Башҡорт телендә аффиксация

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡорт телендә аффиксация

Башҡорт телендә аффиксация — башҡорт телендә нигеҙгә йә тамырға аффикстар ҡушылыуҙан торған һүҙьяһалыш ысулы. Башҡорт телендә аффиксация һүҙҙәрҙең грамматик формаларын яһауҙың төп ысулы һанала.

Һүҙ үҙгәреү йә һүҙьяһалыш барышында һүҙҙең нигеҙенә йә тамырына ҡушылған ярҙамсы морфема аффикс булып тора. Башҡорт телендә аффикстар билдәле бер тәртиптә урынлаша. Аффикстар вариантын һайлау сингармонизмға бәйле: -лар/-ләр: бала-лар, кеше-ләр; -һы/-һе: баҡса-һы, күрше-һе һәм башҡалар.

Башҡорт телендә аффикстар түбәндәге төркөмдәргә бүленә:

  • яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килтереү өсөн ҡулланыла торған һүҙ яһаусы аффикстар: таш — таш-лы, таш-сы, таш-сыҡ;
  • һүҙҙең грамматик формаларын барлыҡҡа килтереүсе форма яһаусы аффикстар: ат — ат-тар, ат-тар-ыбыҙ, ат-тар-ыбыҙ-ҙың.

Форма яһаусы аффикстарға күп мәғәнәлелек һәм күп функциялылыҡ хас. Тамырға йә нигеҙгә ҡушылып, улар һүҙҙең лексик йә грамматик мәғәнәһен үҙгәртә. Һөҙөмтәлә, бер үк һүҙ төркөмө сиктәрендә яңы лексик мәғәнә төҫмөрө өҫтәлгән яңы морфологик категория барлыҡҡа килә. Ошо арҡала аффикстарҙың был төрө «функциональ-грамматик һүҙьяһалыш» аффикстары тип йөрөтөлә. Форма яһаусы аффикстар, һүҙ яһаусы аффикстар кеүек үк, һүҙҙәрҙең синтаксик ҡулланылышы менән туранан-тура бәйләнмәгән.

Морфологик категорияларҙың түбәндәге аффикстарын форма яһаусыларға индерергә була:

  • һөйкәлеш һәм ваҡыт категориялары аффикстары: ҡал-ды, ҡал-ған, ҡал-а, ҡал-ыр, ҡал-асаҡ;
  • ҡылымдың затһыҙ формаларының аффикстары: кил-еү, кил-еүсе, кил-еп, кил-гәс, кил-ергә;
  • йүнәлеш категорияһы аффикстары: таб-ыл, тап-тыр, таб-ыш;
  • субъектив баһаны белдереүсе аффикстар: Ашҡаҙар-ҡай, ил-кәй, ҡош-соҡ;
  • күплек/һан категорияһы аффикстары (ҡылымдың зат формаларынан тыш): бала-лар, етеҙ-ҙәр, дүртенсе-ләр;
  • сифат дәрәжәһе категорияһы аффикстары: аҡ-hыл, ағ-ыраҡ;
  • һан категориялары аффикстары: ун-ар, ун-ау, ун-ынсы, ун-лап;
  • кире ҡағыу категорияһы аффикстары: уҡы-ма, яҙ-ма;
  • эйәлек аффикстары:

Һуҙынҡыға бөткән нигеҙҙәргә ҡушылған эйәлек аффикстары:

Берлек: 1-се зат: -м: балам, кәмәм; 2-се зат: -ң: балаң, кәмәң; 3-сө зат: -һо, -hө, -һы, -he: балаһы, кәмәһе.

Күплек: 1-се зат: -быҙ, -беҙ, -боҙ, -бөҙ: балабыҙ, кәмәбеҙ; 2-се зат: -ғыҙ, -геҙ, -ғоҙ, -гөҙ: балағыҙ, кәмәгеҙ; 3-сө зат: -лары, -ләре: балалары, кәмәләре.

Тартынҡыға бөткән һүҙҙәргә ҡушылған эйәлек аффикстары:


Берлек: 1-се зат: -м: балам, кәмәм; 2-се зат: -ң: балаң, кәмәң; 3-сө зат: -hы, -he, -ho, -hө: балаһы, кәмәһе.

Күплек: 1-се зат: -ым, -ем, -ом, -өм: ҡылысым-, өйөм; 2-се зат: -ың, -ең, -оң, -өң: ҡылысың, өйөң; 3-сө зат: ы, -е, -о, -ө: ҡылысы, өйө.

Эйәлек аффикстары — нигеҙ һүҙгә, ул күплектә торһа, күплек ялғауынан һуң өҫтәлә. Башҡорт телендә йыш ҡына форма яһаусы һәм һүҙҙе үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың һүҙ яһаусы булып китеүе күҙәтелә.

Башҡорт теленең форма яһаусы аффикстарының һүҙьяһалышта ҡулланылыуы:

  • уртаҡлыҡ йүнәлеше формаһын барлыҡҡа килтереүсе -ш аффиксы һүҙьяһалышта ла ҡулланыла: бел — бел-еш, һуҡ — һуғ-ыш;
  • күплек аффиксы -лар/-ләр (фонетик варианттары менән), топонимик атамаларға ҡушылып, был территорияла йәшәгән кешеләрҙе белдерә: өфө-ләр, баймаҡ-тар;
  • сифат ҡылым формаһын яһаған аффикстар; -ар/-әр аффиксы тәүҙә ҡылымдың киләсәк заманын яһаусы булараҡ ҡулланылған: ос-ар (ҡоштар), эс-әр (һыу);
  • -а/-й аффикслы хәл ҡылымдар ҡайһы берҙә рәүеш урынында ҡулланыла: ҡырҡ-а, ҡутар-а һ.б.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Морфемика, словообразование и морфонология башкирского языка». Уфа: Гилем, 2006

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]