Эстәлеккә күсергә

Артыҡ кешеләр (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Артыҡ кешеләр
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ телендә

Ижат ителгән ваҡыты

1886

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1886

Артыҡ кешеләр — Антон Павлович Чеховтың хикәйәһе. 1886 йылда яҙылған, 1886 йылдың 23 июнендә тәүге тапҡыр «Петербург гәзите»нең 169-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылған.

А. П. Чеховтың «Артыҡ кешеләр» хикәйәһе 1886 йылда яҙылған, 1886 йылдың 23 июнендә тәүге тапҡыр "Петербург гәзите"нең 169-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылған, Ф. Маркс нәшер иткән «Ғәйепһеҙ телмәрҙәр» йыйынтығына ингән.

Хикәйә ХІХ быуаттың 80-се йылдар башындағы «Сокольникиҙағы, Богородскиҙағы» һәм «башҡа мәскәү яңы дача ҡасабаларындағы» дача тормошо тураһындағы тәьҫораттары буйынса яҙылғаны[1]".

Чехов үҙе тере саҡта хикәйәһе болгар, немец һәм серб-хорват телдәренә тәржемә ителгән.

Әйберҙәрен тейәп, поезда үҙенең дачаһына бер көн кис округ суды ағзаһы Павел Матвеевич Зайкин килә. Юлда уға ерән панталон кецйеп алған тағы бер баҡсасы дачник осраған. Улар һөйләшеп киткән. Ерән панталонлы баҡсасы ваҡ-төйәк сығымдарына зарланған — «хатта һаҡһыҙ бер тин тотонаһың икән, ә һуңынан төн буйы йоҡлай алмайһың».

Зайкин уның һүҙен ҡеүәтләгән, юл йөрөүе ҡыйбат, ләкин бөтөн мебель, хеҙмәтселәр ҡаланан дачаға күсерелгән, хеҙмәтсе, һәм «самауыр ҡуйыр кеше лә юҡ» тигән. Зайкин дачаға килһә, барыһының да үҙ эштәре менән таралышып киткәнен күрә. Уның бәләкәй улы ғына өйҙә була, һәм кем ҡайҙа киткәнен, бөгөн төшкө аш булмаясағын атаһына һөйләп бирә. Әсәһенең Ольга Кирилловна менән спектакль репетицияһына киткәнен әйтә.

Улы атаһына бер өлөшө булавка менән сәнселеп бөткән бөжәктәр коллекцияһын күрһәтә — Ольга Кирилловна шулай өйрәткән уға. Быны күргәс, атаһы: «Ольга Кирилловнаның үҙен ошолай итеп ҡаҙаҡлаһалар! Алып кит бынан! Йән эйәләрен ыҙалатыу оят!»

Кискә табан уның ҡатыны Надежда Степановна менән Ольга Кирилловна һәм ике таныш булмаған ир-егет килә. Уларҙың береһе Коромыслов — дуэтта Зайкиндың ҡатыны менән бергә йырлаусы, икенсеһе — актёр Смеркалов. Ҡатыны «Тромбонлы кешелә фатирҙа тороусы» һәм «Ул уны көтә» спектаклдәрен ҡуябыҙ, ти.

Кисә дауамында дачала ролдәрен ҡабатлайҙар, һуңынан ҡунаҡтарҙы һыйлайҙар. Зайкин йоҡларға ята. Ҡаланан килгән артистарҙың да ҡунып ҡалыуын үтенәләр. Ольга Кирилловна бер үҙе йоҡларға ҡурҡҡанлыҡтан, төнгө икелә ҡатыны ирен уята ла кабинетына китергә ҡуша. Әммә унда килһә, улы кабинетындағы диванда ятҡанын күрә. Зайкин урамға саф һауаға сығырға мәжбүр була, һәм унда үҙенә инде таныш булған ерән панталонлы кешене осрата. Уларҙың дачаһына ҡәйнәһе һәм туғандарының балалары килгән икән. Шунан ул яҡын-тирәнән ниндәй булһа ла кабак йә трактир эҙләргә ҡарар итә.

  • Чехов А. П. Лишние люди// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 108, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN +978 2296 11343 5.
  • Ceux qui sont de trop, traduit par Madeleine Durand et Édouard Parayre, révision de Lily Dennis, Bibliothèque de la Pléiade, éditions Gallimard, 1967, ISBN 978 2 07 0105 49 6.
  1. Михаил Чехов. Об А. П. Чехове. — «Журнал для всех», 1905, № 7, стр. 414; ср. также: Вокруг Чехова, стр. 134