Аммакоски (гидроэлектростанция)
Аммакоски | |
Нигеҙләү датаһы | 1917 |
---|---|
Дәүләт | Финляндия |
Административ-территориаль берәмек | Каяани[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Каяани (река)[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Каяани (река)[d] |
Выходная мощность | 4,9 мегаватт |
Аммакоски Викимилектә |
Аммакоски ГЭС-ы — Финляндияла бәләкәй электростанция. Кайнуу төбәгенең Каяани ҡалаһы эргәһендәге Каяани йылғаһында урынлашҡан.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылда Каяани йылғаһында Каяани Пуутавара Осакейхтио компнаияһы ике беренсе һыу турбиналары менән гидроэлектростанция төҙөй[1].Электростанция таҡта ярыу заводы, целлюлоза-ҡағыҙ заводы (1982 йылда ябылған.) һәм ҡағыҙ комбинатына (2008 йылда ябыла) электр энергияһын етештереү өсөн төҙөлә. Электр станцияһы 1995 йылда Берләштерелгән ҡағыҙ фабрикаһынан Kainuun Voima коомпанияһына тапшырыла. Әлеге ваҡытта электр станцияһы Kainuu Voima клиенттары өсөн электр энергияһын етештерә.
Электростанцияны юл һәм һыу департаментының инженер-төҙөүсеһе Уго Малми проектлай, архитектор Онни Тарьянне станцияның үҙенсәлекле проектының авторы була[2].
Электростанция 1940 йылдарҙа йүнәтелә, ул саҡта өсөнсө турбина тамамлана. Реконструкция 1940 йылдарҙа архитектор Эйно Питканен проекты буйынса үткәрелә. Ике иҫке турбина арҡыры ҡуйыла, ә яңы турбина боромалы-ҡалаҡлы[3].
2008 йылдың июненән 2010 йылдың ноябренә тиклем электростанцияла йүнәтеү эштәре башҡарыла, иҫке ике турбина аппараты бикләп ҡуйыла[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Lehtonen, K. F.: Kajaanin Puutavara Osakeyhtiö 1907–1932. 1932. (Kajaanin Puutavara Osakeyhtiön 25-vuotisjuhlajulkaisu)
- ↑ Kukkonen, Otso: Kajaani Oy 1907–1967. Kajaani Oy, 1967.
- ↑ Virtanen, Sakari: Kainuuseen sijoitettu. Kuvaus Kajaani Oy:n vaiheista vuoteen 1945. Kajaani Oy 1907–1982. Ensimmäinen osa, 1982. (75-vuotisjuhlajulkaisu)
- ↑ Kainuun Sanomat, uutinen voimalaitoksen remontista(недоступная ссылка)