Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан Республикаһының Хәтер китабы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡортостан Республикаһының Хәтер китабы — сәйәси золом һәм хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк булған Башҡортостан Республикаһы кешеләре тураһында ҡағыҙ һәм интернет баҫмаларҙан торған ижтимағи проект.

Өфөлә Ҡайғылы әсә монументы

Башҡортостан Республикаһы кешеләре Бөйөк Ватан һуғышында, Рәсәйҙең бөтә хәрби бәрелештәрендә ҡатнаша, күптәр ХХ быуаттың 20-50-се йылдарында сәйәси золомға дусар була.

Һәләк булғандарҙы, уларҙың ҡәберҙәрен эҙләүҙә, иҫтәлектәрен мәңгеләштереүҙә булышлыҡ итеү маҡсатында Башҡортостанда ҡорбандар тураһындағы материалдарҙы ҡағыҙ һәм интернет баҫмалар рәүешендә йыйыу һәм тәртипкә һалыу бара.  

Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһында эҙләү отрядтары эшләй, улар, «Ватанды һаҡлағанда һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында»ғы Рәсәй Федерацияһы Законына ярашлы, һәләк булған яугирҙәрҙең ерләнмәгән ҡалдыҡтарын һәм билдәһеҙ һалдаттар ҡәберлектәрен эҙләү, Башҡортостан Республикаһы сығышлы  һәләк булғандарҙың һәм хәбәрһеҙ юғалғандарҙың исемдәрен асыҡлау, яугирҙәрҙең ҡалдыҡтары табылһа, ерләүҙе ойоштороу  менән шөғөлләнә. 

Башҡортостан Республикаһының һәләк булған кешеләре тураһында иҫтәлек, уларҙың исемдәрен яҙып, Мемориаль комплекстарҙа һәм республиканың бөтә ҡалаларында булған һәйкәлдәрҙә мәңгеләштерелгән. 

Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡайтҡан БАССР кешеләре тураһында «Улар Еңеү менән ҡайтты. 1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡайтҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең  исемлектәре» («Они вернулись с Победой. Списки военнослужащих, вернувшихся живыми с Великой отечественной войны 1941—1945 г.г.») тигән 15 томлыҡ китапта һөйләнелә.[1]

Сәйәси золом ҡорбандарының Хәтер китабы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һуғышта һәләк булғандар мемориалы. Салауат ҡалаһы

Башҡортостан Республикаһында сәйәси золом ҡорбандары араһында халыҡтың бөтә ҡатлам кешеләре лә була — эшселәр, крәҫтиәндәр, интеллигенция. Сәйәси золом ХХ быуаттың  20—50-се йылдарында бара. 

19201950 йылдарҙа республикала тиҫтәләрсә мең кеше репрессиялана. Башҡортостан Республикаһы сәйәси золом ҡорбандарының Хәтер китабы[2] 1997 йылда Өфө ҡалаһында «Китап» нәшриәтендә баҫыла.  Унда репрессияланғандар тураһында 7150 белешмә ингән. Китапты Вәлиев Р. А., Виноградова В. П., Макаренко В. Д., Иващенко Л. А., Төпәев С. Х. һәм башҡалар ҡатнашлығындағы эш төркөмө әҙерләгән.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәләк булғандарҙың Хәтер китабы 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостандан 700 мең самаһы кеше ҡатнаша. Уларҙың 300 меңләбе һәләк була[3], шул иҫәптән: Өфөнән —18 715 кеше, Стәрлетамаҡтан — 3708 кеше, Ишембайҙан һәм әле Салауат ҡалаһы урынлашҡан ерҙәге ауылдарҙан — 8113, Башҡортостан Республикаһының Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары һәм Краснокама районынан — 4080 кеше һ.б.

