Баһауетдинов Рәшит Ишбулды улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент тултырылмаған

Баһауетдинов Рәшит Ишбулды улы - Берҙәм республика һайлау округы, «Берҙәм Рәсәй» партияһы (фирҡәһе)нән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы 4-се саҡырылыш депутаты, эшҡыуар.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәшит Ишбулды улы Баһауетдинов 1963 йылдың 1 ғинуарында тыуған. Махсус юғары белемле.

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәшит Ишбулды улы Баһауетдинов «Рассвет» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры. Юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестрына ярашлы, Баһауетдинов Рәшит Ишбулды улы унлаған ойошмаларға нигеҙ һалыусы һәм етәксе булған. Шуныһы ҡыҙыҡ: уларҙың күпселегенең устав капиталы 10 мең һумдан да артмаған.

Ҡайһы берҙәре әүҙем эшмәкәрлек башҡара: «Таң» Компаниялар Төркөмө - үҙенең проекттары менән киң билдәле төҙөүсе. Шулар араһында «Көмөш инеш» һәм «Имәнлек» торлаҡ комплекстары. Барлығы ойоша иҫәбендә ярты миллиондан артыҡ торлаҡ, административ, коммерция, социаль күсемһеҙ милек тупланған.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эшмәкәрлегендә бәхәсле мәсьәләләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ «Крона», «Мегастройсервис» ЯСЙ-е. Ҡайһы бере яңы асылды, ә бәғзеләре банкротҡа әйләнгән: 1-се «Монолитстрой», 2-се «Монолитстрой», 3-сө төҙөлөш-монтаж идаралыҡтары (551 433, 76 һум ҡапланмаған бурысы ҡалған), йәки 2013 йылда фәнни-етештереү берекмәһен «Лакоста» ЯСЙ-е мәскәү компанияһы «Рамина» (ул да шулай уҡ 125 156, 84 һум ҡалған бурысы менән бөтөрөлөү стадияһында тора) менән ҡушылып үҙгәртеп ҡоролған, «Мегасройсервис» ЯСЙ-е 2014 йылда юҡҡа сығарылған һәм «Аспект» мәскәү ЯСЙ-енә ҡушылған[1].

2013-2017 йй. - Мәскәү янындағы бәхәсле «Достоевский», «Томилино», «Гоголя-2», «Фламинго» торлаҡ комплекстары етәксеһе. Шулай уҡ Өфө ҡалаһы Дим биҫтәһендәге «Көмөш инеш» торлаҡ комплексы проекты, һәм 2014 йылдан бирле халыҡ торлаҡ көтә. Торлаҡ көтөүселәр «Крона» ЯСЙ генераль директоры Баһауетдинов Рәшит Ишбулды улына енәйәт эше асыу тәҡдиме менән сыҡҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • "Мегастройсервис" ЯСЙ-е директоры
  • «Таң» Компаниялар Төркөмө генераль директоры:

Багаутдинов Рашит Ишбулдович Юридик адресы: 450091, Республика Башкортостан, город Уфа, улица Ленина, дом 97 140070, Московская область, город Люберцы, рабочий поселок Томилино, улица Гоголя, дом 54 корпус 2, пом. к

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Анастасия ЛИСТКОВА. Старая мелодия новой стройки, от 25-01-2018, 10:02 cmanager