Архитектор В. Н. Куликов йорто (Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Архитектор В. Н. Куликов йорто (Новочеркасск)
Архитектор В. Н. Куликов йорто
Ҡала Новочеркасск, Мәғариф урамы, 139
Архитектура стиле модерн
Нигеҙләнгән XX быуат башы

Архитектор В. Н. Куликов йорто — Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһының Мәғариф урамы, 139 адресы буйынса урынлашҡан архитектура һәйкәле һәм мәҙәни мираҫ объекты.

Һүрәтләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуат башында Новочеркасск ҡалаһында төҙөлгән йорт. Һуңынан ул архитектор Куликов милкенә күсә. Ул ваҡытта йорттоң адресы Николаев проспекты тип билдәләнелә. Төҙөлөштә төп материал булараҡ, кирбес ҡулланыла. Бинаның архитектура йөҙөн пилястрҙар ҡаймалаған ҙур тәҙрәләр кәүҙәләндерә. Уларҙан өҫтә волюталы ҡатмарлы кәрниз тора. Тәҙрә ҡаштарының түбәнге өлөшө биҙәкле изразц һыҙат менән тамамлана. Йәшел төҫтәге изразцтар стеналарҙың кәрниз менән тамамланған ерендә лә күҙәтелә. Улар дүртмөйөш формалағы ҙур детикулдар менән аралашып килә. Мезонин балконын үҫемлек орнаментлы һыҙат урап ала. Кәртәле таш ҡойма йорт дизайны менән бер стилдә башҡарылған. Архитектура элементтарының был өлөшө яйлап емерелә бара. 1906 йылда В. Н. Куликов Сәнғәт академияһынан рөхсәт ала һәм шәхси йортонда рәсем класы аса. Яйлап был урын ҡаланың мәҙәни үҙәгенә әүерелә бара.[1] 1992 йылдан йорт архитектура һәйкәлдәре һәм мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә инә[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]