Аҡ тирәк-күк тирәк уйыны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аҡтирәк- күк тирәк уйыны битенән йүнәлтелде)
Аҡ тирәк, күк тирәк
Аҡ тирәк-күк тирәк
Уйынсылар һаны
күп
Уйнау урыны
урам
Физик активлыҡ
юғары

Аҡ тирәк-күк тирәк − балалар уйыны

Уйнау тәртибе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балалар уҙаҡлашып икегә бүленеп бер-берһенән 20—30 метр йыраҡлыкта теҙелеп баҫалар. Уйнаусылар бер-берһе менән ҡулға-ҡул тотоношалар. Беренсе яктағылар икенсе яҡтағыларға ҡысҡырып таҡмаҡлайҙар:

Ҡабыр-ҡабыр ҡабырсаҡ,
Ат башында кимерсәк.
Аҡ тирәк- күк тирәк
беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

Ҡаршы яҡтағылар яуап бирәләр:
Ҡап- ҡап ҡабырсыҡ,
Ҡабырсығым кимерсәк,
Уҡ аттым, батманы,

Һәмгелсәгем ҡатманы,
Аҡ та кәрәк, күк тә кәрәк,
Энә менән еп тә кәрәк,
Ҡашығаяҡ йыуылмаған,

Аҡ тирәк күк тирәк
Ал да кәрәк, гөл дә кәрәк,
Беҙгә иң матур йырсыбыҙ
Алма атлы ҡыҙ кирәк.


Исеме сыҡҡан уйынсы ҡаршы яктар сафын йүгереп барып өҙөп сығарға тырыша. Өҙә алһа, бер уйынсыны эйәртеп үҙ яғына алып ҡайта. Өҙә алмаһа, шул яҡта ҡала. Уйын шул тәртиптә, бер яҡта уйынсылар бөткәнсе дауам итә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • И.Ғ. Ғәләүетдинов. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. – Өфө : Китап, 2002 й. ISBN 5-295-02840-2
  • Башҡорт халыҡ уйындары / [төҙ. Г. Р. Хөсәйенова]. – Өфө : Ғилем, 2006 q. – 72 б. ; 20 см. – 200 д. – ISBN 5-7501-0628-4.