Беларуслаштырыу
Беларуслаштырыу | |
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-be-tarask" does not exist. | |
Дәүләт | Белорус Совет Социалистик Республикаһы[1] |
---|---|
Ҡулланылған тел | белорус теле[1] |
Башланыу датаһы | 1921[1] |
Тамамланыу датаһы | 1929[1] |
Ойоштороусы | Совет народных комиссаров БССР[d][1] |
Предназначено для | Белорустар[2] |
Объект события | Белорус мәҙәниәте[3] |
Беларуслаштырыу (бел. беларусізацыя) — 1920-се һәм 1930-сы йылдарҙа Беларус ССР-ында республиканың ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни тормошонда беларус телен ҡулланыуҙы киңәйтеү буйынса сәйәсәт. Беларуслаштырыу шулай уҡ беларус мәҙәниәтен үҫтереүҙе һәм БССР-ҙың етәксе органдарында беларустарҙың һанын арттырыуҙы ла күҙҙә тота[4].
Идеологик нигеҙ һәм беларуслаштырыуҙың башланғыс осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БССР-ҙа ижтимағи һәм дәүләт тормошонда беларус телен ҡулланыуҙы арттырыу буйынса сәйәсәт үткәреү кәрәклеге тураһында беренсе тапҡыр Советтарҙың II Бөтә Беларус съезында (1920 йылдың декабре) иғлан ителә. Беларус халыҡтарының бөтә телдәрендә лә мәҙәниәтте үҫтереүгә, шулай уҡ улар өсөн махсус кадрҙар әҙерләүгә һәм әҙәбиәт нәшер итеүгә булышлыҡ итеүсе учреждениелар селтәрен булдырырға тәҡдим ителә[5]. БССР Үҙәк Башҡарма комитетының II сессияһы (1921 йылдың феврале) Мәғариф халыҡ комиссариатына «Беларус хеҙмәтсән халҡының күпселеге һөйләшкән телдә — беларус телендә» уҡытырға тигән күрһәтмә бирә[5]. Шулай уҡ Мәғариф халыҡ комиссариатына «беларус балалары уҡыған учреждениеларҙа уҡытыуҙы әкренләп уларҙың туған беларус телендә уҡытыуға күсерергә»[5]. Квалификациялы белгестәрҙең һәм уҡыу әсбататтарының етешмәүе сәбәпле, Минскиҙа Халыҡ мәғарифы институтында, шулай уҡ Бобруйскиҙа һәм Борисовта өс айлыҡ курстарҙа белгестәр өҙерләү бурысы буйыла, ә беларус телендә бөтә төр әҙәбиәтте әҙерләү «көнүҙәк мәсьәлә» тип билдәләнә[6]. Шулай итеп, беларуслаштырыуҙың башланғыс этапбында төп иғтибар халыҡ мәғарифына йүнәлтелә[7]. 1923 йылдың март айында Беларусь Компартияһының VII съезында (XII партконференция) беларус мәҙәниәте үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу компартияның төп маҡсаттарының береһе булырға тейеш, тип белдерелә.[6].
Төп фазаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беларуслаштырыу буйынса эшмәкәрлек БССР территорияһының киңәйә барыуы менән бер үк ваҡытта башлана. 1924 йылда хәҙерге Могилев, Витебск өлкәләре, ә 1926 йылда — Гомель һәм Речица округтары территориялары БССР составына индерелә[8]. 1924 йылдың июлендә БССР-ҙың үҙәк башҡарма комитеты «Милли сәйәсәтте үткәреү буйынса ғәмәли саралар тураһында»[9]. Башҡарса комитетта, Халыҡ Комиссарҙары Советында, Мәғариф һәм Игенселек Комиссариаттарында эшлекле ҡағыҙҙарҙы беларус телендә тултырыуға күсереүҙе бер йылда, эске эштәр халыҡ комиссариаты, юстиция, почта һәм телеграфта — ике йылда, ҡалғандарында өс йылда тамамлау планлаштырыла[4][10].
Күпселек башланғыс мәктәптәр беларус телендә уҡытыуға күсә. Әкренләп юғары уҡыу йорттары ла беларус телендә уҡытыуға күсә. 1924 йылда республикала дүрт төп телдең: беларус, урыҫ, поляк һәм идиштың тиң хоҡуҡҡа эйә булыуы тураһындағы Декрет ҡабул ителә.[11]. Беларус теле «дәүләт, һөнәри һәм йәмәғәт ойошмалары араһындағы мөнәсәбәттәр өсөн беларус теле өҫтөнлөклө тел булып ҡала», шул уҡ ваҡытта СССР-ҙың үҙәк органдары менән мөнәсәбәттәрҙә урыҫ теле ҡулланыла[4].
Беларуслаштырыу һәм БССР халҡының этнотел структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1926 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса БССР-ҙа йәшәүселәрҙең 80,6 проценты беларустар, 8,2 % йәһүдтәр 7,7 %, урыҫ 2 % тиклеме[12]. Шуның 67 проценты беларус, 23,5 % — урыҫ, 7,5 % — идиш, яҡынса 1%-ы поляк телен үҙенең туған теле тип иҫәпләй. Ҡалаларҙа хәлдәр икенсе тәрлә: ҡала лар халҡының 40,2 проценты йәһүдтәр, шунан инде беларустар (39 %) һәм урыҫтар (15,6 %). Ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең 19 проценты беларус телентуған теле тип иҫәпләй[<span style="" title="не указан источник на утверждение (26 декабря 2011)">2653 сығанағы көн күрһәтелмәгән</span>].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Звязда (белор.) — Выдавецкі дом «Звязда», 2014. — вып. 105 (27715). — Б. 4. — ISSN 1990-763X
- ↑ Звязда (белор.) — Выдавецкі дом «Звязда», 2014. — Б. 4. — ISSN 1990-763X
- ↑ Звязда (белор.) — Выдавецкі дом «Звязда», 2014. — вып. 105 (27715). — Б. 4. — ISSN 1990-763X
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Беларусі гісторыі нарыс. 2 сәғ. — Мн., 1995. — 119-сы б.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Беларусі гісторыі нарыс. 2 сәғ. — Мн., 1995. — С. 116
- ↑ 6,0 6,1 Беларусі гісторыі нарыс. 2 сәғ. — Мн., 1995. — С. 117
- ↑ Беларусі гісторыі нарыс. 2 сәғ. — Мн., 1995. — 121 б.
- ↑ Беларусі гісторыі нарыс. 2 сәғ. — Мн., 1995. — С. 105—106
- ↑ Беларусі гісторыі нарыс. 2 сәғ. — Мн., 1995. — С. 118
- ↑ Беларусі гісторыі нарыс. 2 сәғ. — Мн., 1995. — 120 б.
- ↑ Я Запруднік скрыжавання беларусь гістарычных. Минск, 1996. С 93-94
- ↑ 1926 йылда бөтә союз халыҡ иҫәбен. Милли состав буйынса республика халҡының СССР Демоскоп Weekly