Эстәлеккә күсергә

Беларусь Республикаһының Милли йыйылышы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Беларусь Республикаһының Милли йыйылышы
Нацыянальны сход Рэспублiкi Беларусь

Тип
Тип

ике палаталы парламент

Палаталар

Республика Советы
Вәкилдәр палатаһы

Етәкселек
Республика Советы Рәйесе

Мясникович Михаил Владимирович
2015 йылдың 16 ғинуары

Вәкилдәр Палатаһы Рәйесе

Андрейченко Владимир Павлович
2008 йылдың 27 октябры

Структура
Ағзалар

174
(шул иҫәптән: 64 Республика Советында,
110 Вәкилдәр Палатаһында
)

Республика Советы Фракциялар

фракциялар юҡ, территориаль принцип буйынса ойошторола һәм төҙөлә

Вәкилдәр Палатаһы Фракциялар
  • Партия ағзаһы түгел (94)
  • Беларустың Коммунистәр партияһы (КПБ) (8)
  • Республика хеҙмәт һәм ғәҙеллек партияһы (РПТС) (3)
  • Белорус патриотик партия (БПП) (3)
  • Либераль-демократик партия (Белоруссия) (ЛДП) (1)
  • Берләшкән граждандар партияһы (ОГП) (1)
Республика Советы Тауыш биреү системаһы

урындағы депутаттар Советтары ултырышында һигеҙешәр Республика Советы ағзаһы һайлана

Вәкилдәр Палатаһы Тауыш биреү системаһы

граждандар тарафынан мажоритар система буйынса дөйөм тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә һайлана

Сайт

parliament.gov.by

Беларусь Республикаһының Милли йыйылышы (бел. Нацыянальны сход Рэспублiкi Беларусь) — Беларустың юғары вәкәләтле закондар сығарыу органы. Ике палатанан тора — Вәкилдәр палатаһы (түбәнге палата) һәм Республика Советы (юғары палата). Вәкилдәр палатаһы составында — 110 депутат. Депутаттарҙы һайлау дөйөм, ирекле, тиң, тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә йәшерен тауыш биреү юлы менән тормошҡа ашырыла. Вәкилдәр палатаһы тулыһынса мажоритар система буйынса (үҙе тауышҡа ҡуйылған һайлау округы буйынса һайлаусыларҙың күпселек тауышын алған кандидат һайланған тип иҫәпләнә) төҙөлә. Республика Советы территориаль вәкиллек палатаһы булып тора. Һәр өлкәнән һәм Минск ҡалаһынан урындағы депутаттар Советтары ултырышында һигеҙешәр Республика Советы ағзаһы һайлана. Уларға өҫтәп һигеҙ Республика Советы ағзаһын Беларусь Республикаһы Президенты тәғәйенләй. Шулай итеп, Республика Советы — 64 ағзанан торған региональ вәкиллек органы.

1994 йылдың 15 мартындағы Белоруссия Конституцияһына ярашлы Беларусь Республикаһының Юғары Советы илдә юғары вәкәләтле даими эшләүсе һәм берҙән-бер закондар сығарыусы дәүләт власы булып торҙо. Ул 5 йылға һайланған 260 депутаттан торҙо. 1996 йылдың 24 ноябрендә Беларусь Республикаһы Конституцияһына төҙәтмәләр һәм өҫтәмәләр индереү буйынса республика референдумы үтте, унда ике палаталы парламент — Республика Советы һәм вәкилдәр Палатаһынан торған Беларусь Республикаһының Милли йыйылышын төҙөү күҙ уңында тотолдо. Беларусь Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр индерелгәс парламент, дәүләт власы юғары органының совет моделенән тулыһынса баш тартыуын аңлатҡан, үҙенә нығыраҡ тура килгән исем, парламентаризмдың нығынған стандарттарына тап килгән һәм камилыраҡ төҙөлөш алды. Беларусь Республикаһының вәкәләтле һәм закондар сығарыусы органы 1996 йылғы Конституция редакцияһында Парламент - Беларусь Республикаһының Милли йыйылышы тип атала. Ул ике палатанан — Республика Советынан һәм вәкилдәр Палатаһынан тора (статья 90). Конституцияла Милли йыйылыш палаталарының үҙойошоу принцибы нығытылған. Һәр палата үҙаллы үҙе ҡабул иткән регламентта үҙенең эш тәртибен булдыра (статья 105). Милли йыйылыш палаталары, билдәләнгән бергә йыйылыш үткәреү осраҡтарынан башҡа, йыйылыштарҙы айырым үткәрә. Палаталарҙың уртаҡ органдары юҡ. Ике палатаның берҙән бер ваҡытлы уртаҡ органы булып, Республика Советы кире ҡаҡҡан закон проекты буйынса палаталар араһындағы фекер айырмалығын бөтөрөү өсөн, улар тарафынан тигеҙ хоҡуҡлы нигеҙҙә төҙөлгән килештереүсе комиссия ғына булырға мөмкин (100 статьяның дүртенсе өлөшө). Республика Советы ағзалары һәм вәкилдәр Палатаһы депутаттары үҙҙәренең фекерен белдергәндә һәм үҙҙәренең вәкәләтлеген тормошҡа ашырғанда тейелгеһеҙлек менән файҙаланалар. Был уларҙы яла яғыуҙа һәм мыҫҡыллауҙа ғәйепләүгә ҡағылмай.

