Арбана Джарра

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арбана Джарра
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Албания
Тыуған көнө XX быуат
Тыуған урыны Косово
Һөнәр төрө журналист
Сәйәси фирҡә ағзаһы Демократическая партия Косово[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Арбана Джарра (алб. Arbana Xharra) — өлөшләтә танылған Косово Республикаһының албан журналисы. Профессиональ эшмәкәрлеге өсөн бик күп наградаларға лайыҡ була.

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арбана Джаррах 2001 йылдан журналист булып эшләй[1]. Атап әйткәндә, 2006—2007 йылдарҙа Косовола булдырылған беренсе бойондороҡһоҙ Koha Ditore гәзитендә эшләй[2]. Джарра шулай уҡ Balkan Insight баҫмаһының авторы була, әлеге ваҡытта ул Zëri косово баҫмаһының баш мәхәррире булып эшләй.

Журналист-тикшереүсе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арбана Джарра фекеренсә, демократияның үҫеше ижтимағи мөһим проблемаларҙы матбуғаттың тикшереүгә хоҡуғы булмайынса мөмкин түгел[3]. Шуға ул үҙенең эшендә киң спектр мәсьәләләргә ҡағыла: 2006 йылда Джарра сығымдар һәм финанс махинациялар тураһында хөкүмәт отчеттарын тикшерә[4], 2007 йылда инфляция һәм аҙыҡ-түлектең етмәү сәбәптәрен өйрәнә[5], 2010 йылда Telekomi i Kosovës дәүләт телекоммуникация компанияларының активтарҙы ҡулланыуын тикшерә. Уның иғтибары үҙәгенә шулай уҡ сәйәсәт менән бизнес араһындағы мөнәсәбәттәр эләгә. Джарра 2012 йылда хөкөмгә тарттырыла, сөнки ул урындағы сәйәсмәндәрҙең бизнес менән бәйләнеше һәм хөкүмәттәге коррупция тураһында доклад әҙерләй[6]. Журналист Косовоның киң матбуғат саралары Кодексы этикаһына ярашлы эш иткән тип билдәләп, суд уны аҡлай. 18 ай дауамында, 2012 йылдан башлап, Джарра элекке Югославияла социалистик режим ҡолатылғандан һуң дин әүҙемлегенең үҫешен тикшерә[7]. Ул дини экстремизмдың йәмғиәткә йоғонтоһо тураһында хәбәр итә. Джарра Косово ислам экстремистарының террорсылар ойошмалары менән бәйләнешен асып һала. Уларҙың операцияларын һәм финанс бәйләнештәрен асыҡлау хөкүмәткә был проблема менән көрәштә ярҙам итә, әммә Джарра үҙе ғүмеренә ҡарата ҡурҡыныс янауҙарға һәм репутацияһына асыҡтан-асыҡ ғәйеп ташлауҙарға дусар була. Улар тураһында ул полицияға хәбәр итә, әммә был тейешле һөҙөмтә килтермәй[8]. 2017 йылдың 13 майында Арбана Джарраға һөжүм итәләр, шунан һуң ул больницаға килтерелә. Алдан журналистың шул йылдың июнь айында Косово демократик партияһынан парламент һайлауҙарына барырға ниәте тураһында хәбәр ителгән була[9].

Бүләктәре һәм танылыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арбана Джарра Косоволағы коррупция тураһындағы мәҡәләләре өсөн Берләшкән милләтәр ойошмаһы үҫеш Программаһының өс тапҡыр премияһына лайыҡ була (2006, 2007 и 2008 йылдарҙа). 2012 йылда Косовола исламға ҡарата ҡараштарҙың үҙгәреүен өйрәнгәне өсөн Балҡан берләшмәһенең наградаһы менән бүләкләнә[10][11]. 2013 йылда экстремизм тураһындағы мәҡәләләре өсөн KOHA Group мәғлүмәт системаһының Rexhai Surroi премияһына һәм дини экстремизм тураһында дискурсы өсөн INPO Ferizaj мәғлүмәт системаһының Stirring Up Debate премияһына лайыҡ була. 2015 йылда АҠШ дәүләт секретарының халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ батырлығы өсөн премияһына эйә була[12].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Flet gazetarja Arbana Xharra: Ekstremistet islamike më kanë kërcënuar me djemtë e mi, Koha Jone (10 марта 2015). 21 марта 2017 тикшерелгән.
  2. KOHA Ditore Online. online.koha.net. KOHAnet. Дата обращения: 21 март 2017. 2018 йыл 3 июль архивланған.
  3. Wave of threats against print media journalists, Reporters Without Borders (10 марта 2010). 21 марта 2017 тикшерелгән. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  4. Kosovo report lifts lid on officials' lavish lifestyle, Balkan Insight (17 октября 2006). 21 марта 2017 тикшерелгән.
  5. INSIGHT: The Kosovo formula?, The Sofia Echo (23 ноября 2007). 21 марта 2017 тикшерелгән. 2016 йыл 4 март архивланған.
  6. Returning to the lawsuit against Arbana Xharra, Reporters Without Borders (16 октября 2012). 21 марта 2017 тикшерелгән. 2015 йыл 21 март архивланған.
  7. Fissures in the Faith: Rise of Conservative Islamists Alarms Kosovans, Balkan Insight (24 декабря 2012). 21 марта 2017 тикшерелгән.
  8. Human Rights Watch, "A Difficult Profession.
  9. В Приштине избита косовская журналистка Арбана Ксарра, Радио «Свобода» (13.5.2017).
  10. Two Awards for BIRN Fellowship Alumna Arbana Xharra, Balkan Fellowship for Journalistic Excellence (27 декабря 2013). 21 марта 2017 тикшерелгән. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  11. Historiku. http://inpo-ks.org. Progress Initiative. Дата обращения: 21 март 2017.
  12. Arbana Xharra, wins the Secretary of State’s IWOC award, RTK Live (March 2015). 21 марта 2017 тикшерелгән.