Эстәлеккә күсергә

Башҡорттарҙың телмәр этикеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡорттарҙың телмәр этикеты — үҙ-ара гармониялы, конфликтһыҙ аралашыуға йүнәлтелгән милли үҙенсәлекле аралашыу-телмәр системаһы.  

Үҙ-ара аңлашыуға өлгәшелһен һәм әңгәмә уңышлы барһын өсөн башҡорттарҙа аралашыу ҡағиҙәләренә айырым иғтибар бирелә. Башҡорттар аралашҡан саҡта ҡулланған телмәр этикеты төрө түбәндәге шарттарға бәйле һайлана:

  • Ситуация  (рәсми, ярым рәсми, рәсми түгел)

Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығын сағылдырған һыҙаттар: хужа ҡунаҡтарҙы ишек алдына сығып ҡаршы ала, арттарынан сығып оҙатып ҡала. Өйгә ингән ҡунаҡты: «Түргә үтегеҙ», тип түргә саҡыра. Ҡунаҡты һыйлағанда һүҙ менән албырғатмауҙы хуп күрә: «Ҡунаҡтарҙың алдына аш ҡуй; ауыҙын-ҡулын буш ҡуй». Табынға ултырыуҙан баш тартҡан ҡунаҡҡа:  «Аштан оло булып булмай», тиҙәр.

  • Танышлыҡ йә туғанлыҡ кимәле.
  • Кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр («тиң менән тиң», «тиң булмаған мөнәсәбәттәр»)
  • Әңгәмәлә ҡатнашыу функциялары
  • Әңгәмәсегә мөнәсәбәт (әҙәпле, үтә әҙәпле, ихтирамлы, яғымлы йәки дуҫтарса)
  • Аралашыу урыны һәм ваҡыты

Башҡорттарҙа әңгәмә ултырған килеш алып барыла, аяғөҫтө һөйләшеү әҙәпһеҙлек һанала. Эшкә күсер алдынан сәләмәтлек, хәл-әхүәл, ғаилә хәлдәре тураһында һорашыла, һауа торошо, таныш-белеш, яңылыҡтар, сәйәсәт тураһында бер аҙ һөйләшелә. Әңгәмә аҙағында йомоштоң асылына күселә. Ҡайтыр алдынан әңгәмәләшеүселәр һый-хөрмәт (һөйләшеү ғәҙәттә сәй артында бара), алсаҡлыҡ өсөн рәхмәт әйтә, бер-береһенә һаулыҡ-сәләмәтлек, именлек теләйҙәр, һөйләшкәндә оҡшамаған ере булһа тип, ғәфү үтенәләр.  «Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын», «иҫән-һау булығыҙ, бай булығыҙ», «өҫтәлдәрегеҙ мул ризыҡтан һығылып торһан, күңелдәрегеҙ гел асыҡ, йөҙҙәрегеҙ алсаҡ булһын» тигән теләктәр әйтешәләр.

Телмәрҙән тыш, этикеттың  ым-ишаралы төрө лә ҡулланыла: баш эйеү, баш ҡағыу, ҡул ҡыҫышыу. Башҡорттарҙа сәләмләшеүҙең төп төрө булып бер йә ике ҡуллап күрешеү, оҙаҡ осрашмаған ҡәрҙәштәрҙең ҡосаҡлашыуы тора. 

Башҡорттарҙың телмәр  этикеты, ситуацияға ҡарап, төрлө һыҙаттарға эйә була.  

Башҡорттар йола буйынса әңгәмәсеһенә Һеҙ тип өндәшмәгән, хатта таныш булмаған кешегә лә Һеҙ тип өндәшеү хас булмаған, был ситтән үҙләштерелгән ғәҙәт булып тора. 

Әңгәмәсегә өндәшеү  һүҙе һөйләмдең башында, уртаһында, аҙағында тора ала  (Апай, беҙҙең халыҡ әрләп, ҡурҡытып һөйләшкәнде күтәрмәй).

Рәсми мөрәжәғәт итеү формаһы тип өс бүлекле  антропонимик модель «исем+атаһының исеме+фамилияһы» ҡабул ителгән (Фәлән Фәләнович Фәләнов йәки Фәлән Фәлән улы Фәләнов).

Туғандарға исеме менән түгел, туғанлыҡ термины менән өндәшәләр. Үҙенән кесерәктәргә — ҡустым, энем, кесе ҡыҙ туғандарға — һеңлем, hылыу, өлкәндәргә ағай, апай тиҙәр. Атаһынан һәм әсәһенән өлкән туғандарға инәй, әбей; бабай, олатай тиелә. Ата-әсәһенең ата-әсәһенә олатай, ҡартатай, өләсәй, нәнәй тиҙәр. 

Аралашыу күп осраҡта «Сәләм бирҙек»; «Сәләм!» тип сәләмләшеүҙән башлана. Өлкән йәштәге йә динле башҡорттар иҫкесә Әссәләмәғәләйкүм! Үәғәлләйкем әссәләм! тип күрешә. Һаумыhығыҙ! Иҫәнмеһегеҙ! Иҫәндәрмеһегеҙ! Шәпмеһегеҙ! Хәйерле көн! Хәйерле иртә! Хәйерле кис! тип ҡул бирешеп күрешеү киң таралған.

