Эстәлеккә күсергә

Аҙау яны ҡаласығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Городище
Аҙау яны ҡаласығы
Ил Россия
Урыны Аҙау
Беренсе тапҡыр 1911 йыл
Статус Археология ҡомартҡыһы

Аҙау яны ҡаласығы — Ростов өлкәһендәге Аҙау ҡалаһының көнбайыш ситендә урынлашҡан археология ҡомартҡыһы[1].

Аҙау яны ҡаласығын тикшеренеүселәр беҙҙең эраға тиклем I быуатта барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй[2]. Ул яҡынса беҙҙең эраның III йөҙ йыллығына тиклем йәшәгән[3]. Ҡаласыҡтың территорияһы ур менән уратып алынған, урҙан торлаҡҡа тиклем алыҫлыҡ бик бәләкәй. Торлаҡтарҙы йоморайтылған мөйөшлө квадрат формаһында эшләгәндәр. Торлаҡтың төп характеристикаһы: балсыҡ иҙән һәм стеналары ҡамыштан, стенаның бейеклеге 2,5 метр. Өйҙәр араһында киңлеге 1 метр тәшкил иткән тар ғына үтеү юлы эшләнгән. Өйҙәр алдынан оҙонлоғо яҡынса 5 метр булған урам үтә. Урамға өйҙәр арт яғы менән боролғандар. Өйҙәр алдында төрлө тәғәйенләнештәге соҡорҙар ҡаҙылған: уларҙа иген культуралары һаҡлағандар, баҙ эшләгәндәр йәки ҡый һаҡлау өсөн ҡулланылған булыуы мөмкин[2]. Ҡаласыҡ ур менән уратып алынған һәм түбәнге һәм үрге өлөшкә бүленгән бер бөтөн меоттар ауылы. Төп ҡаралтыларҙан көнсығышта нығытылмаған ҡаласыҡ майҙаны урынлашҡанӨҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; хаталы исемдәр; күрәһең, улар бик күп.

Аҙау яны ҡаласығы 1911 йылдан алып билдәле[4]. 1960—1970 йылдарҙа ҡаҙыу эштәре алып барыла. Археологик эштәр менән И. С. Каменецкий етәкселек итә. Ҡаласыҡтың нығытылған территорияһы 3300 квадрат метр тәшкил итә. Аҙау яны ҡаласығында археологтар һайғау, балсыҡ менән һыларға кәрәк булған ҡамыш ҡулланып төҙөлгән төҙөлөш ҡалдыҡтары таба. Табылған ҡалдыҡтар береһе икенсеһе менән йәнәш урынлашҡан һәм үҙенсәлекле ансамбль төҙөйҙәр. Ҡаҙыу эштәренең һөҙөмтәһе буйынса 1976 йылда университеттарҙың береһенең студенттарынан реставрация төркөмө 1: 2 масштабында бәләкәй өйҙө яңыртып эшләй. Реконструкция ваҡытында бөтә төҙөлөш элементтары: көмбәҙле мейес, усаҡ һәм мейес һикеһе һаҡлана[3].

  1. Охраняемые объекты культуры и истории города Азова
  2. 2,0 2,1 Зубарев В. Г. Историческая география Северного Причерноморья по данным античной письменной традиции. — М: Языки славянской культуры, 2005—504 с: ил. Карты — (Studia historica). — ISSN 1727 — 9968, ISBN — 5-9551-0056-3
  3. 3,0 3,1 Хижина меота//Археологический музей-заповедник Танаис 2017 йыл 14 февраль архивланған.
  4. Очерки истории Азова, Азовский краеведческий музей, 2005