Эстәлеккә күсергә

Амстердам университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Амстердам университеты
нидерл. Universiteit van Amsterdam
Нигеҙләү датаһы 1632
Логотип
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы UvA
Принадлежит к Лига европейских исследовательских университетов[d]
Дәүләт  Нидерланд
Административ-территориаль берәмек Амстердам[d]
Ойошма ағзаһы Association of Universities in the Netherlands[d], Stichting Academisch Erfgoed[d][1], Европа университеттары ассоциацияһы[d][2], arXiv.org[d][3], Лига европейских исследовательских университетов[d], ORCID[d][4], Coalition for Networked Information[d][5] һәм European Open Science Cloud Association[d][6]
Уҡыусылар һаны 41 000[7]
Бойһонған ойошма (филиал) Amsterdam Neuroscience[d] һәм Amsterdam Institute for Addiction Research[d]
Милке Штаб-квартира Ост-индийской компании[d], Maagdenhuis[d], Oude Turfmarkt 127[d], PC Hoofthuis[d], ECARTICO[d] һәм Jan Swammerdam Instituut[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Амстердам, Нидерланд
Алыштырған Athenaeum Illustre of Amsterdam[d], Ремонстрантская семинария[d] һәм Q62480015?
Ҡулланылған тел Нидерланд теле
Диапазон IPv4 145.18.0.0/16[8]
Диапазон IPv6 2001:610:158::/47[9][10]
Абонентский ящик 19268
Рәсми сайт uva.nl
Хеҙмәттәре тупланмаһы Национальный музей мировых культур[d][11][11] һәм Музей судоходства (Амстердам)[d][12]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 38 543
Эндпоинт API secure.uva.nl/cas[13]
Страница учреждения на Викискладе University of Amsterdam
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Амстердамского университета[d]
Карта
 Амстердам университеты Викимилектә

Амстердам университеты (нидерл. Universiteit van Amsterdam, UvA) Европала иң эре университеттарҙың береһе булып тора (бюджеты 600 миллион евро, 31 мең студент, 5 мең хеҙмәткәр)[14]..

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Амстердам университетының академик клубы (элекке венерик ауырыуҙар поликлиникаһы)
Университеттың беренсел бинаһына инеү урыны, элекке Агниток ҡатын-ҡыҙҙар монастыры сиркәүе (ҡыҙыл фонарь районында)

Тарихы 1632 йылдан, Амстердамда Athenaeum Illustre («сиятельный Атеней») уҡыу йортона нигеҙ һалынғандан башлана, унда тарих һәм философия өйрәнелә; шул уҡ быуатта программаға хоҡуҡ, медицина һәм дини тәғлимәт өҫтәлә. XIX быуатҡа тиклем «Атеней» ҙур булмаған училище булып ҡала, унда 250-нән ашыу булмаған студент һәм 8 уҡытыусы була. 1877 йылда Амстердамдың муниципаль университеты итеп үҙгәртелә (нидерл. Gemeentelijke Universiteit van Amsterdam) һәм ғилми дәрәжә биреү хоҡуғы ала; шулай уҡ уға Ботаника баҡсаһы күсә. Университет Амстердам ҡала советына буйһона, ул ваҡытта ҡала советы сәйәси прогрессив орган репутацияһына эйә була. 1961 йылда университет дәүләт ҡарамағына күсә. 1960-1970-се йылдарҙа студенттарҙың сығыштары һәм автономия өсөн көрәш урынына әйләнә.

Ойоштороу структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ете факультеттан тора:

  • гуманитар
  • йәмәғәт фәне һәм тәртип тураһында фән
  • иҡтисад
  • хоҡуҡи
  • тәбиғәт фәндәре һәм информатика
  • медицина
  • стоматология

Бынан тыш, уҡытыу тик инглиз телендә генә алып барылған йәмәғәт һәм гуманитар фәндәрҙең Халыҡ-ара мәктәбе (ингл. International School for Social Sciences and Humanities, Ян ван дер Ваальс һәм Питер Зееман исемендәге физика институты, Якоб Вант Гофф исемендәге Химия институты һәм Антон Паннекук исемендәге Астрономия институты бар.

Билдәле тамамлаусылары һәм профессорҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Каспар Барлеус, философ, дин белгесе, шағир.
  • Брауэр, Лейтзен Эгберт, математик һәм философ.
  • Ян ван дер Ваальс, физик, Нобель премияһы лауреаты.
  • Давид Вайнкоп, сәйәси эшмәкәр, коммунист.
  • Бартель ван дер Варден, математик.
  • Карел ван Волферен, сағыштырма политология һәм иҡтисад профессоры.
  • Аренд Гейтинг, математик һәм логик.
  • Гийсберт ван Тийнховен, Нидерланд премьер-министры.
  • Андре Гундер Франк, почетлы профессор, социолог, иҡтисадсы.
  • Якоб Вант-Гофф, химик, Нобель премияһы лауреаты.
  • Питер Зееман, физик, Нобель премияһы лауреаты.
  • Андре Кейперс, астронавт һәм табип.
  • Тим Краббе, шахматсы, журналист һәм яҙыусы.
  • Виллем Лейтен, астроном.
  • Антон Паннекук, астроном һәм марксизм теоретигы.
  • Дик Свааб, нейробиолог һәм яҙыусы-публицист.
  • Ян Гендрик ван Свинден, философ, математик һәм физик.
  • Слюитер, Карел Филип, зоолог.
  • Тиле, Корнелис Петер, ғалим-теолог, дин тарихсыһы, дин әһеле, ориенталист, педагог, дин өйрәнеүгә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
  • Герхард Фосс, филолог.
  • Нико Фрейда, психолог.
  • Виллем Фредерик Херманс, яҙыусы.
  • Фриц Цернике, физик, Нобель премияһы лауреаты.
  • Макс Эйве, математик һәм шахмат буйынса донъя чемпионы.
  • Гале Бруно Ван Альбада, астроном.
  • Гвидо ван Россум, Python программалау теле авторы.
  • Питер Виллем Адрианс, адаптив системалар һәм уҡытыу профессоры.