Беларуста парламент 4 йыл срокка һайлана. Парламент палаталарының яңы составын һайлау ғәмәлдәге саҡырылыш палатаһы вәкәләтлеге бөтөүгә дүрт айҙан һуңыраҡ булмаған ваҡытта билдәләнә һәм 30 көндән һуңыраҡ булмаған ваҡытта үткәрелә. Парламент палаталарын сираттан тыш һайлау Парламент палаталары вәкәләтлеге ваҡытынан алда бөткән көндән алып өс ай эсендә үткәрелә.

Кандидатураларҙы күрһәтеү өсөн критерийҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

21 йәше тулған Беларусь Республикаһы гражданины вәкилдәр Палатаһы депутаты була ала. 30 йәше тулған һәм тейешле өлкә йәки Минск ҡалаһы территорияһында биш йылдан әҙерәк булмаған ваҡыт йәшәгән Беларусь Республикаһы гражданины Республика Советы ағзаһы була ала. Вәкилдәр Палатаһы депутаттары Парламентта үҙҙәренең вәкәләтлеген, әгәр Конституция тарафынан башҡа нәмә күҙ уңында тотолмаһа, профессиональ нигеҙҙә тормошҡа ашыралар. Вәкилдәр Палатаһы депутаты бер үк ваҡытта Хөкүмәт ағзаһы була ала. Бер үк кеше бер үк ваҡытта Парламенттың ике палатаһының да ағзаһы була алмай. Вәкилдәр Палатаһы депутаты урындағы депутаттар Советы депутаты була алмай. Республика Советы ағзаһы бер үк ваҡытта Хөкүмәт ағзаһы була алмай. Вәкилдәр Палатаһы депутаты, Республика Советы ағзаһы вазифаларын бер үк ваҡытта Президент йәки судья вазифаһы менән бергә ҡушыу рөхсәт ителмәй.

Вәкәләтлек сроктары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парламент вәкәләтлеге срогы — дүрт йыл. Парламент вәкәләтлеге закон нигеҙендә тик һуғыш осрағында ғына оҙайтылырға мөмкин. Конституцияла күҙ уңында тотолған осраҡта һәм тәртиптә, Республика Советы йәки вәкилдәр Палатаһы вәкәләтлеге ваҡытынан алда туҡтатылырға мөмкин. Республика Советы йәки вәкилдәр Палатаһы вәкәләтлеге туҡтатылған осраҡта, Президенттың ҡарары буйынса, ярашлы рәүештә вәкилдәр Палатаһы йәки Республика Советының вәкәләтлеге лә туҡтатылырға мөмкин. Вәкилдәр Палатаһы вәкәләтлеге, Хөкүмәткә ышаныс күрһәтеүҙән баш тартҡан осраҡта, Хөкүмәткә ышанмауҙы белдергән вотум белдергәндә йәки Премьер-министрҙы тәғәйенләүгә ризалыҡ биреүҙән ике тапҡыр баш тартҡанда, ваҡытынан алда туҡтатылырға мөмкин. Республика Советы йәки вәкилдәр Палатаһы вәкәләтлеге шулай уҡ, Парламент палаталары тарафынан Конституцияны системалы рәүештә йәки тупаҫ боҙған осраҡта, Конституцион Суд ҡарары нигеҙендә туҡтатылырға мөмкин. Был мәсьәләләр буйынса ҡарарҙы Президент, палаталар рәйестәре менән рәсми консультацияларҙан һуң ике айҙан да һуңға ҡалмай, ҡабул итергә тейеш. Палаталар ғәҙәттән тыш хәл йәки һуғыш булған осорҙа, Президент вәкәләтлегенең һуңғы алты айында, палаталар тарафынан Президентты вазифаһынан бушатыу йәки ваҡытынан алда азат итеү мәсьәләһе хәл ителгән осорҙа, таратыла алмай. Палаталарҙы уларҙың беренсе ултырышы үткән көндән алып бер йыл дауамында таратыу рөхсәт ителмәй.

