Болгар телендә ҡылымдарҙың үҙгәреше
Уҡыу көйләүҙәре
Болгар телендә ҡылымдарҙың үҙгәреше (спряжение, болг. спрежение) — зат, һан, заман категорияларынан тора. Инфинитив (уртаҡ ҡылым) юҡҡа сыҡҡас, болгар телендә уның урынына затлы формалар ҡулланыла. Ҡылымдың һүҙлек формаһы булараҡ хәҙерге заман, беренсе зат, берлек һаны формаһы ҡулланыла (мәҫ. да съм "булыу", да купя "һатып алыу").
Төп мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡылымдар заман, зат, һан менән үҙгәрә (чета "уҡый", четеш "уҡыйһың", четох "уҡыным", четем "уҡыйбыҙ")
- 3-сө зат хәҙерге заман формаһы ҡылымдың хәҙерге заман нигеҙен (болг. глаголната основа за сегашно време) билдәләй.
- Киләсәк замандың тик аналитик формаһы ғына бар, ще ярҙамсы ҡылымы менән яһала.
- Нигеҙҙең һуңғы һуҙынҡыһына ҡарап, ҡылымдар өс төрлө үҙгәрешкә (спряжение) бүленә.
- съм "булыу" ҡылым үҙгәрештәренең береһенә лә ҡарамай, күбеһенсә ярҙамсы ҡылым функцияһын үтәй.[1]
Миҫал
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡылымдарҙың үҙгәреш моделдәре | Критерий | Миҫалдар |
---|---|---|
I үҙгәреш (спряжение) | 3-сө зат, берлек, хәҙерге заман формаһы -е хәрефе менән тамамлана. | плете, пере, пее |
II үҙгәреш (спряжение) | 3-сө зат, берлек, хәҙерге заман формаһы -и хәрефе менән тамамлана. | глади, свири, говори |
III үҙгәреш (спряжение) | 3-сө зат, берлек, хәҙерге заман формаһы -а, -я хәрефтәре менән тамамлана. | тича, скача, пренася, стреля[1] |