Аҡбур
Акбу́р — аҡ төҫтәге йомшаҡ таш[1]; төҙөлөш һәм буяу материалы[2]; ниндәйҙер әйберҙе, яҫылыҡ өҫтөн аҡлау, ағартыу йәки синыф таҡтаһында яҙыу, һыҙыу, һүрәт төшөрөү өсөн ҡулланыла[3]; химия, резина, ҡағыҙ һ.б. сәнәғәт өлкәләрендә ҡулланылыусы йомшаҡ таш[4].
Еңелсә цементланган ултырма, тау тоҡомо, ваҡ кальцит бөртөктәренән, карбонат һыу үҫемлектәре - кокколитофоридлар һәм фораминифералар тышсаһыннан, һирәк кенә кремний, пирит һәм фосфорит конкрецияләренан ғибәрәт. Төҫө аҡ йәки һарғылт. Ҡатылығы 1-ҙән кәмерәк. Тығыҙлыгы 2690-2720 кг/м³, күҙәнәклелеге 44-50%. Характерлы билдәләре - йомшаҡлығы, һынған урындың ҡытыршы, балсыҡлы булыуы. Акбур йылы диңгеҙләрнең 30 -ҙан алып 500 метрға тиклем тирәнлектә ултырма тәшкил иткән ярым ҡаты ләмдәре рәүешендә була. Саф төрө акбур системаһының юғары ҡатламдарында йышыраҡ осорай. Акбур ултырмаларының иң ҙур полосасы Европала таралған, иң ҡалын урыны Харьков ҡалаһы районында 600 м тәшкил итә.
-
Уайт уртауы яры аҡбур утрауы
-
Ҡыҙыл аҡбур ҡая
-
Аҡ аҡбур ҡая
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мел // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
- ↑ Русско-башкирский словарь архитектурных терминов (З.Г.Ураксин, З.А.Сиразитдинов, 2004)
- ↑ Русско-башкирский словарь по изобразительному искусству (Р.Р.Фатихов)
- ↑ Русско-башкирский словарь химических терминов (Л.Мигранова)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татар энциклопедияһы 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)