Эстәлеккә күсергә

Биети монастыры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Биети монастыры
Дәүләт  Көньяҡ Осетия
 Грузия
Карта

Биети монастыры (грузин телендә: ბიეთიაასტერი) -Көньяҡ Осетияның бәхәсле биләмәһендә тарихи Шида Картли төбәгенең Биети ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан грузин православ сиркәүенең урта быуат харабалары. Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән[1]. Көньяҡ Грузияның Самцхе төбәгендәге Биети сиркәүе булараҡ билдәле булған тағы бер урта быуат грузин бинаһы бар[2].

Монастырь урманлы ҡаяла, Меюд үҙәне түбәһендә урынлашҡан. Архитектура үҙенсәлектәре һәм сиркәүҙең палеография яҙмаларына ярашлы бина туғыҙынсы быуатҡа ҡарай. 1745 йылда Кенәз Вахушти үҙенең тасуирламаһында уны эшләп килгән монастырь кеүек телгә ала[3].

Биети монастыры эзбизташтан төҙөлгән һәм таш һәм ҡом плита менән ҡапланған. Сиркәүҙең төньяҡ өлөшө ҡаяла уйылған. Төкәтмәһе оҙон, тар, ә көньяҡ яғындағы ҙур бүлмәһе урта быуат аҙағының бинаһынан тора. Йәнәшәлә монахтарҙың хөжрәләре урынлашҡан. Көнсығыш фасадында урта быуат грузин алфавитында Бакур Канчаелиҙың улы Иоаннға арналған "Был изге сиркәүҙең ҡурсалаусыһы" тигән яҙыу бар. Икенсе яҙыуҙа шулай уҡ Канчаели ғаиләһенең ағзалары тураһында телгә алына. Ике яҙыу ҙа 1912 йылда Тбилисиҙың Милли музейына һаҡлауға тапшырыла.[4][5]

  1. «List of Immovable Cultural Monuments» (en georgià). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. [Consulta: 25 juliol 2019].
  2. Gamkrelidze, Gela; Mindorashvili, Davit; Bragvadze, Zurab; Kvatsadze, Marine. «Bieti [ბიეთი]». A: Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia) (en georgià). Tbilisi: Georgian National Museum, 2013, p. 111. ISBN 978-9941-15-896-4.
  3. Wakhoucht, Tsarévitch. ღეოღრაჶიული აღწერა საქართველოჲსა. Description géographique de la Géorgie. Geographic description of Georgia (en georgià/francès). S.-Pétersbourg: A la typographie de l'Academie Impériale des Sciences, 1842, p. 248–249.
  4. Gamkrelidze, Gela; Mindorashvili, Davit; Bragvadze, Zurab; Kvatsadze, Marine. «Bieti [ბიეთი]». A: Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia) (en georgià). Tbilisi: Georgian National Museum, 2013, p. 111. ISBN 978-9941-15-896-4.
  5. Muskhelishvili, David; Tumanishvili, Dimitri; Gagoshidze, Iulon; Apakidze, Joni; Licheli, Vakhtang. The Cultural Heritage of Georgia — Abkhazeti, Shida Kartli. Tbilisi: Georgian Arts and Culture Center, 2008, p. 14.