Эстәлеккә күсергә

Байсанғор Беноевский

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байсанғор Беноевский
Бенойн БойсгӀар

Байсанғор Беноевский ҡәбере
Псевдоним

Таштан кеше

Тыуған ваҡыты

1794({{padleft:1794|4|0}})

Тыуған урыны

Беной, Чечня

Үлгән ваҡыты

3 март, 1861

Вафат урыны

Кавказ имаматы

Хеҙмәт иткән урыны

Чечня (1817-1828)
Кавказ имамы (1828-1859)
Чечня (1859-1861)

Хеҙмәт итеү йылдары

1817-1861

Хәрби звание

Генерал (1840-1859)
Чечня Имамы (1859-1861)

Хәрби алыш/һуғыш

Кавказ Һуғышы

Байсанғор Беноевский (чечен: Бенойн БойсхӀар[1]; урыҫ: Байсангур Беноевский; 1794 йылда тыуған, Беной, Чечня — 1861 йылдың 3 мартында вафат булған, Хәсәүйорт, Чечня) — чечен сығышлы, XIX быуатта Төньяҡ Кавказ хәрби начальнигы була. Ул Имам Шамилдың наибтарының (урынбаҫарҙарының) береһе була.[2] Байсанғор 1817—1864 йылдарҙағы Кавказ һуғышында ҡатнаша.

Байсанғор 1794 йылда Беной ауылында, тарихсы Д. А. Хожаев версияһы буйынса, Эди ырыуы крәҫтиәне Баршкъи ғаиләһендә тыуған һәм Нохчмахкхой йәмғиәтенең беной тайпына ҡараған. 1825—1826 йылдарҙа Байсанғор Бейбулат Таймиев етәкселегендәге ихтилалда ҡатнаша.[3] 1828 йылда Ғәзи Мөхәммәт Кавказ имамы имамы тип иғлан ителгәс, Байсанғор уның хәрәкәтенә ҡушыла.[4] Чечнялағы Беной ауылы Ғәзи Мөхәммәттең нығытмаһына әйләнә.[5] 1839 йылда, Ахульго ҡамауынан ҡасҡандан һуң, Шамил һәм Уның мөриттәрен Байсанғор ғаиләһе ҡабул итә.[6]

Имам Шамилдың наибы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1846 йылда, граф Михаил Воронцовтың рус ғәскәрҙәре менән алышта, Байсанғор ҡулын һәм күҙен юғалта, ә 1847 йылда, Гергебиль өсөн алышта, пушка ядроһы уның аяғын өҙә. Был етди яраланыу һөҙөмтәһендә ул батша ғәскәрҙәренә әсирлеккә эләгә, Әммә Шамилдың мөриттәре тарафынан ҡотҡарыла, Улар Байсунғорҙы Грозный ҡәлғәһенә алып барған арбаға һөжүм итә. Халыҡ легендаларына ярашлы, уны атҡа бәйләп, эйәрҙә тотоп торалар.[6]

1860 йылдың 8 майында Байсанғор һәм Шамилдың элекке наибтары Ума Дуев һәм Атаби Атаев Чечняла яңы ихтилал күтәрә. Шул уҡ йылдың июнендә Байсанғор кешеләре Фачу ҡалаһы янындағы алышта рәсәй-осетия генерал-майоры-мосолман Муса Ҡундуховты ҡыйрата. Атаби Атаевтың баш күтәреүселәре рәсәй командующийы Николай Евдокимовтың көстәрен көсәйтеү ынтылыштарын юҡҡа сығара, Ә Дуев көстәре Аргун тарлауығы ауылдарын Рәсәй контроленән азат итә. Ул ваҡытта баш күтәреүселәрҙең дөйөм һаны 1500 кешегә етә. Ноябрҙә улар һигеҙ йөҙ казакҡа, 9 пехота батальонына һәм дүрт уҡсылар ротаһына ҡаршы һуғыша.

Байсанғор ихтилалынан борсолған рус армияһы кисекмәҫтән хәрәкәт итергә ҡарар итә. Муса Ҡундухов, Николай Коловачев һәм Арцу Чермоев ярҙамында Рәсәй армияһы Байсангурҙың ҡайҙа булыуы тураһында элек алынған разведка мәғлүмәттәре арҡаһында Белгатой ауылы тирәләй һөжүм башлай. Кундухов ҡалған чечен ауылдарын тар-мар итеү өсөн тупаҫ көс һәм үтә ҡаты бәғерлелек ҡуллана, дөйөм алғанда 15 ауылды юҡ итә. Һыйыныу урынын юғалтҡас, Байсангур һәм уның кешеләре Бенойға ҡайта һәм ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе дауам итергә тырыша, әммә ахырҙа ул баҫтырыла, һәм улар әсирлеккә эләгә.[7][8]

Байсанғор Хәсәүйорт төрмәһенә ябыла һәм һуңыраҡ генерал-майор Павел Кемпферт бойороғо буйынса аҫылыу аша үлем язаһына хөкөм ителә. 1861 йылдың 1 мартында аҫыла.

Уның вафатынан һуң Рәсәй армияһына һуңғы ҡаршы тороуы тураһындағы тарих чечендар араһында чечен батырлығы өлгөһө булараҡ популяр була.

Массауи мәҙәниәттә батыр образын хәтерләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Чечен Республикаһының һәм Дағстандың ҡайһы бер тораҡ пункттарында Байсанғор Беноевский хөрмәтенә аталған урамдар бар.
  • Байсанғор Әбүзәр Айдамировтың 1972 йылғы «Оҙон төндәр» тарихи романы персонажы.
  • Имам Әлимсолтановтың «Гуниб» (1991) йыры Гунибты обороналауға һәм Байсанғор Беноевскийҙың был ваҡиғаларҙа ҡатнашыуына арналған.
  • Чечен барды Тимур Муцураев чечен командирына 1997 йылдағы «Байсанғор» йырын, шулай уҡ Байсанғор һүрәтләнгән Гуниб оборонаһы тураһында «Гуниб» (1998) йырын бағышлай.
  1. Ш. А. ГАПУРОВ, А. В. БАКАШОВ. Вестник Академии наук Чеченской Республики. 2010, № 1 (12). 2016 йыл 13 ғинуар архивланған.
  2. Гапуров Ш. А. Глава XXIII. народно-освободительное движение в Чечне в 60-90 гг. XIX в. § 1. Вооружённое восстание в 1860-1861 гг. // История Чечни с древнейших времен до наших дней. Том I. История Чечени с древнейших времен до конца XIX века.. — 2е изд., испр., 3000 экз. — Грозный: ГУП «Книжное издательство», 2008. — ISBN 978-5-98896-103-1.
  3. Шамиль: от Гимр до Медины. www.universalinternetlibrary.ru. Дата обращения: 28 август 2020.
  4. Д. Хожаев. Чеченцы в Русско-Кавказской войне. ИА Чеченинфо. Дата обращения: 28 август 2020.
  5. Istorii︠a︡ Chechni s drevneĭshikh vremen do nashikh dneĭ. — 2. izd., ispr., dop. — Groznyĭ: Knizhnoe izdatelʹstvo. — ISBN 978-5-98896-103-1.
  6. 6,0 6,1 Shamilʹ ot Gimr do Mediny. — Makhachkala: Dagestanskoe knizhnoe izd-vo. — ISBN 5-297-00992-8.
  7. РГВИА. ф. ВУА. Д.6684, л.10 и об.
  8. Очерки истории Чечено-Ингушской АССР: с древнейших времен до наших дней: в 2-х томах, Чечено-Ингушское книжное изд-во, стр. 126–127.