Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия», Башҡортостан тураһында милли-төбәк энциклопедиялар төрөнә ҡараған күп яҡлы белем һәм мәғлүмәт йыйылмаһы. Бер йыл алда урыҫ телендә сыҡҡан «Башкортостан: Краткая энциклопедия» тигән бер томлыҡ китаптың башҡортсаға тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. 1997 йылда «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте тарафынан баҫтырылған. Баҫманың баш мөхәррире — Р. З. Шәкүров. Күләме — һүрәттәре менән 696 бит. Тиражы — 8 мең дана. ISBN 5-88183-003-3.

Энциклопедия ике бүлектән тора. Беренсе бүлеге Башҡортостан хаҡында киң йөкмәткеле ғилми монография итеп бирелә. Төп өлөштө тәшкил иткән икенсе бүлегендә алфавит тәртибендә айырым ваҡиғаларға һәм күренештәргә, объекттарға һәм төшөнсәләргә, шәхестәр томошона арналған 2670 самаһы мәҡәлә урынлаштырылған.

  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З. Шәкүров — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.

Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия сайты (урыҫса) 2010 йыл 22 ноябрь архивланған.