Һайлауҙарҙан һуң Парламент палаталарының беренсе сессияһы һайлауҙар һәм республика референдумдарын үткәреү буйынса Үҙәк комиссия тарафынан саҡырыла һәм үҙенең эшен һайлауҙарҙан һуң 30 көндән дә һуңға ҡалмай башлай. Вәкилдәр Палатаһының беренсе сессияһын саҡырыу һәм эш башлау өсөн утыҙ көндө иҫәпләү, уның яңы составын һайлау өсөн тауыш биреүҙең икенсе туры көнөнән башлана. Әгәр вәкилдәр Палатаһына һайлауҙарҙың икенсе туры үткәрелмәһә, утыҙ көнлөк срокты иҫәпләү Беларусь Республикаһында дөйөм һайлауҙарҙы үткәреүҙең беренсе туры көнөнән башлана. Республика Советының беренсе сессияһын саҡырыу һәм эш башлау өсөн утыҙ көндө иҫәпләү, урындағы депутаттар Советының база кимәлендәге депутаттарының, өлкәнән йәки Минск ҡалаһынан Республика Советынына ағзаларҙы һайлау буйынса үткәргән беренсе ултырышы көнөнән башлана. Палаталар йылына ике сираттағы сессияға йыйыла. Беренсе сессия 2 октябрҙа асыла; уның дауамлылығы һикһән көндән күберәк була алмай. Икенсе сессия 2 апрелдә асыла; уның дауамлылығы туҡһан көндән күберәк була алмай. Әгәр 2 октябрь йәки 2 апрель эш көнөнә тура килмәһә, сессия унан һуңғы беренсе эш көнөндә асыла. Республика Советы, вәкилдәр Палатаһы үтә ныҡ кәрәк булған осраҡта, Президент инициативаһы менән, шулай уҡ һәр палатаның тулы составының өстән ике өлөшөнән кәм булмаған күпселегенең талабы буйынса, билдәле бер көн тәртибе буйынса сираттан тыш сессияға саҡырылалар. Сираттан тыш сессиялар Президент ҡарары менән саҡырылалар.

Вәкилдәр Палатаһы үҙенең составынан вәкилдәр Палатаһы Рәйесен һәм уның урынбаҫарын һайлай. Республика Советы үҙенең составынан Республика Советы Рәйесен һәм уның урынбаҫарын һайлай. Республика Советы һәм вәкилдәр Палатаһы Рәйестәре, уларҙың урынбаҫарҙары ултырыштар алып баралар һәм палаталарҙың эске тәртибе менән идара итәләр. Республика Советы һәм вәкилдәр Палатаһы үҙҙәренең составынан, закон проекттары эшен алып барыу, палата ҡарамағында булған мәсьәләләрҙе алдан ҡарау һәм әҙерләү өсөн, даими комиссиялар һәм башҡа органдар һайлайҙар

Вәкилдәр Палатаһы вәкәләтлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәкилдәр Палатаһы:

  • Президент тәҡдиме менән йәки Беларусь Республикаһының һайлау хоҡуғы булған 150 меңдән кәм булмаған граждандарының инициативаһы буйынса, Конституцияға өҫтәмәләр һәм төҙәтеүҙәр индереү, Конституцияға аңлатма биреү тураһында закондар проектын ҡарай;
  • шул иҫәптән закондар проектын ҡарай:
    • Беларусь Республикаһының эске һәм тышҡы сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен, хәрби доктринаны раҫлау, халыҡ-ара килешеүҙәрҙе раҫлау һәм ғәмәлдән сығыуын белдереү тураһында;
    • граждандарҙың хоҡуҡтарын, иркен һәм бурыстарын тормошҡа ашырыу ҡағиҙәләре һәм төп йөкмәткеһе; гражданлыҡ, сит ил кешеләренең һәм гражданлығы булмаған кешеләрҙең статусы тураһында;
    • милли аҙсылыҡ хоҡуҡтары тураһында;
    • республика бюджетын һәм уның үтәлеше тураһында отчетты раҫлау ураһында;
    • республика һалымын һәм йыйымды билдәләү тураһында;
    • милек мөнәсәбәттәрен тормошҡа ашырыу ҡағиҙәләре тураһында;
    • социаль яҡлау нигеҙҙәре тураһында;
    • хеҙмәт һәм мәшғүллекте көйләү ҡағиҙәләре тураһында;
    • никах, ғаилә, балалыҡ, әсәлек, аталыҡ, тәрбиә, белем биреү, мәҙәниәт һәм һаулыҡты һаҡлау тураһында;
    • тирә яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғи ресурстарҙы рациональ ҡулланыу тураһында;
    • дәүләттең административ-территориаль төҙөлөшө мәсьәләһен хәл итеү тәртибен асыҡлау тураһында;
    • урындағы үҙидара тураһында;
    • суд төҙөлөшө, суд эштәрен башҡарыу һәм судьяларҙың статусы тураһында;
    • енәйәт яуаплылығы тураһында;
    • амнистия тураһында;
    • һуғыш иғлан итеү һәм килешеү төҙөү тураһында;
    • хәрби һәм ғәҙәттән тыш хәл хоҡуҡи режимы тураһында;
    • дәүләт наградаларын булдырыу тураһында;
    • закондарға аңлатма биреү тураһында;
  • Президент һайлауын билдәләй;
  • Президентҡа Премьер-министрҙы тәғәйенләүгә ризалыҡ бирә;
  • Премьер-министрҙың Хөкүмәт эшмәкәрлеге программаһы тураһында докладын тыңлай һәм программаны хуплай йәки кире ҡаға (шуның менән бергә палата тарафынан программаны ҡабаттан ҡабул итмәү Хөкүмәткә ышанмауҙы белдергән вотум күрһәтеүҙе аңлата);
  • Премьер-министр инициативаһы менән Хөкүмәткә ышаныс тураһында мәсьәләне ҡарай;
  • вәкилдәр Палатаһының тулы составының өстән бер өлөшөнән кәм булмаған өлөшө инициативаһы буйынса Хөкүмәткә ышанмауҙы белдергән вотум белдерә (шуның менән бергә, Хөкүмәттең яуаплылығы тураһында мәсьәлә, уның программаһын хуплағандан һуң бер йыл дауамында ҡуйыла алмай);
  • Президенттың отставкаһын ҡабул итә;
  • вәкилдәр Палатаһының тулы составының күпселек тауышы менән Президентҡа, дәүләткә хыянат итеү йәки башҡа ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйеп ташлай;
  • Республика Советының тейешле ҡарары нигеҙендә, тулы составының өстән икенән кәм булмаған күпселек тауышы менән Президентты вазифаһынан бушатыу тураһында ҡарар ҡабул итә;
  • вәкилдәр Палатаһы Рәйесенең күрһәтмәләрен юҡҡа сығара.

Вәкилдәр Палатаһы башҡа мәсьәләләр буйынса ла, әгәр Конституция тарафынан күҙ уңында тотолһа, ҡарарҙар ҡабул итә ала.

Республика Советы вәкәләтлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Республика Советы:

  • вәкилдәр Палатаһы ҡабул иткән Конституцияға өҫтәмәләр һәм төҙәтеүҙәр индереү, Конституцияға аңлатма биреү тураһында һәм башҡа закондар проектын хуплай йәки кире ҡаға;
  • Президентҡа Конституцион Суд Рәйесен, Юғары Суд Рәйесен һәм судьяларын, Юғары Хужалыҡ Суды Рәйесен һәм судьяларын, һайлауҙар һәм республика референдумдарын үткәреү буйынса Үҙәк комиссияның Рәйесен, Генераль прокурорҙы, Милли банк Рәйесен һәм Идара ағзаларын тәғәйенләүгә ризалыҡ бирә;
  • Конституцион Судтың алты судьяһын һайлай;
  • һайлауҙар һәм республика референдумдарын үткәреү буйынса Үҙәк комиссияның алты ағзаһын һайлай;
  • закондар йыйынтығына тап килмәгән урындағы депутаттар Советының ҡарарҙарын юҡҡа сығара;
  • урындағы депутаттар Советын, улар закондар йыйынтығы талаптарын системалы рәүештә йәки тупаҫ рәүештә боҙғанда һәм законда ҡаралған башҡа осраҡтарҙа, таратыу тураһында ҡарар ҡабул итә;
  • Президентҡа ҡарата вәкилдәр Палатаһы ҡуҙғатҡан дәүләткә хыянат итеүҙә йәки башҡа ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләүҙе ҡарай, уны тикшереү тураһында ҡарар ҡабул итә. Сәбәп булғанда, тулы составының өстән икенән кәм булмаған күпселек тауыш менән Президентты вазифаһынан бушатыу тураһында ҡарар ҡабул итә;
  • Президенттың ғәҙәттән тыш хәл, хәрби хәл индереү, тулы йәки өлөшләтә мобилизация иғлан итеү тураһындағы ҡарарҙарын ҡарай һәм ҡарарҙарҙы индергәндән һуң өс көн эсендә тейешле ҡарар ҡабул итә.

