Эстәлеккә күсергә

Башҡорт дәүләт университетының зоология музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт дәүләт университетының зоология музейы
Асылған ваҡыты 1958 йыл
Күрергә килеүселәр йылына 5500 тирәһе
Директор Музейға нигеҙ һалыусы һәм тәүге директоры:Геннадий Гилярович Штехер(1957-1961)

Башҡорт дәүләт университетының зоология музейы— ғилми-уҡытыу музейы. Башҡортостан Республикаһының иң өлкән музейҙарының береһе.

Ойошторолоу йылы:1958 йыл.

Музейға нигеҙ һалыусы һәм тәүге директоры:Геннадий Гилярович Штехер(1957-1961)

Адресы: 450074, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32, 4 төп корпус, 4 этаж.

Йыл эсендә музейға: 5500 самаһы кеше килә.

Музейҙың экспозициялар майҙаны: 220 кв.м.

Музейҙың тәүге таксидермисы: – Владимир Георгиевич Ершов (1958-1967)

Музей фондтарында: 8,4 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге.

Башҡорт дәүләт университеты (БДУ) — Башҡортостандың беренсе юғары уҡыу йорто.

Ул башта 1909 йылда Өфө ҡалаһында Уҡытыусылар институты булараҡ асыла.

1920 йылдың ғинуарынан «Халыҡ мәғарифы институты» тигән исем менән атала башлай.

1923—1929 йылдарҙа «Халыҡ мәғарифы буйынса ғәмәли институт» тигән атама менән йөрөтөлә.

1929 йылдың октябренәдә институт базаһында К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты ойошторола.

1957 йылда СССР Министрҙар Советының 1957 йылдың 20 июлендәге ҡарары менән педагогия институты «Башҡорт дәүләт университеты» тип үҙгәртелә.

Башҡорт дәүләт университетының ғилми-уҡытыу музейы 1958 йылда зоология музейы булараҡ асыла. Музейға нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге директоры Геннадий Гилярович Штехер була.Ул бында 1919 йылдан Уҡытыусылар институты асылғандан алып 1961 йылға тиклем эшләй.

Музейҙағы коллекцияларға ла Геннадий Гилярович Штехер нигеҙ һала.Төрлө йәнлек, хайуандар экземплярҙарының күпселеген ул үҙ аҡсаһына һатып ала.

Унан һуң музейҙы Василий Михайлович Гуров етәкләй. Ул был вазифала ғүмеренең аҙағына тиклем эшләй. Уның етәкселегендә күргәҙмә шкафтары һатып алына, диорамалар булдырыла.

Музейҙың штаты арттырыла:лаборант һәм уҡытыу мастеры вазифалары өҫтәлә. Экспозицияларҙы, таратыу материалдарын арттырыу маҡсатында экспедициялар ойошторола, ғилми эшмәкәрлек алып барыла.

Музейҙың тәүге таксидермисы Владимир Георгиевич Ершов була.Ул бында 1958-1967 йылдарҙа эшләй.

1991 йылда музейҙың директоры итеп Виктор Алексеевич Валуев эшкә алына. Быға тиклем ул ун йыл музейҙа таксидермис булған була.

Бер йылдан ул был эшенән китә. 2000 йылда яңынан музейға ҡайта. 2002 йылда музейға 100 кв.м майҙанлы виварий тапшырыла.

Зоология, экология, кеше менән хайуандарҙың физиологияһы кафедралары студенттарының производство практикаһын үткәреү өсөн шарттар булдырыла.

Республика фаунаһын өйрәнеү өсөн ғилми база булдырыу мөмкинлеге тыуа.

2016-2017 йылдарҙа музейҙа киң масштаблы реконструкция үткәрелә. Һөҙөмтәлә музей республика юғары уҡыу йорттары студенттары менән хеҙмәткәрҙәре өсөн генә фәнни һәм уҡытыу-методика базаһы түгел, ә мәктәп уҡыусылары һәм халыҡтың башҡа ҡатламдары өсөн хеҙмәт итә башлай. Йыл һайын бында 5500 самаһы кеше килә.

