҙәр менән бер рәттән ҡуя — унда «традициялы ялағайлыҡ, ришүәтселек ... миһырбанһыҙ формализм» — «иҫ киткес сағыу»[1] һүрәтләнгән тип иҫәпләй.
Сюжет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Действительный статский кәңәшсе Жмыховтың юбилейында титуляр кәңәшсе Кратеров былай тип сығыш яһай: «Ун йылдан артығыраҡ ваҡыт эсендә, беҙ, һеҙгә буйһоноусылар, һеҙҙең ҡул аҫтында эшләүселәр, беҙҙең өсөн был әһәмиәтле көндә һеҙ ғәли йәнәптәренә үҙебеҙҙең һеҙгә хөрмәтебеҙ һәм рәхмәтебеҙ билдәһе итеп бына ошо үҙебеҙҙең портреттарыбыҙ ҡуйылған альбомды бүләк итәбеҙ һәм һеҙгә оҙон-оҙон ғүмер теләйбеҙ, үҙегеҙ үлгәнсе беҙҙе ташламауығыҙҙы теләйбеҙ...». Кратеров һәм башҡа хеҙмәткәрҙәренең сығышы юбилярҙы күҙ йәштәре сыҡҡансы ныҡ тулҡынландыра, шунан һуң ул каретала өйөнә ҡайтып китә.
Жмыховты өйөндә ғаиләһе, дуҫтары, таныштары көтә, улар уны ҡул сабыуҙар менән ҡаршы ала. Был Жмыховта үҙе тураһында «ысынлап та Ватанына ҙур файҙа килтергән кеше, әгәр ҙә ул донъяла булмаһа, моғайын Ватанға бик ҡыйынға тура килер ине» тигән уйҙар тыуҙыра. Кисәлә ул дуҫтарына бүләк альбомды күрһәтә. Был альбом бигерәк тә уның ҡыҙы Оляға ныҡ оҡшай. Атаһы рөхсәте менән Оля альбомды үҙенә ала. Иртәгеһенә ул альбомдағы түрәләрҙең фотоларын алып ташлай һәм улар урынына үҙенең институттағы әхирәттәренең фотографияларын ҡуя. Жмыховтың улы Коля ташланған фотографияларҙы табып ала, ундағы түрәләрҙең кейемдәрен ҡыҙыл буяуға буяй, ҡайһы берҙәренә йәшел мыйыҡ һәм һоро һаҡал өҫтәп ҡуя. Титуляр кәңәшсе Кратеровтың фотографияһын бәләкәйләтеп киҫә, уны шырпы ҡабына йәбештерә һәм атаһына күрһәтә. Был Жмыховҡа бик ныҡ оҡшай һәм ул Коляға был эшен әсәһенә күрһәтергә ҡуша.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Альбом// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 11, Françoise Darnal-Lesné, Édition L'Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
- L’Album, traduit par Madeleine Durand, André Radiguet, Bibliothèque de la Pléiade, éditions Gallimard, 1967, ISBN 978 2 07 0105 49 6.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Критические заметки. Безобидный юмор. — «Московские ведомости», 1900, № 36, 5 февраля
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Альбом 2017 йыл 8 май архивланған.. Оригинальный русский текст