Бестужев тоҡомло һыйыр малы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Бестужев тоҡомло һыйыр малы — 18-се быуат аҙағында — 19-сы быуат башында Сембер губернаһында (хәҙерге Ульянов өлкәһе) С.П. Бестужев тарафынан шортгор, голланд, симменталь һ.б. токомдарҙы ерле током менән ҡушылдырып, яңы тоҡом сығарыла. Эре, оҙонса буйлы, таҙа кәүҙәле, ныҡ һөйәкле мал. Бестужев тоҡомло һыйыр малы Башкортстанда, Татарстанда, Һамар һәм Ульянов өлкәләрендә күпләп аҫырала. Хайуандар асыҡ ҡыҙыл һәм ҡараһыу ҡыҙыдың төрлө төҫтәрендә. Кәүҙәһенең аҫҡы өлөшөндә, имсәк һәм маңғайында аҡ төҫтәге тамғалары осрай. Үгеҙҙәр 750-900, һыйырҙар 500-550 кг ауырлыҡта. 3000-4500 кг һөт һауып алына, һөттөң майлылығы - 3,8 - 4,1%. Тиҙ үҫеп етеүсе тоҡом. Һимертеү осоронда йәш үгеҙҙәр, 1 кг артымға 8 - 8,6 аҙыҡ берәмлеге сарыф итеп, тәүлеккә 700-850 г арта. Һуғым малының 60% ит алына. 1970-80 йылдарҙа ТР хужалыҡтарындағы барлыҡ малдың 29%ын бестужев токомло һыйыр малы тәшкил итә. 2000 йылдың 1 ғинуарына бестужев токомло һыйыр малы һаны 9,5 мең баш (2,6%). 2005-тән алып был тоҡом Татарстанда үрсетелмәй, уны яҡшыраҡ һаналған айршир һәм голштин тоҡомдары алмаштыра.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Эрнст Л.К., Дмитриев Н.Г., Ларонян И.А. Генетические ресурсы сельскохозяйственных животных в России и сопредельных странах. СПб., 1994;
  • Дунин И.М., Карамаев С.В., Зимин Г.Я. Совершенствование бестужевского скота. М., 1998.

Сығанаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Татар энциклопедиясе. Казан, 2008.