Бәләбәй медицина колледжы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәләбәй медицина колледжы
Рәсми сайт belmedkol.bashmed.ru

Бәләбәй медицина колледжы — Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй ҡалаһындағы медицина профилендәге колледж. Колледж Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағында.

Колледж адресы: 452000, Башҡортостан Республикаһы, Бәләбәй ҡалаһы, Пионерҙар урамы, 63.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1930-сы йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһында халыҡҡа күрһәтелгән медицина хеҙмәте арта. Ҡала дауаханаһы киңәйтелә һәм район дауаханаһы итеп үҙгәртелә. Дауахананы урта медицина персоналы менән комплектлау өсөн, белем алырға һәм медицина өлкәһендә эшләргә теләге булған урындағы йәштәрҙе уҡытыуҙы ойошторорға, уҡыу биналары төҙөргә кәрәк була.

Бәләбәй медицина колледжына Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй ҡалаһында 1936 йылда нигеҙ һалына. Колледж эшләү дәүерендә үҙенең статусын Рәсәй ҡыҙыл тәре йәмғиәте медицина хеҙмәткәрҙәре курстарынан (РОКК) (1936) һәм медицина мәктәбенән (1937), техникумға (1944), медицина училищеһына (1954) һәм колледжға тиклем (2003) үҙгәртә. Һәм дәрес үткәреү урыны ла үҙгәрә — Бәләбәйҙең 2-се мәктәбе бинаһынан, поликлиниканан, барак тибындағы ике бинанан башлап (1972), Пионерҙар урамындағы административ бинаға тиклем (1983). Яйлап колледж өсөн ятаҡ (1993), спорт залы, лаборатория һәм башҡалар төҙөлә.

Бында тәүҙә шәфҡәт туташы (медсестралар) әҙерләйҙәр, 1955 йылдан — фельдшерҙар, 1958 йылдан акушерҙар әҙерләй башлайҙар.

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта Бәләбәй медицина колледжы студенттары көндөҙгө бүлектә дауалау эше, медсестра һөнәрен үҙләштерәләр. Колледжға уҡырға 9-сы һәм 11-се кластан һуң ҡабул ителәләр, колледжда белем алыу ваҡыты ла ошоға бәйле.

Билдәле тамамлаусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Колледжды тамамлаусылар араһында БАССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары М. X. Назметдинова, атҡаҙанған табиптар Сәмирханова Я. И., Алексеев В. Н., Ануфриев В. М., Щипакин В. Г һәм башҡалар бар.

Етәкселеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәләбәй медицина колледжы менән төрлө йылдарҙа етәкселек иттеләр: Сидоров М. М., Кузнецов Ф. Ф., Жилкин Е., Гриневич Т. З., Библина И. М., Ғәйнуллина М. Ф., Наумова В. И., Гурьянов М. В., Елизарьев А. И., Лазарев В. Н., Григорьев А. Т. (1984—2008), Хәйруллин Р. М.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Катаузова Н. М., Султанов М. А. О преподавании травматологии / Н. М. Катаузова, М. А. Султанов // Специалист. — 2008. — N 6. — С. 22-23 . — ISSN 0869-5210. Методика преподавания травматологии в Белебеевском медицинском колледже.
  • Байтурина Н. Я. Попенко С. В. (ГАПОУ РБ «Белебеевский медицинский колледж»). Программа воспитания толерантной личности. Белебей, 2013.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]