Республика Советы башҡа мәсьәләләр буйынса ла, әгәр Конституция тарафынан күҙ уңында тотолһа, ҡарарҙар ҡабул итә ала.

Закондар сығарыу эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Закондар сығарыуға етәкселек итеү хоҡуғы Президентҡа, вәкилдәр Палатаһы депутаттарына, Республика Советына, Хөкүмәткә, шулай уҡ һайлау хоҡуғы булған 50 меңдән кәм булмаған һандағы граждандарға бирелгән һәм вәкилдәр Палатаһында тормошҡа ашырыла. Закон проекттары, әгәр уларҙы ҡабул итеү дәүләт байлығын кәметеү, сығымдар булдырыу йәки арттырыу кеүек һөҙөмтәләргә килтерһә, вәкилдәр Палатаһына тик Президент йәки уның ҡушыуы буйынса Хөкүмәт ризалығы менән генә индерелә. Президент йәки уның ҡушыуы буйынса Хөкүмәт Республика Советына һәм вәкилдәр Палатаһына закон проектын ҡарауҙы ашығыс тип иғлан итергә тәҡдим итергә хоҡуҡлы. Был осраҡта вәкилдәр Палатаһы һәм Республика Советы был проектты, улар ҡарамағына индергән көндән алып, ун көн эсендә ҡарарға тейештәр. Президент йәки уның ризалығы менән Хөкүмәт талап итеүе буйынса вәкилдәр Палатаһы һәм Республика Советы үҙҙәренең ултырыштарында ҡарар ҡабул итәләр, Президент йәки Хөкүмәт индергән бөтә проект буйынса, йәки, Президент йәки Хөкүмәт тәҡдим иткән йә ҡабул иткән төҙәтмәләрҙе генә һаҡлап, уның бер өлөшө өсөн тауыш бирәләр. Теләһә ниндәй закон проекты, әгәр Конституция тарафынан башҡаса күҙ уңында тотолмаһа, тәүҙә вәкилдәр Палатаһында, ә аҙаҡ Республика Советында ҡарала. Закон проекты, Конституцияла күҙ уңында тотолған осраҡтарҙан башҡа, һәр палатаның тулы составының күпселек тауышы менән, вәкилдәр Палатаһында ҡабул ителгәндән һәм Республика Советында хупланғандан һуң закон булып китә. Вәкилдәр Палатаһы ҡабул иткән закон проекттары биш көн эсендә Республика Советы ҡарамағына тапшырылалар, унда, әгәр Конституция тарафынан башҡаса күҙ уңында тотолмаһа, егерме көндән артыҡ булмаған ваҡыт эсендә ҡаралырға мөмкин. Закон, әгәр уның өсөн Республика Советының тулы составының күпселеге тауыш бирһә, йәки индерелгән көндән алып егерме көн эсендә, ә закон проекты ашығыс тип иғлан иткән осраҡта ун көн эсендә проект Республика Советы тарафынан ҡаралмаһа, Республика Советы тарафынан хупланған тип иҫәпләнә. Закон проектын Республика Советы кире ҡаҡҡан осраҡта, палаталар килеп тыуған фекер айырмалығын бөтөрөү өсөн, тигеҙ хоҡуҡлы нигеҙҙә төҙөлгән килештереүсе комиссия төҙөргә мөмкин. Килештереүсе комиссия эшләгән закон проекты тексы ике палатаға ла хуплауға бирелә. Әгәр килештереүсе комиссия килешеп эшләнгән закон проекты ҡабул итмәһә, Президент йәки уның ҡушыуы буйынса Хөкүмәт вәкилдәр Палатаһынан ҡарар ҡабул итеүен ҡәтғи талап итергә мөмкин. Закон, әгәр уның өсөн вәкилдәр Палатаһының тулы составының өстән икенән кәм булмаған өлөшө тауыш бирһә, вәкилдәр Палатаһы тарафынан ҡабул ителгән тип иҫәпләнә. Вәкилдәр Палатаһы тарафынан ҡабул ителгән һәм Республика Советы тарафынан хупланған, йәки вәкилдәр Палатаһы тарафынан ошо статья күҙ уңында тотҡан тәртиптә ҡабул ителгән закон ун көн эсендә Президентҡа ҡул ҡуйырға бирелә. Әгәр