1994—2000 йылдарҙа  Башҡортостандан һуғышҡа оҙатылған йәки Башҡортостанда тыуғандар араһынан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, әсирлеккә алынған, хәбәрһеҙ юғалған, ауырыуҙан йә яраларҙан мәрхүм булған кешеләрҙең исемлектәре менән күп томлыҡ китап баҫыла. 1—20-се (төп) томдарға 322,9 мең Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған кеше,  21—22-се (өҫтәмә) — совет-фин һуғышында (1939—40),  Хасан күлендә, Халхин-Гол йылғаһында, Афғанстанда, Испанияла, Венгрияла, Кореяла һ.б. хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булғандар, шулай уҡ төп томдарға инмәй ҡалғандар индерелгән. Республиканың һәр ҡалаһы һәм районы буйынса исемлектәр алфавит тәртибендә бирелгән.

Афғанстанда һәләк булғандарҙың Хәтер китабы 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афған кампанияһы барышында Башҡортостан Республикаһынан хәрби хеҙмәткә алынған 335 яугир һәләк була[4].

Республикала Афғанстан Ветерандар союзы эшләй, ул Афғанстанда һәләк булған башҡортостанлылар тураһында Хәтер китабы сығарған. 

Чечняла һәләк булғандарҙың  Хәтер китабы 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр барышында Башҡортостан Республикаһынан сыҡҡан 446 яугир һәләк була[5].

Һәләк булғандарҙың исемлеген Афғанстан һәм Чечня ветерандары союзы, Афғанстан һәм Чечня ветерандары ассоциацияһы баҫтыра. 

Чечняла һәләк булған башҡортостанлылар араһында Рәсәй Геройҙары  Доставалов Александр Васильевич, Климов Юрий Семенович, Ҡорбанғәлиев Артур Ришат улы, Трубанов Владимир Евгеньевич бар.

Хәтер: Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың исемлектәре: Башҡортостан. — Өфө: Китап, 1994—2000

  • 1-се китап. Өфө ҡ.: Дим, Жданов (Киров), Сталин (Калинин) райондары. — 1994. — 320 б.
  • 2-се китап. Өфө ҡ.: Ленин, Молотов (Совет), Орджоникидзе райондары. — 1994. — 306 б.
  • 3-сө китап. Әбйәлил, Әлшәй, Архангел райондары. — 1994. — 389 б.
  • 4-се китап. Асҡын, Ауырғазы райондары. — 1994. — 356 б.
  • 5-се китап. Баймаҡ, Баҡалы, Бүздәк, Бөрйән райондары. — 1994. — 390 б.
  • 6-сы китап. Балтас, Бәләбәй, Бишбүләк райондары. — 1995. — 559 б.
  • 7-се китап. Балаҡатай, Белорет, Бөрө райондары. — 1995. — 597 б.
  • 8-се китап. Благовар, Благовещен, Борай райондары. — 1996. — 591 б.
  • 9-сы китап. Ғафури, Дәүләкән, Дүртөйлө райондары. — 1996. — 554 б.
  • 10-сы китап. Дыуан, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр райондары. — 1996. — 450 б.
  • 11-се китап. Иглин, Илеш райондары. — 1996. — 404 б.
  • 12-се китап. Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел райондары. — 1997. — 501 б.
  • 13-сө китап. Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Күгәрсен райондары. — 1997. — 508 б.
  • 14-се китап. Краснокама, Кушнаренко, Көйөргәҙе райондары. — 1997. — 463 б.
  • 15-се китап. Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Миәкә райондары. — 1998. — 513 б.
  • 16-сы китап. Нуриман районы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Стәрлетамаҡ районы. — 1998. — 430 б.
  • 17-се китап. Салауат, Стәрлебаш, Туймазы райондары. — 1999. — 480 б.
  • 18-се китап. Тәтешле, Өфө, Учалы райондары. — 1999. — 529 б.
  • 19-сы китап. Федоровка, Саҡмағош, Шишмә райондары. — 1999. — 452 б.
  • 20-се китап. Хәйбулла, Шаран, Яңауыл райондары. — 1999. — 466 б.
  • 21-се китап. Өҫтәмә. — 2000. — 591 б.
  • 22-се китап. Өҫтәмә. — 2000. — 542 б. С К-2/6100