Амилахвари замогы
Амилахвари замогы | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Нижняя пойма[d] |
Амилахвари замогы — Грузияла Шида-Картли төбәгенең Каспи районындағы архитектура ҡомартҡыһы. Кенәз Амилахвариҙарҙың резиденцияһы Квемо Чала ауылында Самтависиҙан 2 км, Каспи ҡалаһынан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡомартҡы комплексы элек өс өлөштән торған: төп һарайы башҡа икеһенән көнбайыштараҡ урынлашҡан, ул ике өлөшкә бүленгән, төп һарайҙың төньяҡ өлөшө сиркәү, торлаҡ башня һәм һарай менән цитадель кеүек булған. Замок ХVII-XVIII быуаттарҙа төҙөлгән, нигеҙҙә, шымартылған таш һәм кирбес ҡулланылған.
Амилахвари замогы 2006 йылда Грузия президенты указына ярашлы дәүләт әһәмиәтендәге мәҙәни ҡомартҡылар исемлегенә индерелгән[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Амилахвари замогының тарихы тураһында мәғлүмәттәр аҙ. Амилахвари замогы 1742 йылда Схвило һарайы ҡамуҙа булғанда Орбелиани йылъяҙмаһында телгә алына. Тауҙағы ҡәлғә һаҡланыу һәләтлегенә эйә була. Фарсылар замокҡа һөжүм иткәндә, кенәз Гиви Амилахвари шунда була. Фарсыларҙың лагеры Чала янында тора, Самтависи алына, Схвило эргәһендә алыштар үтә. Ә бына түбәндәге замокты фарсылар урап үтә, йәки унда барып етмәй.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Амилахвари төрлө ихтыяждарға бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡоролған. Хәҙер унда мөйөш түңәрәк башня, ҡорам һәм ҙур дүртмөйөш башня бар. Стеналарының эсендә хужалыҡ ҡаралтыларының ҡалдыҡтарын күрергә мөмкин.Ҡәлғә тирәләй һуңғы дәүерҙәрҙә күп һанлы өҫтәмә ҡоролмалар, ниндәйҙер мал һарайҙары, аҙбарҙар барлыҡҡа килә.
Замоктың төп башняһы квадрат формала һәм шымартылған таштарҙан, кирбес һәм бер үк ваҡытта ҡырсынташтан һалынған. Ул ҡорамға терәлеп тора, шуға күрә ул манара һвмаҡ күренеп тора. Мөйөштә баҫҡысҡа үтеү урыны, унда икенсе һәм өсөнсө ҡатҡа күтәрелергә мөмкин. Үрге ҡаттан балконға сығыу урыны бар- ул һаҡланған, әммә ныҡ серегән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 5, გვ. 202-206, თბ., 1990 წელი.