Бағдад музейы
Бағдад музейы | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 1968 йыл |
Бағдад музейы Викимилектә |
Бағдад музе́йы (ғәр. المتحف البغدادي Аль-Багдади музей) — Тигр йылғаһы ярында 1970 йылда асылған һәм Аль-Мустансирия университетынан йыраҡ түгел урынлашҡан тәбиғи тарих музейы. Бағдад музейын асыуҙың төп маҡсаты — боронғо Бағдад халҡының тормошо һәм көнкүреше тураһында мәғлүмәт һаҡлау. Музейҙа ираҡ халҡы ҡомартҡыһы булып торған граждандарҙың традицион көнкүреше һәм йәшәү рәүешен ентекле күрһәткән тарихи документтар һаҡлана. Шул документтар арҡаһында, ираҡ рәссамдары һәм скульпторҙары балауыҙ фигуралар аша реаль тормош сәхнәләрен, материалдарын һәм аксессуарҙарҙы күҙ алдына баҫтырырға мөмкин. Музейға килеүселәр боронғо заман Бағдадының мәҙәниәте байлығын, социаль тупланғанлығын һәм ябайлығын күрә алған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музейға нигеҙ һалыусы — Медхат Аль-Хадж, администрации Бағдад хакимиәтенең экс-секретары. 1968 йылда ул Бағдад тәбиғи тарих музейын булдырыу тураһында күрһәтмәгә ҡул ҡуйған. Рәссам-скульпторҙар иртә Бағдад ҡала халҡыны һөнәрселәре һәм белгестәре буйынса төрлө сәхнәләр эшләгән. Бөтә эштәр тамамланғандан һуң, 1970 йылдың 1 ғинуарына музей рәсми рәүештә асылған.
Артабанғы йылдар дауамында музейҙың үҫеш процесы барған. 700 балауыҙ фигураларҙан торған яңы сәхнәләр өҫтәлгән. Яңы объекттар — ресторан һәм баҙар арҡаһында, Бағдад музейы ҙур танылыу ала. Ресторанға килеүселәр ираҡ халыҡ йырҙарын һәм музыкаһын — ираҡ макамы һәм бағдад мраббаты (барабандар — думбуктар ҡулланған халыҡ фольклоры)
АҠШ-тың Ираҡҡа баҫып ингән саҡта күп кенә зыян күрһә лә, биш йылға һуҙылған яңынан тергеҙеү эштәренән һәм өҙөклөктән һуң, 2008 йылдың 8 авгусында музей ҡабаттан асылған.
Бағдад тәбиғи тарих музейы Бағдадтың тарихи документтарын һәм белешмә материалдары һаҡланған китапхананы үҙ эсенә ала.
Шулай уҡ музейҙа ираҡ рәссамдарының — профессионалдарҙың да, Ираҡ сәйәсмәндәре һәм танылған кешеләре араһынан һәүәҫкәр рәссамдарҙың да - картиналар коллекцияһы һаҡлана.