Болот мәғлүмәт базалары
Болот мәғлүмәт базалары |
Болот мәғлүмәт базалары — Amazon EC2, GoGrid һәм Rackspace[сығанаҡ 1643 көн күрһәтелмәгән] кеүек болот хисапламалары платформаларында эшләтелә торған мәғлүмәт базалары. Йәйелдерелеүенең ике моделе киң таралған: файҙаланыусылар йә болот сервисы уны тәҡдим итеүсе тарафынан хеҙмәтләндерелгән мәғлүмәт базаларына инеү мөмкинлеген ала, йә, виртуаль машина образын ҡулланып, болотта мәғлүмәт базаларын үҙе хасил итә. Болот мәғлүмәт базалары араһында SQL йүнәлешлеләре лә, NoSQL мәғлүмәттәр моделен ҡулланғандары ла бар.
Йәйелдерелеү моделе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Болотта мәғлүмә базаһын йәйелдереүҙың ике төп ысулы бар:
- Виртуаль машина образы — болот платформалары виртуаль машиналар алырға һәм шуларҙа мәғлүмәт базаларын тоҡандырырға мөмкинлек бирә. Файҙаланыусылар әҙер базаларға үҙ образдарын йөкләй йә образдарҙың алдан ҡуйылған ҡулайлаштырылған даналары менән файҙалана ала[1].
- Сервис булараҡ мәғлүмәт базаһы — ҡайһы бер болот платформалары виртуаль машинаһыҙ ҙа эш итеп булған мәғлүмәт базалары сервисын тәҡдим итә. Сервисты тәҡдим итеүсе мәғлүмәт базаһын ҡуйыу һәм хеҙмәтләндереүҙе үҙ өҫтөнә ала[2][3].
Мәғлүмәттәр базаһы сервис булараҡ тәҡдим ителмәгән осраҡта, мәғлүмәттәр базаһы хостингын алып була. Мәҫәлән, болот провайдеры Rackspace MySQL мәғлүмәттәр базалары өсөн ошондай хеҙмәтте тәҡдим итә.
Мәғлүмәттәр моделдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шулай уҡ реляцион һәм реляцион булмаған, NoSQL, мәғлүмәт базаларын айырыу зарур:
- SQL мәғлүмәт базалары — NuoDB, Oracle Database, Microsoft SQL Server һәм MySQL кеүек базалар. Уларҙың теләһә ҡайһыһын болотта эшләтеп була, виртуаль машина образы булырмы ул йә сервис булараҡ эш итерме — эшкәртмәсегә генә бәйле.
- NoSQL мәғлүмәт базалары — Apache Cassandra, CouchDB һәм MongoDB кеүек мәғлүмәт базалары. NoSQL мәғлүмәт базалары мәғлүмәт уҡыу/яҙҙырыуға төшкән ҙур көсөргәнеште күтәреү, шулай уҡ еңел генә киңәйтеү йә бәләкәйләтеү маҡсатында барлыҡҡа килтерелгән, өҫтәүенә улар баштан уҡ болот платформалары өсөн эшләнгән. Әммә хәҙерге программаларҙың күбеһе SQL ҡулланып эшләнә, шунлыҡтан NoSQL мәғлүмәт базалары менән эшләү йыш ҡына ҡушымта кодын өр-яңынан яҙыуҙы талап итә.
Етештереп таратыусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Виртуаль машинаны йәйелдереүселәр | Сервис булараҡ мәғлүмәттәр базаһы | |
---|---|---|
SQL | ||
NoSQL |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Amazon Machine Images — Oracle Database 11g Release 2 (11.2.0.1) Enterprise Edition — 64 Bit, Amazon Web Services, Retrieved 2011-11-9.
- ↑ «Database-as-a-Service», ScaleDB, Retrieved 2013-9-4.
- ↑ Klint Finley, «7 Cloud-Based Database Services», ReadWriteWeb, Retrieved 2011-11-9.
- ↑ Amazon Machine Images — Oracle Database 11g Release 2 (11.2.0.1) Enterprise Edition — 64 Bit 2011 йылдың 16 октябрь көнөнҙә архивланған., Amazon Web Services, Retrieved 2011-11-9.
- ↑ «Oracle Database in the Cloud», Oracle.com, Retrieved 2011-11-9.
- ↑ Deploy your database applications and projects on the cloud 2011 йылдың 27 ноябрь көнөнҙә архивланған., IBM.com, Retrieved 2011-9-1
- ↑ Chris Kanaracus, «Ingres rolls out cloud database offerings», Infoworld.com, Retrieved 2011-8-28.
- ↑ Chris Kanaracus, «EnterpriseDB Adding New Cloud Option for PostgreSQL Database», PCWorld, retrieved 2011-8-28
- ↑ «Running MySQL on Amazon EC2 with EBS (Elastic Block Store), Amazon Web Services, retrieved 2011-11-20
- ↑ »«Database Virtualization», retrieved 2013-07-20
- ↑ "«DBaaS: Database-as-a-Service», retrieved 2013-09-04
- ↑ Swoyer, Stephen. «NuoDB: A Database for the Cloud.» TDWI. Nov. 13, 2012. Retrieved Nov. 26, 2012
- ↑ Dantressangle,Patrick. [1] The Gaian Database
- ↑ Noel Yuhanna, SQL Azure Raises The Bar On Cloud Databases, Forrester, Retrieved 2011-11-9.
- ↑ «[2]», «[3]»
- ↑ Clustrix Enters the Rackspace Partner Program — Yahoo Finance 2016 йылдың 14 апрель көнөнҙә архивланған.
- ↑ Klint Finley, «7 Cloud-Based Database Services» 2011 йылдың 9 ноябрь көнөнҙә архивланған., ReadWriteWeb, Retrieved 2011-11-9.
- ↑ «Amazon Machine Images, CouchDB 0.10.x 32 bit Ubuntu»(недоступная ссылка с 09-01-2014 (1671 день)) , Amazon Web Services, Retrieved 2011-11-10.
- ↑ «Amazon Machine Image, Hadoop AMI(недоступная ссылка с 09-01-2014 (1671 день)) », Amazon Web Services 2010 йылдың 24 ноябрь көнөнҙә архивланған., Retrieved 2011-11-10.
- ↑ «MongoDB on Amazon EC2, MongoDB.org, Retrieved 2011-11-10.
- ↑ »MongoDB on Azure, MongoDB.org, Retrieved 2011-11-10.
- ↑ Jeanette Borzo, «Salesforce to Offer 'Cloud' Database», Wall Street Journal, Retrieved 2011-8-28.
- ↑ «MongoDB Hosting Center», MongoDB.org, Retrieved 2011-11-10.
- ↑ «Cloudbase.io Cloud Database 2013 йылдың 24 июнь көнөнҙә архивланған.»