Президент закондың тексы менән риза булһа, ул законға ҡул ҡуя. Әгәр Президент ниндәй ҙә булһа законды үҙенә бирелгәндән алып ике аҙна дауамында кире ҡайтармаһа, законға ҡул ҡуйылған тип иҫәпләнә. Әгәр закон Парламентҡа сессия бөтөү сәбәпле кире ҡайтарыла алмаһа, ул ҡул ҡуйылған булып иҫәпләнмәй һәм юридик көсөнә инмәй. Закондың тексы менән риза булмаған осраҡта, Президент уны үҙенең ҡаршы фекерҙәре менән вәкилдәр Палатаһына кире ҡайтара, вәкилдәр Палатаһы законды Президенттың ҡаршы фекерҙәре менән утыҙ көндән һуңлатмай ҡарарға тейеш. Әгәр законды вәкилдәр Палатаһы тулы составының өстән ике өлөшөнән кәм булмаған күпселек тауыш менән ҡабул итһә, уны Президенттың ҡаршы фекерҙәре менән биш көн эсендә Республика Советына йүнәлтә, Республика Советы уны ҡабаттан егерме көндән һуңлатмай ҡарарға тейеш. Закон, әгәр уны Республика Советы тулы составының өстән ике өлөшөнән кәм булмаған күпселек тауыш менән раҫлаһа, ҡабул ителгән тип иҫәпләнә. Законға, вәкилдәр Палатаһы һәм Республика Советы Президенттың ҡаршы фекерҙәрен еңеп сыҡҡас, Президент биш көн эсендә ҡул ҡуя. Закон Президент биш көн эсендә ҡул ҡуймаған осраҡта ла көсөнә инә. Президенттың закондың айырым ҡағиҙәләренә ҡарата ҡаршы фекерҙәре лә палаталар тарафынан шул уҡ тәртиптә ҡарала, ҡабаттан тауышҡа ҡуйыу өсөн кире ҡайтарыла. Был осраҡта Президент законға, вәкилдәр Палатаһы һәм Республика Советы тейешле ҡарар сығарғанға тиклем үк, ҡул ҡуя һәм ул Президенттың ҡаршы фекерҙәре булған ҡағиҙәләрен алып ташлап үҙ көсөнә инә. Вәкилдәр Палатаһы һәм Республика Советы, палаталарҙың тулы составының күпселеге тарафынан ҡабул ителгән закон менән, Президенттың тәҡдиме буйынса, уға закон көсөнә эйә булған декрет сығарыу өсөн закон сығарыу вәкәләтлеген бирергә мөмкин. Был закон Президенттың көйләү темаһын һәм декрет сығарыу вәкәләтлеге срогын билдәләргә тейеш. Президентҡа Конституцияға төҙәтеүҙәр һәм өҫтәмәләр индереүҙе, уға аңлатма биреүҙе; программа закондарын үҙгәртеү һәм тулыландырыуҙы; республика бюджетын һәм уның үтәлеше тураһында отчетты раҫлауҙы; Президентты һәм Парламентты һайлау тәртибен үҙгәртеүҙе; граждандарҙың конституцион хоҡуғын һәм иркен сикләүҙе күҙ уңында тотҡан декреттар сығарырға вәкәләтлек биреүгә юл ҡуйылмай. Президентҡа закондар сығарыу вәкәләтлеген биреү тураһындағы закон уға был законды үҙгәртергә, шулай уҡ кире көскә эйә булған ҡағиҙәләр ҡабул итергә рөхсәт итмәй. Үтә ныҡ кәрәк булған осраҡта Президент үҙенең инициативаһы йәки Хөкүмәт тәҡдиме буйынса закон көсөнә эйә булған ваҡытлы декрет сығарырға мөмкин. Әгәр ундай декреттар Хөкүмәт тәҡдиме менән сығарылһа, улар Премьер-министрҙың ҡултамғаһы менән нығытылалар. Ваҡытлы декреттар өс көн эсендә артабан ҡарау өсөн вәкилдәр Палатаһына, ә аҙаҡ Республика Советына тапшырылырға тейеш. Был декреттәр, әгәр һәр палатаның тулы составының өстән ике өлөшөнән кәм булмаған күпселек тауыш менән юҡҡа сығарылмаһа, көсөн һаҡлайҙар. Палаталар юҡҡа сығарылған декреттар арҡаһында килеп тыуған мөнәсәбәттәрҙе закон менән көйләргә мөмкиндәр.

