Барон (хикәйә)
Барон | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
русса |
Ижат ителгән ваҡыты | |
Тәүге тапғып нәшер ителгән | |
Барон — хикәйә. Авторы — Антон Павлович Чехов. «Барон» 1882 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр «Мирской толк» журналының 47-се һанында шул уҡ йылдың 20 декабрендә А. Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыға.
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. П. Чеховтың «Барон» хикәйәһе 1882 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр «Мирской толк» журналының 47-се һанында шул уҡ йылдың 20 декабрендә А. Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыға. Ул шулай уҡ 1884 йылда сыҡҡан «Сказки Мельпомены» йыйынтығына ла индерелгән. Был йыйынтыҡҡа индерер алдынан хикәйә яңынан эшкәртелә, «барон» һүҙе был эшкәртелгән вариантта титулды аңлатмайынса ҡушаматты аңлата, барондың театрға һөйөүе артыу темаһы көсәйтелә.
Сюжет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хикәйәлә Барон ҡушаматлы суфлер һүрәтләнә. Был ҡушаматты ул егерме йыл буйына йөрөтә. Барон — алтмыш йәштәрҙәге тәпәшәк, ябыҡ буйлы ҡарт. Яҙыусы суфлерҙың тышҡы ҡиәфәтен бик тәфсирләп, былай тип яҙа: «Оҙаҡламай тура мөйөшкә әйләнәсәк уның муйыны умыртҡа бағанаһына ҡарата йәйенке мөйөш яһап тора. Ул ҙур, ибәтәйһеҙ башлы, һытыҡ күҙле, шешек танаулы һәм көңгөр эйәкле. Моғайын, бутафор япмаған шкафта спирт торғанлыҡтандыр, бөтә бите күгәреңкерәп тора. Хәйер, ҡаҙна спиртынан башҡа, барон ҡайһы саҡта йыш ҡына йыуыныу бүлмәһендә тороп ҡалған бутылкалар һәм стакан төптәрендә тапҡан шампан шарабын да эскеләй. Уның яңаҡтары һәм күҙ аҫтындағы шеше һәленеп төшкән һәм, киптерергә эленгән иҫке сепрәк кеүек, дерелдәп тора. Башына кеймәгән саҡта һәр саҡ сәхнәнең өсөнсө кулисаһындағы боҙолған газ фонаре мөғөҙөнә элә торған ҡолаҡсынлы тире бүрегенең йәшел эслегенән уңып сыҡҡан буяуға пеләш башының өҫтө йәшел төҫкә ингән. Тауышы шартлаған кәстрүл тауышы кеүек зыңғырҙап тора».
Барон һәр саҡ өс урында йөрөй: йә касса бүлмәһендә, йә суфлер будкаһында, йә ирҙәр бәҙрәфендә. Касса бүлмәһендә Барон йоҡлай, суфлер будкаһында суфлер булып эшләй, ә антракт ваҡытын ирҙәр бәҙрәфендә үткәрә. Уның янындағы артистар Баронға түбәнһетеп ҡарай, уны әҙәмгә һанамай, әгәр ул суфлер будкаһынан шымыраҡ тауыш менән әйтһә, уны әрләй һәм штраф биреү йә булмаһа отставкаға сығарып ебәреү менән янай.
Ҡасандыр Барон артист була алған булыр ине, ләкин уның сәхнәлә сығыш яһарға ҡыйыулығы етмәй. «Әгәр ул сәхнәгә сыҡһа, һәр ваҡыт театрҙың түбәненән алып юғарыһына тиклемге ҡаттарҙа һерәйешеп торған баштар унан көлөрҙәр, мыҫҡыл итерҙәр кеүек тойола. Әгәр уға сәхнәгә дебют менән сығырға тәҡдим итһәләр, ул ағарына, ҡыҙарына башлай һәм ҡото алыныуҙан телһеҙ ҡала». Сәхнәлә уйнарға тәҡдимдәр булһа ла, ул быны «ҡартайғансы, хәйерсегә ҡалғансы һәм суфлер будкаһына инеп ултырғансы» һаман кисектереп тора.
Барон бик тырышып эшләй, спектакль алдынан, яңылышып ҡуймаҫ өсөн, пьесаны бер нисә тапҡыр уҡып сыға, ә беренсе ҡыңғырау шалтырау менән ул будкаға инеп китабының биттәрен ҡараштырып ултыра. Бөтә театрҙа унан да тырыш берәй кешене табыуы бик ҡыйын.
Бер тапҡыр театрҙа уның менән бәйле гауға ҡуба. Сәхнәлә «Гамлетты» ҡуялар, театр тамашасылар менән туп-тулы. Бер йәш кенә ерән сәсле артисҡа Гамлет ролен биргәндәре өсөн Барондың бик ныҡ асыуы килә. Сәхнәлә спектакль барған саҡта Барондың асыуҙан ҡулдары ҡалтырана, китабының биттәре бутала. Бер мәлде ул актёрҙы Гамлетты уйнарға өйрәтә башлай, шунлыҡтан актёр ни эшләргә белмәй туҡталып ҡала. Бер минут буйына театрҙа тынлыҡ урынлашып тора. Тап ошо мәлдә Барон башы менән суфлер будкаһының сигенә шап итеп барып бәрелә, юғары ҡаттағы раектан: «Браво, барабансы!» — тип ҡысҡыралар. Залда ултырған тамашасылар оркестрҙа йоҡомһорап ултырған барабансы был тауышты сығарҙы тип уйлай. Барон ҡурҡышынан бик ныҡ ҡыҙарына, ул үҙен театрҙан ҡыуып сығарырҙар тип ҡурҡа. Ул эстән генә үҙен әрләй: «Их, һин тутыҡ келә, һиңәме ни инде кеше өйрәтергә! Әгәр иң хөрт лакейҙы елкәһенә биреп ҡыуып сығарған кеүек, ҡыуып сығармаһындар тиһәң, бары тик суфлер булып ҡына тик ултыр…».
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Барон// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Dictionnaire Tchekhov, page 31, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
- Le Baron, traduit par Madeleine Durand avec la collaboration d’E.Lotar, Vladimir Pozner et André Radiguet, éditions 10/18, Domaine étranger dirigé par Jean-Claude Zylberstein, 2004. ISBN 2-264-03973-6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Барон 2017 йыл 5 май архивланған.. Оригинальный русский текст