Билдәһеҙ һалдат һәйкәле (Стәрлетамаҡ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
«Мәңгелек ут» мемориал комплексы, ябай халыҡ телендә «Шәмкәй»
Ил Рәсәй
Ҡала Стәрлетамаҡ
Проект авторы Скульпторы Шабалтин Михаил Павлович, архитекторы Б.А. Милютин
Төҙөлөшө ???—1967 йылдар

1967

Билдәһеҙ һалдат һәйкәле («Мәңгелек ут» «Вечный огонь» мемориаль комплексы) — Стәрлетамаҡта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яугирҙар хөрмәтенә асылған ҡаланың үҙәк скульптура композицияһы. Еңеү паркында урынлашҡан.

Төҙөлөүе һәм асылыуы [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1965 йылда ике проспект һәм Хоҙайбирҙин урамы сатында буласаҡ һәйкәлдең - Бөйөк Ватан һуғышы фронттарынан ҡайта алмаған  стәрлетамаҡлылар хөрмәтенә обелиск  урынын билдәләгән таш һалынғайны. Монумент өҫтөндә эш скульптор Михаил Павлович Шабалтинға һәм буласаҡ архитектор, ул саҡтағы Мәскәү архитектура институты студенты Борис Александрович Милютинға йөкмәтелә. 1967 йыл 9 майында һәйкәлде тантаналы асыу сараһы булды. Дүрт метр бейеклегендәге факел тотҡан совет һалдаты һынының аяғы осонда уртаһында Мәңгелек ут баҙлап янып торған йондоҙ урынлашҡан. Элгәре һалдаттың артында символик киренке ике - бер ҡанаты күккә талпынған һәм икенсеһе аҫҡа ауышҡан - ҡанаттан торған стела бар ине.Һалдат итеге менән тәреле свастика касканы, һанға һуҡмай, тапай.

Һәйкәл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мемориал ансамбленә түбәндәгеләр  инә:

  • Билдәһеҙ һалдат һәйкәле (азат итеүсе яугир );
  • Мәңгелек ут — һәйкәлдең нигеҙендә;
  • Һуғыш ваҡытында һәләк булған стәрлетамаҡлылар иҫтәлегенә Стела. Һәм унда бындай яҙыу бар: «Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙы хәтерләп».

Әһәмиәте [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле ҡала тантаналары һәр Еңеү көнөндә ошо һәйкәл янында ветерандар өсөн байрам һәм Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу ойошторола[1]. Мемориал шулай уҡ никахлашҡан йәш ғаиләләрҙең яратҡан урындарының береһе — улар һалдат фонында фотоға төшәләр һәм монумент артында урынлашҡан Еңеү паркы буйлап үтәләр.

Яңыртыу Реконструкция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төҙөгәндән һуң, Һәйкәл яңыртылған, яугир артында урынлашҡан стела алынған.

2012 йылда 9 май алдынан прожектор ҡуйылды, һәм һәр Еңеү байрамында майҙан яҡтыртыла. Шулай уҡ яугирҙың һынын яҡтыртыу ҡуйылды.

2013 йылдың авгусында һәйкәлде һәм Еңеү паркын комплекслы яңыртып ҡороу реконструкциялау эше башҡарылған.

2013 йылда Стәрлетамаҡта Еңеү паркын һәм «Мәңгнелек ут» монументын реконструкциялау проекты төҙөлә. Скверҙың дөйөм майҙаны — 2,9 гектар. Үҙгәреш Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған стәрлетамаҡлылар һәйкәленә (билдәһеҙ һалдат һәйкәле) ҡағылды. Яңыртылған  һәйкәл бронзанан эшләнгән, уның бейеклеге — алты метр, ауырлығы яҡынса 1,5 тонна, материалы — бронза. Яңыртылған һәйкәл 2013 йылдың 9 октябрендә асыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған стәрлетамаҡлылар һәйкәле менән бер рәттән интернационалист-яугирҙарға арналған мемориал комплекс та яңыртылған: бөтә гранит йөҙлөгө   алмаштырылды, комплексҡа яҡтыртыу ҡоролдо, монументтан һыу ағыҙыу ҡоролмаһы ҡуйылды, мемориаль комплекстың майҙаны киңәйтелде.[2] . 2014 йылда мемориал комплекс алдында сәскә түтәлдәре эшләнде. 2014 йылдың 9 майында яңыртылған Еңеү паркын асыу тантанаһы үтте. Бынан алда ундағы  яугир-интернационалистарға арналған һәйкәл яңыртылды, Т-34-85 танкыһы, артиллерия пушкаһы, зенит пушкаһы, «Град» РЗСО-һы ҡуйылды.

Иҫкәрмәләр [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Стерлитамак празднует День Победы. sterlitamak.bezformata.ru. Дата обращения: 22 октябрь 2012. Архивировано 14 декабрь 2012 года. 2012 йыл 19 июль архивланған.
  2. Парк Победы в Стерлитамаке осмотрел Рустэм Хамитов. sterlitamakcity.ru (29 ноябрь 2013). Дата обращения: 6 ғинуар 2014.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Стерлитамак