Республика Советы ағзалары һәм вәкилдәр Палатаһы депутаттары үҙҙәренең фекерен белдергәндә һәм үҙҙәренең вәкәләтлеген тормошҡа ашырғанда тейелгеһеҙлек менән файҙаланалар. Был уларҙы яла яғыуҙа һәм мыҫҡыллауҙа ғәйепләүгә ҡағылмай. Вәкилдәр Палатаһы депутаттары һәм Республика Советы ағзалары үҙҙәренең вәкәләтлеге ғәмәлдә булған осорҙа, дәүләткә хыянат итеү йәки башҡа ауыр енәйәт ҡылыу, шулай уҡ енәйәт ҡылған урында тотолоу осраҡтарынан башҡа, тик ярашлы палатаның алдан рөхсәте менән генә ҡулға алынырға, икенсе төрлө иркенән мәхрүм ителергә мөмкин. Вәкилдәр Палатаһы депутаты һәм Республика Советы ағзаһына ҡарата енәйәт эшен Юғары суд ҡарай.

Палаталар ултырыштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Палаталар ултырыштары асыҡ була. Палаталар, әгәр дәүләт мәнфәғәте талап итһә, тулы составының күпселек тауышы менән ябыҡ ултырыш үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итергә мөмкиндәр. Ултырыштар, шул иҫәптән ябыҡ ултырыштар ваҡытында, Президент, уның вәкилдәре, Премьер-министр һәм Хөкүмәт ағзалары сығыш яһау өсөн яҙылған сираттан тыш, улар нисә тапҡыр талап итһә, шунса тапҡыр сығыш яһарға мөмкиндәр. Айға бер ултырыш вәкилдәр Палатаһы депутаттары һәм Республика Советы ағзалары һорауҙары һәм Хөкүмәттең яуаптары өсөн резервта һаҡлана. Вәкилдәр Палатаһы депутаты һәм Республика Советы ағзаһы Премьер-министрға, Хөкүмәт ағзаларына, Парламент төҙөгән йәки һайлаған дәүләт органдары етәкселәренә запрос менән мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Запрос палатаның көн тәртибенә индерелергә тейеш. Запросҡа яуап Парламент палатаһы билдәләгән тәртип буйынса сессия барған егерме көн дауамында бирелергә тейеш. Палатаның ултырышы, унда вәкилдәр Палатаһы депутаттарының йәки Республика Советы ағзаларының тулы составының өстән икенән кәм булмаған өлөшө ҡатнашҡан осраҡта,тулы хоҡуҡлы тип иҫәпләнә.

Вәкилдәр Палатаһында һәм Республика Советында тауыш биреү асыҡ һәм депутаттың, Республика Советы ағзаһының үҙе тарафынан «риза» йәки «ҡаршы» тип тауыш биреү юлы менән тормошҡа ашырыла. Йәшерен тауыш биреү кадрҙар мәсьәләһен хәл иткәндә генә үткәрелә.

