Батталов Мөхтәр Ғәйнулла улы
Батталов Мөхтәр Ғәйнулла улы |
Мөхтәр Ғәйнулла улы Батталов (1922—?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡурайсы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Батталов Мөхтәр Ғәйнулла улы 1922 йылда Башҡортостан АССР-ы Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Әхмәр ауылында тыуған.
7 синыф белем алғас һатыусы булып эшләй.
1939 йылда Баймаҡ тау техникумына уҡырға инә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас үҙе теләп һуғышҡа китә. Десантсылар дивизияһында хеҙмәт итә. 1941 йылдың декабрендә Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша.
1942—1943 йылдарҙа Ленинград блокадаһын өҙөүҙә ҡатнаша. Ул яуҙа 13 фашисты юҡ итә."Батырлыҡ өсөн"миҙалы менән бүләкләнә.
Артабан Волхов, Смоленск, Белоруссия фронттарында һуғыша, Минск ҡалаһын азат иткәндә өсөнсө тапҡыр яралана. 1944 йылда Кенигсберг ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. 1945 йылда Японияға ҡаршы һуғышҡа китә.
1946 йылда тыуған ауылына ҡайта. Тәнендә 15 яраһы ла була. Ҡатыны Ҡунаҡбикә апай менән алты бала тәрбиәләй. Моҡас ауыл Советы рәйесе, колхозда бригадир, сельпо рәйесе, тәьминәт агенты булып эшләй. Ҡурайҙа оҫта уйнап, мәктәптә балаларға ҡурай серҙәрен өйрәткән.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (1985),
- «Батырлыҡ өсөн», «Германияны еңгән өсөн» (1945), «Кенисбергты алған өсөн» (1946), «Японияның еңгән өсөн»(1947) миҙалдары
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Почет грамотаһы (1954).
Был мәҡәләлә мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанмалар юҡ. |
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Баймаҡ районында тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Совет-япон һуғышында ҡатнашыусылар