Эстәлеккә күсергә

Аффикс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Аффикс (лат. affixus — ялғанған) — морфологик деривация (һүҙ үҙгәреше һәм һүҙьяһалыш) процестарында һүҙ тамырына ҡушылыусы ярҙамсы морфема.

Агглютинатив төҙөлөшлө (Агглютинатив телдәр) тел булараҡ башҡорт телендә типик бер мәғәнәлелек, аффикс тамырға ҡарата урынлашыуының билдәле тәртибе күҙәтелә (Агглютинация). Аффикс шулай уҡ сингармонизмға бәйле өндәрҙең үҙгәреүе хас, мәҫәлән, ‑лар/ ‑ләр: «бала‑ лар» — «кеше‑ ләр»; ‑һы/ ‑һе: «баҡса‑һы» — «күрше‑һе» һ.б. Функциональ классификация буйынса яһалма һүҙ барлыҡҡа килтереү өсөн ҡулланылған һүҙ яһаусы, мәҫәлән, «таш» — «таш‑лы», «таш‑сы», «таш‑сыҡ», һәм һүҙҙең грамматик формаһын барлыҡҡа килтереү өсөн ҡулланылған форма яһаусы, мәҫәлән, «ат» — «ат‑тар», «ат‑ тар‑ыбыҙ», «ат‑ тар‑ыбыҙ‑ҙың», аффикстарына бүленә.