Бикҡолов Шамил Рәғиб улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент тултырылмаған

Шамил Рәғиб улы Бикҡолов - 1946 йылдың 25 июнендә Өфө ҡалаһында тыуған. Юғары белемле, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Тарих преподавателе. Башҡортостан Республикаһының «Өфө полиграфкомбинаты» Дәүләт унитар предприятиеһы директоры

Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бикҡолов Шамил Рәғиб улы 1946 йылыдың 25 июнендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1963 йылда 40-сы п/яла токарь булып хеҙмәт юлын башлаған.

1965-1968 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт иткән.

1968–1969 йй. - Өфө приборҙар төҙөү заводында регулировщик булып эшләгән.

1969–1970 йй. – Башҡорт дәүләт университетында лаборант.

1970–1972 йй. – Өфө ҡалаһы Совер районы мәктәптәре буйынса ВЛКСМ комсоргы.

1972–1976 йй. - Өфө ҡалаһының 117-се, 47-се мәктәптәрендә тарих уҡытыусыһы, кластан тыш тәрбиә эштәрен ойоштороусы булып эшләгән.

1976-1980 йй. – инструктор, Өфө ҡалаһы КПСС-тың Орджоникидзе район комитетында политпросвещение кабинеты мөдире.

1980–1986 йй. – инструктор, КПСС-тың Өфө ҡала комитетының бүлек мөдире урнбаҫары.

1986–1988 йй. – КПСС-тың Өфө ҡалаһы Совет районы секретары.

1988-1991 йй. – КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында бүлек мөдире урынбаҫары, артабан мәғлүмәти үҙәк етәксеһе, консультант.

1991-1993 йй. – «Суперкитап», «Экспресс» предприятиелары директоры.

1993-1996 йй. – Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығында министр ярҙамсыһы.

1996 йылдан хәҙерге көнгә тиклем – Башҡортостан Республикаһының «Өфө полиграфкомбинаты» Дәүләт унитар предприятиеһы директоры.

Өйләнгән, ғаиләһендә ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Публицистика һәм полиграфия эшендә ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

“Слава Родины” Карпат буйы хәрби округының округ армия гәзитендә мәҡәләләр баҫа башлай, авиация полкының хәрби хәбәрселәр посы ағзаһы була.

1989—1991 йылдарҙа «Блокнот агитатора» журналының баш редакторы, 1991 йылда шәхси типографиялар директоры, 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығы хеҙмәткәре, министр ярҙамсыһы, 1996—2015 йылдарҙа «Өфө полиграфкомбинаты» Дәүләт унитар предприятиеһы директоры. Бикҡолов Шамил Рәғиб улы етәкселегендә китап етештереүҙе Германияла, Японияла, Чехияла эшләнгән заманса полиграфик ҡоролмалар менән ҡоралландырыу тормошҡа ашырылған.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған эшмәкәре (2003).
  • Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы IV саҡырылыш депутаты.
  • Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайының урындағы үҙидаралыҡ һәм йәмәғәт берләшмәләре Комитеты Ағзаһы.
  • Өфө ҡалаһы Киров һәм Совет район советтары депутаты.
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2012),
  • Рәсәй Федерацияһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығы һәм Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Почёт грамоталары,
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы Почёт грамоталары,
  • Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығы Почёт грамоталары.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]