Батайск тарих музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Батайск тарих музейы ― Ростов өлкәһендәге Батайск ҡалаһының тарих музейы. Музейҙың хәҙерге бинаһы ҡаланың ял һәм мәҙәниәт паркында, Киров урамы, 51а адресы буйынса урынлашҡан.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Батайскиҙағы беренсе музей 1966 йылда асыла һәм урындағы кинотеатрҙа урынлаша. Музейҙың тәүге исеме ― «Революция, хәрби һәм хеҙмәт даны музейы ». Ул ике бүлмәлә урынлаша, ә фондында 400 самаһы экспонат иҫәпләнә. Хәҙерге бина 1979 йылда күтәрелеп, шул уҡ йылдың 22 апрелендә асыла[1].

Музей экспозицияһы =[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музейҙың экспозициялары нигеҙендә ҡаланың тарихы, этнографияһы, археологияһы тураһында һөйләүсе экспонаттар ята. Музей фонды Батайск ҡала тарихына бәйле 9 меңдән ашыу документтың төп нөсхәһен һаҡлай.[2].

Өс экспозициялар залы[3]:

  • Хәрби Дан залы ― Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы буйынса экспонаттар күрһәтелә. Һәләк булыусы яугирҙарҙың исемдәре менән иҫтәлекле таҡтаташ бар. Залда төрлө тантаналы саралар, һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар һәм эҙәрмәндәрҙең ултырыштары булып тора.
  • Тыуған яҡты өйрәнеү залы.
  • Күргәҙмәләр залы

Экспозициялар[3]:

  • Баранов ис.ГВФ һәм Серов ис.ГВФ.осоу училищеларының тарихы. Был уҡыу йорттарында Алексей Петрович Маресьев, һуңынан Борис Полевойҙың «Ысын кеше хаҡындағы повесть» китабындағы төп геройҙың прототибы, оҫта осоусы Дольников Григорий Устинович укыған.
  • Тәүге летчик-космонавтар - Комаров Владимир Михайлович, Хрунов Евгений Васильевич, Горбатко Виктор Васильевичтарҙың шәхси әйберҙәре урынлашҡан.
  • Батайск тимер юл тарихына бәйле экспонаттар. Владикавказ тимер юлы, 1875 йылда императорар Александр II указы менән төҙөлөп, Батайск ҡалаһы аша үткән. Был юлды Кавказға «ҡапҡа» тип атайҙар.
  • Этнография экспозицияһы. Бында Батайскиҙа, уның тирә-яғында йәшәүсе кешеләрҙең традицияларына, ғөрөф- ғәҙәттәренә бәйле экспонаттар: боронғо мебель, хеҙмәт ҡоралдары, сиркәү һәм ҡулланма-декоратив әйберҙәр бар.
  • Батайск рәссамы Лосевский Николай Сергеевичтың шәхси күргәҙмәһе.[1].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Һылтанмалар

  1. 1,0 1,1 Administrator Батайск калаһының кала тарихы музейы (ru-ru). xn----7sbbaad2dcgd9csffhc5m.xn--p1ai. 21 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  2. Батайск тарих музейы - Ростовской өлкәһе хөкүмәте  (рус.). www.donland.ru. 21 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 Дон туризмы :: Донда турист :: Музейҙар  (рус.). dontourism.ru. 21 ғинуар 2017 тикшерелгән.