Вәкилдәр Палатаһы ҡарарҙары закондар һәм постановлениеләр формаһында ҡабул ителәләр. Вәкилдәр Палатаһы ҡарарҙары етәкселек итеү һәм контроллек итеү характерындағы мәсьәләләр буйынса ҡабул ителә. Республика Советы ҡарарҙары постановлениеләр формаһында ҡабул ителәләр. Палаталарҙың ҡарарҙары,әгәр Конституция тарафынан башҡаса күҙ уңында тотолмаһа, улар өсөн палаталарҙың тулы составының күпселеге тауыш бирһә, ҡабул ителгән тип иҫәпләнә. Беларусь Республикаһының эске һәм тышҡы сәйәсәтенең төп йүнәлештәре, Беларусь Республикаһының хәрби доктринаһы тураһындағы закондар программа рәүешендәге закондар булып торалар һәм, улар өсөн палаталарҙың тулы составының өстән икенән кәм булмаған өлөшө тауыш бирһә, ҡабул ителгән тип һаналалар. Закондар ҡул ҡуйылғандан һуң кисектермәй баҫтырып сығарылырға тейеш һәм баҫтырып сығарылғандан һуң, әгәр закондың үҙендә башҡа срок күрһәтелмәһә, ун көн үткәс көсөнә инәләр. Президент декреттары шул уҡ тәртиптә баҫтырып сығарылалар һәм көсөнә инәләр. Закон, граждандарҙың яуаплылығын кәметкән йәки юҡҡа сығарған осраҡтарҙан тыш, кире көсөнә эйә түгел.[сығанаҡ 5647  көн күрһәтелмәгән] Вәкилдәр Палатаһының, Республика Советының, уларҙың органдарының, вәкилдәр Палатаһы депутаттарының, Республика Советы ағзаларының эшмәкәрлек тәртибе палаталарҙың рәйестәре ҡул ҡуйған палата регламенттары менән билдәләнәләр.

Республика Советы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Республика Советы Рәйестәре:

  • Шипук Павел Владимирович (13 ғинуар 1997 й. — 19 декабрь 2000 й.)
  • Войтович Александр Павлович (19 декабрь 2000 й. — 25 июль 2003 й.)
  • Новицкий Геннадий Васильевич (28 июль 2003 й. — 31 октябрь 2008 й.)
  • Батура Борис Васильевич (31 октябрь 2008 й. — 24 май 2010 й.)
  • Рубинов Анатолий Николаевич (24 май 2010 й. — 16 ғинуар 2015 й.)
  • Мясникович Михаил Владимирович (16 ғинуар 2015 й. — хәҙерге ваҡыт)

Республика Советы Рәйесе урынбаҫарҙары:

  • Дудко Тамара Николаевна (13 ғинуар 1997 й. — 2 ғинуар 1999 й.)
  • Матусевич Михаил Васильевич (2 апрель 1999 й. — 19 декабрь 2000 й.)
  • Авласевич Михаил Александрович (19 декабрь 2000 й. — 15 ноябрь 2004 й.)
  • Абрамович Александр Михайлович (15 ноябрь 2004 й. — 31 октябрь 2008 й.)
  • Рубинов Анатолий Николаевич (31 октябрь 2008 й. — 24 май 2010 й.)
  • Крупец Леонид Федорович (24 май 2010 й. — 17 июнь 2011 й.)
  • Потупчик Владимир Николаевич (17 июнь 2011 й. — 19 октябрь 2012 й.)
  • Русецкий Анатолий Максимович (19 октябрь 2012 й. — хәҙерге ваҡыт)

Вәкилдәр Палатаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәкилдәр Палатаһы Рәйестәре:

  • Малофеев Анатолий Александрович (28 ноябрь 1996 й. — 21 ноябрь 2000 й.)
  • Попов Вадим Александрович (21 ноябрь 2000 й. — 16 ноябрь 2004 й.; 2 октябрь 2007 й. — 27 октябрь 2008 й.)
  • Коноплев Владимир Николаевич (16 ноябрь 2004 й. — 2 октябрь 2007 й.)
  • Андрейченко Владимир Павлович (27 октябрь 2008 й. — хәҙерге ваҡыт)

Вәкилдәр Палатаһы Рәйесе урынбаҫарҙары:

  • Коноплев Владимир Николаевич (28 ноябрь 1996 й. — 16 ноябрь 2004 й.)
  • Заболотец Сергей Макарович (16 ноябрь 2004 й. — 27 октябрь 2008 й.)
  • Иванов Валерий Николаевич (27 октябрь 2008 й. — 4 июнь 2010 й.)
  • Гуминский Виктор Александрович (4 июнь 2010 й. — хәҙерге ваҡыт)
  • Беларусь Республикаһы Конституцияһы
  • БССР Юғары Советы
  • Беларусь Республикаһы Юғары Советы

Белоруссия депутаттары Европа темалар буйынса|Парламент|Парламенттар

Белоруссия темаларҙа