Эстәлеккә күсергә

Аҡыл буталышы (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡыл буталышы
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ телендә

Ижат ителгән ваҡыты

1884

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1884

Аҡыл буталышы — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. Тәүге тапҡыр 1884 йылдың 16 июнендә «Ярсыҡтар» журналының 24-се һанында Нищегладск ҡалаһы йылъяҙмаһының бер киҫәге тигән өҫтәмә исем һәм А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫыла.

Хикәйә тәүге тапҡыр 1884 йылдың 16 июнендә «Ярсыҡтар» журналының 24-се һанында Нищегладск ҡалаһы йылъяҙмаһының бер киҫәге тигән өҫтәмә исем һәм А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫыла.

Чеховтың хикәйәләре А. Ф. Маркс баҫып сығарған Әҫәрҙәр йыйынтығына инә. Чехов тере саҡта әле хикәйә словак һәм швед телдәренә тәржемә ителә.

Хикәйәнең тәүге баҫмаһына цензор үҙгәрештәр индерә, һәм нәшриәтсе Лейкин уны үҙе теләгәнсә үҙгәртә — «сыуалыш» һүҙен «аҡыл буталышы» тигән төшөнсә менән алмаштыра. А. П. Чехов нәшриәтсенең хикәйәне өҫтәлмә исем менән баҫтырыуына ҡаршылығын күрһәтә: «Ни өсөн һеҙ Аким Данилычтың хатында („Аҡыл буталышы“) шундай фраза ҡыҫтырҙығыҙ: „Ә барыһы сыйырсыҡтар тубы арҡаһында килеп сыҡҡан…“ Хаттың төп өлөшө уһылданы… Ҡала башлығына, ни сәбәптән бола сыҡҡаны билдәһеҙ, һәм уға үҙенең администраторлыҡ батырлығын сыйырсыҡ кеүек әһәмиәтһеҙ сәбәп арҡаһында кәметеү кәрәк түгел… Ул бер ҡасан да боланы сыйырсыҡтар менән аңлатып тормаясаҡ… Уға „ажитация“ кәрәк…». Лейкин, цензура талаптарын тыңланым, тип аҡлана.

Хикәйәнең фабулаһы, А. Чеховҡа саҡлы ла, шулай уҡ матбуғатта һүрәтләнгән була[1][2].

Хикәйәләге ваҡиғалар көндөҙ баҙар майҙанында бара. Шунан үтеп барыусы ике обыватель, казначей Евпл Серапионыч Почешихин һәм «Ватан улы» хәбәрсеһе Оптимов, эргәләренән осоп барған сыйырсыҡ тубына иғтибар итә. Туп протоиерей баҡсаһына килеп ҡуна. Ҡоштар тубы ҡайҙа ултырҙы, протоиерей отец баҡсаһынамы әллә дьякон Вратоадовтың баҡсаһынамы, тип фекер алышҡанда, уларҙың янына үтеп барыусылар: өс ҡарт богомолка, протоиерей Восьмистишиев үҙе, Евстигней дьячок, урындағы ял итеүселәр, приказчиктар йыйылып киткән.

Халыҡ — унда янғын-фәлән юҡмы тип тулҡынлана башланы. Аҡрынлап халыҡ өйкөлөштө. Ҡала башлығы городничий Аким Данилыч килгәс, йыйылған халыҡты ҡыуа башланы. Һыу һәм техникаһыҙ янғын һүндереүселәр пәйҙә булды. Йыйылған төркөм тулҡынланған мәлдә, күрше трактирҙа Мәскәүҙән алынған орган уйнай башланы. Орган тауышын ишеткән халыҡ төркөмө трактирға эркелде.

Кисен Аким Данилыч бакалея лавкаһында был ваҡиға тураһында «күҙ йәштәре менән ҡан ҡойошҡа саҡлы Еткермәүсе кешегә» рәхмәт хаты яҙа.

  • Чехов А. П. Брожение умов // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Стрелок. Сборник опер, водевилей, шансонеток, комических куплетов, сатирических, юмористических стихотворений, романсов, песен, сцен и рассказов из народного малороссийского и еврейского бытов. М., 1882, стр. 163—164.

↑ Чехов А. П. Брожение умов: (Из летописи одного города). Примечания. ↑ «Новости дня», 1884, № 57, 28 февраля, сцена «Сборище», подпись: Озор ↑ «Картинка уличных нравов». «Будильник», 1877, № 4, стр. 5

  1. «Новости дня», 1884, № 57, 28 февраля, сцена «Сборище», подпись: Озор
  2. «Картинка уличных нравов». «Будильник», 1877, № 4, стр. 5