Байтурсыновтың йорт-музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Байтурсыновтың йорт-музейы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1993
Дәүләт Flag of Kazakhstan.svg Ҡаҙағстан
Административ-территориаль берәмек Алматы

Әхмәт Байтурсыновың йорт-музейыҠаҙағстандың Алматы ҡалаһындағы Әхмәт Байтурсыновтың мемориаль музейы. Музей 1930 йылдарҙа ул йәшәгән йортта урынлашҡан.

Музей[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1934— 1937 йылдарҙа Зубов йортонда ғаиләһе менән Әхмәт. Байтурсынов йәшәй. Эшмәкәр Алаш Орданың реабилитацияһынан һуң 1988 йылда йорт тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып таныла, ә 1993 йылда мемориаль йорт-музейы асыла[1]

Музей экспозицияһы өс бүлмәне — элекке ашхананы, балалар бүлмәһен һәм ғаилә башлығы кабинетын биләй. Ике иң ҙур һәм яҡты залдарҙа Байтурсынов ғаиләһе, уның дуҫтары һәм фекерҙәштәре тураһында бәйән итеүсе фотоһүрәттәр, документтарҙың күсермәләре һәм нөсхәләре ҡуйылған. Өсөнсө бәләкәй һәм ҡараңғы бүлмәлә экспонаттар бик аҙ, улар уның ҡулға алыныуы һәм атылыуы тураһында һөйләй[2]

Музей бинаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Элекке бер ҡатлы Зубовтың йорто Таранчиевский урамында XX быуат башында төҙөлгән.

Бер ҡатлы бинаның төп фасады күләмендә тура мөйөшлө, көнбайышҡа ҡараған. Бинаға инеү урыны көньяҡ яҡтан һәм япмалы күтәрмә менән бүленгән. Бина таш фундаментта аҫҡы өй менән тянь-шянь ҡарағайынан төҙөлгән буранан ғибәрәт. Стеналары штукатурланған һәм ағартылған. Бинаның бөтә периметры буйлап кәрниздәр үтә.

Бина Верный ҡалаһының көнбайыш өлөшөндәге сауҙагәр төҙөлөшө өлгөһө булып тора[3].


Ҡомартҡы статусы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылдың 10 ноябрендә Алматы ҡалаһының урындағы әһәмиәтенә эйә булған мәҙәниәт һәм тарих ҡомартҡыларының яңы Дәүләт исемлеге раҫлана, бер үк ваҡытта уға ярашлы алдағы ҡарарҙар көсөн юғалтҡан тип таныла[4]. Был Ҡарарҙа урындағы әһәмиәткә эйә булған Байтурсыновтың музей бинаһы ҡомартҡы статусын һаҡлап ҡала. 2014 йылда һаҡлау зонаһы сиктәре раҫлана[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]