Әле музейҙың экспозиция бүлегендә һәм фондтарында бөтә континенттарҙан һәм океандарҙан тиерлек хайуандар донъяһынан экспонат ҡуйылған. Уларҙың һаны 10 меңдән ашып киткән.

Экспозицияларҙың бер өлөшө республика кимәлендәге биш һәм халыҡ-ара бер күргәҙмәлә ҡуйылды. Музейҙың экспозицияһы һәм фонды йылдан-йыл тулылана, байый бара.

Бының өсөн йыл һайын республика бләмәләрендә экспедициялар ойошторола. Һуңғы 10 йылда уларҙың һаны 200-ҙән ашып киткән.

Ҡоштарҙың миграция юлдарын асыҡлау маҡсатында экспедициялар ваҡытында ҡоштарҙы балдаҡлау үткәрелә. Балдаҡлау һөҙәмтәләре мәғлүмәттәре Мәскәүгә “Балдаҡлау үҙәгенә” ебәрелә.

Музейҙың коллекциялар масштабы һәм төрлөлөгө буйынса Башҡортостанда тиңе юҡ һәм Урал регионында ла бик һирәктәр иҫәбендә тора.

Бигерәк тә музейҙың орнитологик коллекцияһы бай:бында Көньяу Уралда осраған, тереклек иткән барлыҡ ҡоштарҙың төрҙәре тупланған.Шулай уҡ, уларҙың тауыштарын да тыңлап була.

Музейҙың ғилми эшмәкәрлеге йүнәлештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Ғилми әҙәбиәт сығарыу.

2. Башҡортостан фаунаһының төрҙәрен билдәләү.

3. Башҡортостан Республикаһы хайуандар донъяһының иҫәбен көйләү буйынса рекомендациялар әҙерләү. 4. Популяциялар мониторингы.

5. Төрҙәрҙең таралыш структураһын өйрәнеү.

6. Хайуандар экологияһына антропоген факторҙарҙың йоғонтоһо.

7. Республиканың хайуандар донъяһы буйынса видео һәм аудиоҡулланмалар эшләү.

8. Ҡоштарҙың осоу юлын һәм тауыш сигналдарын сканерлау аппараты эшләү.

9. Ҡоштарҙың ҡауырһындарын ультратауышлы сканерлау (УЗСп) һәм ҡоштарҙың төрөн билдәләү программаһын төҙөү.

10. Ҡоштарҙың иҫәбен автоматик рәүештә билдәләү һәм уның программа менән тәьмин ителеше.

11. Эре йыртҡыс ҡоштарҙың үҙ-үҙҙәрен тотоуын һәм уларҙың миграция юлдарын тикшереү буйынса ғилми проект.

12. Ҡауырһындары буйынса ҡоштарҙы электрон билдәләү.

Белем биреү эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Орнитологик тикшеренеүҙәр һәм мәғлүмәттәрҙе республиканың конкрет региондары өсөн интерпретациялау буйынса ғилми-методик документация эшләнә (шул иҫәптән ГИС-технологияһы нигеҙендә).

2. Орнитологтарҙы дистанцион уҡытыуҙар үткәрелә һәм мәктәп-семинарҙар ойошторола.

3. Республиканың хайуандар донъяһы буйынса ярҙамсы материал, шул иҫәптән видеоҡулланмалар сығарыла.

4. Яланға сығып, ҡоштарҙың төрҙәре билдәләнә, уларҙың төп билдәләре өйрәнелә.

5. Ҡоштарҙы ҡауырһындарына ҡарап таныу буйынса эш алып барыла.

6. Башҡортостандың мәктәп уҡытыусылары, йәш натуралистар станциялары һәм башҡа өҫтәмә белем биреү учреждениелары араһында орнитология буйынса квалификация күтәреү курстары үткәрелә.

7. “Башҡортостандың тәбиғәте һәм кешеләре” телевизион тапшырыуҙар циклын булдырыу буйынса эш алып барыла.

8. “Башҡортостандың һирәк ҡоштары” фильмы төшөрөлә.