Ҡул бирешеп күрешеү айырыуса хөрмәт билдәһе тип һанала. Өлкән кешеләргә һыңар ҡул ғына биреү ихтирамһыҙлыҡ билдәһе тип һанала. 

Ҡалаларҙа таныштар менән иҫәнләшеү ҡабул ителмәһә, ауылдарҙа башҡорттар бөтәһенән дә, шул иҫәптән таныш түгел кешеләрҙән дә һаулыҡ һорашып үтә. 

Комплимент формаһы шарттарға, әңгәмәсенең социаль әһәмиәтенә, аралашыу урыны һәм ваҡытына ҡарап һайлана.  Әңгәмәселәр араһындағы социаль һәм психологик арауыҡ та иҫәпкә алына. 

Тышҡы ҡиәфәткә (Алпамыша батыр кеуек булып киткәнһең бит), йәшкә (Усманов ағай, йәшәреп бараһың, ахыры, танымай торам), мораль сифаттарға ("Ҡалай яҡшы кешеһең әле, Дәүриә  апай), аҡылға (Һай, аҡыллы баш) һ. б. ҡарап әйтелгән комплименттар була. 

Хушлашыу формаһы ситуацияға, үҙ-ара мөнәсәбәттәргә ҡарап, рәсми, рәсми булмаған һәм нейтраль төрҙәргә бүленә. 

Хушлашыу парлы формула буйынса бара: Һay бул! — Һay бул!, Хуш — Хуш бул!. Бер яҡ теләктәр әйтһә, ҡаршы яҡ та уларға мөнәсәбәтен белдерергә тейеш. 

Хушлашыр алдынан китергә йыйынған кеше әңгәмәсеһенә, берәй һылтау табып, айырылышырға кәрәклеккә ишара яһай (Һуң булып киткән икән; Ҡайтыр ваҡыт та еткән икән; Мин ҡайтайымдыр инде). Айырылышыу айҡанлы үкенес белдерелә (Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайтырға кәрәк шул, былай ҙа һуңға ҡалып киттем), рәхмәт әйтелә (Һый-хөрмәтегеҙ өсөн рәхмәт, бик тәмле булды; ҡайтырға кәрәк шул, миңә ваҡыт бүлгәнегеҙ өсөн рәхмәт). Хушлашыу аҙағында бер-береһенә һаулыҡ-именлек теләшәләр. 

Сығып барғанда әйтелә торған һүҙҙәр: Хуш! Хушығыҙ! Һау булығыҙ! [1].

Башҡорттарҙа ғәфү үтенеү формаһын һайлау аралашыуҙа ҡатнашыусыларҙың статусына, эш шарттарына, килтерелгән зыяндың күләменә бәйле. Ғәфү үтенеү һүҙҙәре: «ғәфү», «тәүбә», «кисер», «ярлыҡа», «рәнйемә». Нейтраль формалы  ғәфү ит(-ereҙ) тигән фраза йышыраҡ ҡулланыла. Ғәфү үтенеү 2-се затта бойороҡ һөйкәлешендә торған ҡылым менән белдерелә: ғәфү ит(-егеҙ), кисер(-егеҙ), асыуланма(-ғыҙ), рәнйемә(-геҙ). 

Ҡайһы берҙә ғәфү үтенеү һүҙ башлар алдынан йә берәйһенең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында әйтелә. 

Башҡорттарҙа изге теләктәр телмәр этикетының мотлаҡ өлөшө булып тора, сөнки улар әүәлдән әйтелгәндәрҙең матдиләшеүенә ышанғандар. Теләктәр ситуацияға ҡарап — ҡаршы алыу һәм оҙатыу, ҡотлау, ҡайғы уртаҡлашыу, рәхмәт белдереү һ.б. — әйтелә.

Башҡорттарҙа әҙәпле итеп үтенеү талап итеүҙән йышыраҡ ҡулланыла. Үтенесте белдергән ҡылым менән бергә  зинһар, әле, инде тигән һүҙҙәрҙе ҡушып әйтеп, әҙәплелек күрһәтелә (Бына ошоно рәхим итеп алығыҙ әле).

  • Комплимент как неотъемлемый компонент речевого этикета в башкирском языке // Вестник Башкирского государственного университета. −2010. — Том 15. -№ 3. — С. 1047—1050.
  • Единицы речевого этикета башкирского языка // Актуальные проблемы современной филологии и журналистики: Сборник материалов межвузовской научно-практической конференции студентов и аспирантов, 23 апреля 2008 г. / Отв. ред. М. В. Зайнуллин. — Уфа: РИД БашГУ, 2008. — С. 30-32.
  • Султанов Ф. Ф. Некоторые особенности коммуникативного поведения татар и башкир // Национально-культурная специфика речевого общения народов СССР. — М.: Наука, 1982. — С. 101—111;
  • Сынбулатова А. Ю. «Башкирский речевой этикет: семантика и средства выражения». Уфа. 2011.

http://rujourn.ru/page.php_id=52.html 2014 йыл 22 октябрь архивланған.