Аҡ иҙел (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Аҡ иҙел»

«Аҡ иҙел» — ижтимағи-сәйәси гәзит. Нәшер итеүселәре — Л. Ғәзизов, Н. Уталиев. Өфөлә 1919 йылда аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. «Шәреҡ» типографияһында нәшер ителә. Гәзит биттәрендә Урыҫ армияһының Юғары баш командующийы Александр Колчактың бойороҡтары, ҡарарҙары, хәрби бәрелештәр хаҡында мәғлүмәттәр, большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр баҫыла. Мөхәррире — М. Наурузов.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]