Эстәлеккә күсергә

Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бедняки (повесть) битенән йүнәлтелде)
Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын
татар. Ярлылар, яки Өйдәш хатын
Жанр

Повесть

Автор

Мәжит Ғафури

Төп нөхсә теле

татар

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1909

Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын — башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы, БАССР-ҙың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури әҫәре. Башҡорт әҙәбиәтендә бөтә совет осорона тиклемге тәнҡитле реализмдың иң күренекле әҫәрҙәренең береһе булып тора[1][2].

Тәүге тапҡыр 1909 йылда Ҡазанда татар телендә 112 биттә баҫылып сыға. Һуңынан башҡорт теленә (башҡ. Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын) һәм урыҫ теленә тәржемә ителә. 1954 йылда әҙәби башҡорт телендә Мәжит Ғафури әҫәрҙәренең өс томлығында баҫылып сыға.

Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был повеста ярлы-көнлөксөләрҙең фажиғәле яҙмышы яҡтыртыла. Улар, бик ҡаты һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, көнө буйына ҡаланың баҙар майҙанында баҫып торорға әҙер, тик йәшәрлек аҡса эшләү мөмкинлеге генә булһын.

Уҡыусыларҙың күҙ алдынан бер-бер артлы фәҡир Шәрифтең күңелһеҙ яҙмышы үтә. Кәмһетелеүҙәр, үтә ауыр хеҙмәт, аслыҡ һәм балалар өсөн һәр саҡ ҡурҡыу менән тулы ғүмере ҡурҡыныс үлем менән өҙөлә.

Аҙаҡ килеп, ғаилә башлығы Шәриф, әҫәрҙең төп геройы, һыуыҡ тейҙерә һәм ҡаты ауырый. Ләкин ярлылыҡтың сигендә йәшәһәләр ҙә, Шәриф һәм уның ҡатыны Бәҙриямал, ире ташлап киткән, хәлле туғандары ситләткән ауырлы ҡатын Йәмилә менән һуңғы телем икмәктәрен бүлешәләр. Йәмилә, уңышһыҙ эш эҙләп, күп көндәрен үткәрә һәм, Ғафури һүҙҙәре менән әйткәндә, «әйтерһең дә ғазап тулы был донъяға килергә теләмәгән…» үҙенең үле тыуған сабыйы менән бергә был донъянан китә[3][4].

Рәхимһеҙ һәм эскесе ире ташлап киткән һәм өмөтһөҙлөктең сигенә еткән Йәмиләнең үлеме һүрәтләнә. Үлеп барыусы бәпесләүсе ҡатындың күҙҙәренән ике йәш бөртөгө тәгәрәп төшә. Уларҙың береһе — әйтерһең дә уның драматик яҙмышында ҡатнашҡан Бәҙриямал һәм Шәрифкә рәхмәт белдерә, ә икенсеһе — уның тормошон һәләк иткән рәхимһеҙ яҙмышҡа ҡәһәр була. Ошо уҡ йортта ғаилә башлығы Шәриф ҡаты ауырыуҙан вафат була. Уның ҡатыны Бәҙри өс балаһы менән ауылға ҡайтырға мәжбүр була. Уларҙы унда ниндәй һынауҙар көткәнен фаразлау ҡыйын түгел.

Шул ваҡыт Хоҙайбирҙе мейес башынан төшөп, ялан-аяҡ көйөнсә йүгереп, тышҡа сығып китте. Ул кире кергәс, Шәриф: “Ниңә өйҙө һыуытып йөрөйһөң! Ҡуян аяғы ашаныңмы әллә?” — тип һораны ла, Бәҙригә ҡарап: “Тиҙерәк самауырыңды ҡайнат әле, сәй эсеп, дәхи бер сығып ҡарарға кәрәк, берәр эш табылмаҫмы, бер бәхет асылһа, асыла торған ул, өйҙә ятып бер ҙә әллә ни булмаҫ”, — тине.

Бәҙри:

—Бөгөн бик һыуыҡ бит, инде сыҡмаһаң да ярар. Шәриф:

—Сыҡмай булмаҫ, сығып ҡарарға кәрәк, бот күтәреп көтөп буш ятһаң, ашарға килтереп бирмәҫтәр. Бына әле көн һалҡын тип иртә берлән сыҡмаған булһам, бөгөн ни ашар инең?

Бәҙри (самауыр янына барып өрөп-өрөп): «Таш кергән самауыр, әле булһа ҡайнап сыҡмай, ни саҡлы күмер кәрәк», — тип сиртеп, улай-былай итеп ултыра торғас, самауыр ҡалтырай башланы. Тимәк, ҡайнаны. Әлеге өс мыҫҡал сәйҙе йыртып, кескенә ҡыршаулы ҡара сәйнүккә сәй һалып ултыртып ҡуйҙы. Кескенә генә йыртыҡ ашъяулыҡты йәйеп, пар ярым сынаяҡты килтереп ҡуйҙы.

Бына көткән рәхәттәре булған сәйҙе эсергә ултырҙылар.

http://mazhit-gafuri.ru/part/povesti/Bednyaki/1

[5]